Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 09:05
Ишейҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙары
-
Ҡатын –ҡыҙҙарҙы беҙ көсһөҙ зат тиергә күнеккәнбеҙ. Был, ысынлап та, шулаймы? Иркә генә, наҙлы ғына, нәззәкәтле генә, күндәм генә гүзәл заттарыбыҙ араһында ауыр яҙмышлылар ҙа, шул ауырлыҡтарҙы үҙҙәренең сибек кенә иңдәрендә лайыҡлы күтәрерҙәй ихтыяр, рух көсө тапҡандар ҙа бихисап. Ә беҙҙең Ишейҙә ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүгә лә, бөтә мәҙәни сараларға ла ихлас йөрөгән, ҡунаҡсыл да, дәртле лә ҡатындар күп, аллаға шөкөр.
Һуңғы осорҙа интернет селтәрҙәрендә күреп тораһығыҙ, беҙҙә район, республика кимәлендәге саралар бик ойошҡанлы үтте, ауылыбыҙ йәмләнде. Әле бына Темәс ауылы хакимиәте башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы, район депутаты Набиуллин Рөстәм Радик улы һәм ауыл активистары менән кәңәшләшеп, ошо һәр сарала ла әүҙем булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы йыйып, хөрмәтләп рәхмәт хаттары менән бүләктәр тапшырып, сәй табыны ойошторҙоҡ. Һәр ваҡыт шулай әүҙем булайыҡ, ауылдаштар.
(Рәхмәт хаттары менән бүләктәр ир-егеттәргә лә булды)
Венера Ҡасҡынова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"