Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
80 лет Победы
27 Апреля 2020, 07:40
Викторина!
Күгиҙел ауыл китапханаһы сираттағы викторинаһын тәҡдим итә. Бөгөн һорауҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҙыусылар тураһында булыр. #НашДеньПобеды#өйҙәяҡшыраҡ#домалучше#викторина#яугиряҙыусылартураһында
Күгиҙел ауыл китапханаһы сираттағы викторинаһын тәҡдим итә. Бөгөн һорауҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҙыусылар тураһында булыр.
1) "Ант итәм-үлһәм үлермен,
Намыҫҡа кер төшөрмәм.
Илкәйемде бер саҡта ла
Дошман ҡулына бирмәм". Авторы кем?
2) Ул үҙенең тыуған көнөндә, 1944йылдың 8 мартында, Украинаның Дудчаны ауылы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була һәм уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Кем?
3) "Батырҙарын иҫкә алғанда
Онотмаһын мине ли Тыуған ил!"
Авторы кем?
4)Прозаик. Уның китаптары: "Фатима"-1942 йыл. "Ҡаратау партизандары"-1958 йыл.
5) "Таня" поэмаһы кемгә бағышланған һәм авторы кем?
6) Һуғышта санитаркаларға арнап яҙылған "Бәхет йондоҙҙары", "Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне", "Иҙел ҡыҙы" шиғырҙарының авторы кем?
7) "Башҡортостан егете" поэмаһы авторы кем?
8) "Шайморатов генерал" йырының һүҙҙәрен кем яҙған?
9) Уның "Йөрәк тауышы" исемле беренсе китабы, үҙе үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыға.
Яуаптарҙы Күгиҙел ауыл китапханаһының төркөмөнә ебәрегеҙ:
https://vk.com/club192440818
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"