Бөтә яңылыҡтар
80 лет Победы
12 Апрель 2021, 17:11

93 БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНЫ ҠАЛҒАН

Баймаҡта улар дүртәү генә...

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, төбәктә 493 ветеран һәм 189 һуғыш инвалиды ғына иҫән. Шул иҫәптән беҙҙең Баймаҡ районынан 4 ветеран: Баймаҡ ҡалаһынан Ғәйзулла Әблүзин, Валентина Потапова, Геннадий Соловьев һәм Һәмән ауылынан Әбүзәр Ишморатов.

Республика етәксеһе һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың обелисктарын һәм ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү эшен башларға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы 2021 йылдың 9 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолор тигән ышаныс белдерҙе.

Читайте нас