Бөтә яңылыҡтар
2 Сентябрь 2021, 21:59

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ҡуянтауҙан "И.Ғ БАЙЕГЕТОВ" КФХ-һы водителе Альберт Һатыбаловты хужалыҡта ғына түгел, ә районда ла үҙ эшенең ысын оҫтаһы булараҡ беләләр.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы


Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп ул бай тәжрибә тупланы, хаҡлы абруй яуланы, хеҙмәт ярыштарында еңеүсе булып танылды.Намыҫлы хеҙмәте өсөн Альберт
Салауат улы "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хужалыҡтағы миҙгелле кампанияларҙа ул үҙен алмаштырғыһыҙ водитель итеп танытты.Әле алдынғы хеҙмәткәр мал аҙығы әҙерләүҙә, иген культураларын йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара.

Автор: Азамат Мухаметшин
Читайте нас