Бөтә яңылыҡтар
20 Август 2021, 20:22

Ир терәге – ер

Крәҫтиән-фермер хужалығының Таулыҡай ауылы янындағы һоло һәм бойҙай баҫыуында бөгөн иң ҡыҙыу мәл – бында ураҡ эштәре ҡыҙа. 120 гектарҙағы майҙанды уңған фермер кәртәләп алып, уны былтыр көҙ яҡшы итеп эшкәртеп һалған. Төшөм гектарынан 4-5 центнер көтөлә. Игенде яҫмаларға һалыуҙа ЖВП-4,9 урғысы менән МТЗ-82.1 тракторында Фәнис Хәмитов эшләй, ул үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Игенде урып-һуғыу өсөн “Нива” комбайны ла әҙер. Шул уҡ ваҡытта 100 гектарҙа иҡтисади табышлы культура – етен үҫтерелә. Унан ярайһы уңыш алырға иҫәп тота эшҡыуар. 

Ир терәге – ер
Ир терәге – ер


Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында иң яуаплы мәл етте – бөгөн ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу эштәре киң ҡолас ала. Әле иген культуралары 20 мең гектар майҙанда сабылған, шуның 18 мең гектарында урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте уртаса 4,5 центнер тәшкил итә. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов билдәләүенсә, ер тураһында даими хәстәрлек күргән, орлоҡ мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бүлгән, миҙгелле кампаниялар осоронда тейешле технологияларҙы күҙәткән, сәсеүлектәргә микроашламалар ин-дергән, сифатлы гербицидтар менән эшкәрткән хужалыҡтарҙа төшөм дә башҡаларға ҡарағанда байтаҡҡа яҡшыраҡ.

Билдәле, аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында һәр хужалыҡ кәмендә 20-25 процент уңышын юғалтты, район буйынса яҡынса 30 мең гектарҙағы сәсеүлектәр янып юҡҡа сыҡты.

Сыңғыҙҙан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Нияз Уразбаев өсөн дә йыл яҡшынан түгел. Малсылыҡ тармағы менән уңышлы шөғөлләнгән һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Нияз Рәжәп улы һуңғы йылдарҙа үҫемлекселек тармағын ныҡлап үҫтереүгә тотондо. 60 баш һыйыр малын аҫрау һәм уны ныҡлы аҙыҡ базаһы менән тәьмин итеү өсөн, билдәле, етерлек сәсеү майҙандары ла кәрәк. 220 гектарҙағы иген һәм техник культуралар тап шул маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә лә инде.

Крәҫтиән-фермер хужалығының Таулыҡай ауылы янындағы һоло һәм бойҙай баҫыуында бөгөн иң ҡыҙыу мәл – бында ураҡ эштәре ҡыҙа. 120 гектарҙағы майҙанды уңған фермер кәртәләп алып, уны былтыр көҙ яҡшы итеп эшкәртеп һалған. Төшөм гектарынан 4-5 центнер көтөлә. Игенде яҫмаларға һалыуҙа ЖВП-4,9 урғысы менән МТЗ-82.1 тракторында Фәнис Хәмитов эшләй, ул үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Игенде урып-һуғыу өсөн “Нива” комбайны ла әҙер. Шул уҡ ваҡытта 100 гектарҙа иҡтисади табышлы культура – етен үҫтерелә. Унан ярайһы уңыш алырға иҫәп тота эшҡыуар.

Быйылғы мал ҡышлатыу миҙгеленә предприятие яҡшы әҙерлек менән инә: етерлек бесән тупланған, шул уҡ ваҡытта һалам һәм фураж һалыу буйынса ла хәстәрлек күрелә. “Н.Р. Уразбаев” КФХ-һы ете кешене эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ә ауылды үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә, Сыңғыҙ тормошонда ҡайнап йәшәй. Ир терәге – ер булыуын иҫәпкә алып, Нияз улы Арсланды ла бәләкәйҙән тыуған төйәген яратырға өйрәтә, ул бөгөн атаһының уң ҡулы булып тора. Быйыл 8-се класҡа уҡырға барасаҡ үҫмер ауыл хужалығы кампанияларының барыһында ла әүҙем ҡатнаша, ҡанат нығыта. Тап ошондай йәштәребеҙ ауылдарыбыҙ киләсәге булып тора ла инде.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

ҺҮРӘТТӘ: Нияз Уразбаев (уртала) механизатор Фәнис Хәмитов һәм улы Арслан менән.

А. ЮЛДАШБАЕВ фотолары

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас