Бында етерлек бесән әҙерләп һалынды, бөгөн һутлы аҙыҡ туплау дауам итә.Йәшел масса һалыу өсөн 120 гектарҙа судан үләне, 140 гектарҙа көнбағыш һәм 200 гектарҙа күп йыллыҡ үлән майҙандары файҙаланыла. Мал аҙығы әҙерләүҙә ЖВЗ-7 урғысында Зәбир Рамазанов, йәшел массаны йыйыуҙа Г-6 мал аҙығы әҙерләү комбайнында Флүр Әминев, ДОН-680 комбайнында Радмир Вәлиев, ташыуҙа водителдәр Сәғит Йәһүҙин һәм Ирек Баймөхәмәтов һынатмай. Һалам преслауҙа Айтуған Ғатуллин һәм Хәйҙәр Усманов, ташыуҙа Сабит Хажин тырышып эшләй.
Салауаттарға 260 гектарҙа һоло, 530 гектарҙа бойҙай, 230 гектарҙа арпа һәм 100 гектарҙа етенде йыйып алаһы бар.Һоло тулыһынса һуғып алынған, гектар ҡеүәте 4,2 центнер тәшкил иткән.Әле төп көс бойҙайға йүнәлтелгән.Ашлыҡты урып-һуғыуҙа комбайнсылар Фәнис Танһыҡҡужин, Риза Фәйзуллин, Рауил Вәлиев һәм Юлдаш Мәүлетдинов ал бирмәй. Игенде ташыу механизатор Тәлғәт Дәүләтовҡа ышанып тапшырылған. Иретеп йәбештереүсе Усман Күсеев үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй.Ырҙын табағында ашлыҡты ҡабул итеү, таҙартып һалыу Мирас Кашапов иңенә йөкмәтелгән.