"Толпар" иген һәм техник культуралар үҫтерә, уларҙар яҡшы уңыш ала, ерҙәрҙе эшкәртеүгә, тейешле технологияларҙы күҙәтеүгә етди иғтибар бүлә.Районда ойошторолған хеҙмәт ярыштарында ла толпарҙар алдынғылыҡты бирмәй.
Әлбиттә, аяуһыҙ ҡоролоҡ был хужалыҡҡа ла ныҡ йоғонто яһаны.Шунлыҡтан ашлыҡтың төшөмө гектарынан 5 центнерҙан артмай. Бөгөн үҫтерелгән игенде түкмәй-сәсмәй йыйып алыу өсөн хужалыҡ баҫыуҙарында ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Игенде яҫмаға һалыуҙа механизатор Сәйфулла Азаматов, урып-һуғыуҙа комбайнсылар Илшат Байбиков һәм Булат Ғәйнетдинов, ташыуҙа водителдәр Динислам Мусин һәм Айрат Сырлыбаев хеҙмәт батырлығы күрһәтә.Ырҙын табағында ЗАВ операторы һәм механизатор Илфат Йосопов, слесарь Илфар Дияров, келәт мөдире Альбина Самарбаева үҙ иңенә йөкмәтелгән эште намыҫлы башҡара.Ашнаҡсы Клара Азаматова игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.Иретеп йәбештереүсе Фәнил Байымов,водитель Сабирйән Ҡашҡаров үҙ эшенең оҫталары булып танылған.
Хужалыҡта ураҡ аҙағына яҡынлаша - 380 гектарҙа бойҙайҙы йыйып алаһы ҡалған.Әйткәндәй, һоло һәм етенде урып-һуғыу тамамланған.Киләһе сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ таҙалап һалынған.