Һаҡмар
-10 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 08:22
Яҡындағы ағаслыҡтан, япраҡ ҡырҡып килтерҙем,
Шулай итеп йәй айының йәмлҽ июнь айында Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ мҽнән тәбиғәт ҡосағына япраҡ бәйләргә сыҡтылар.
Яҡындағы ағаслыҡтан
Япраҡ ҡырҡып килтерҙем,
Шул япраҡтан ҡышҡылыҡҡа
Миндек бәйләп киптерҙем.
Борон-борондан күп кенә халыҡтар мунса ингәндә япраҡ ҡулланғандар. Йәшәгән урынына ҡарап миндекте төрлө ағас япрағынан яһағандар. Ылыҫлы урманда ылыҫ ағасы япраҡтары ҡулланыла, ылыҫтың эфир майҙары тәнгә шифаһын бирә. Беҙҙең яҡта төрлө ағас, тирәк, ҡайын, муйыл, алмағас, сейә япраҡтарын миндек итеп ҡулланалар. Япраҡ әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Май аҙағы, июнь башында ҡырҡылған япраҡ бөтә ауырыуҙарға ла шифа, сөнки был ваҡытта тәбиғәт яңы уяна, ағастарҙың көсө күп, япраҡтар йәш була.
Шулай итеп йәй айының йәмлҽ июнь айында Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ мҽнән тәбиғәт ҡосағына япраҡ бәйләргә сыҡтылар. "Ағаслыҡҡа килгәс тә, унан башта фатиха һорарға кәрәк" тип аңлатты ағинәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар япраҡ әҙерләгән арала балалар ҡушып бәйләргә тип яландан төрлө-төрлө дарыу үләндәре, сәскәләр йыйып алып килделәр. Ағинәйҙәр йәш быуынға миндек бәйләү оҫталығын курһәттеләр.
Эштән һуң Ер-әсәгә рәхмәт әйтҽп, доғалар уҡып таралыштылар.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"