Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 17:15

Билалда - "Йыуаса байрамы"

Билалдар һәр нәмәнән матурлыҡ, шатлыҡ, байрам таба. Был юлы улар "Йыуаса байрамы" үткәрҙе.

Билалдар һәр нәмәнән матурлыҡ, шатлыҡ, байрам таба. Был юлы улар "Йыуаса байрамы" үткәрҙе. Арабыҙҙа иң олоһо, тыл ветераны Рәйлә инәй Әминева. Ул һәр йортта аяттар уҡыны, хәтерләүҙәре алыҫ үткәндәргә, ауыр һуғыш йылына барып тоташты. Икенсе ҡатнашыусыбыҙ Нәфисә апай Әминева оҙаҡ йылдар урындағы дауаханала йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Зәкиә апай Хөсәйенова совхоздың бухгалтеры булды. Гүзәл апай Таңғатарова менән Илдүсә апай Әминева икеһе лә мәғариф ветерандары. Фәнүзә Шаһибалова "Колибри" теген цехында тегенсе. Уларҙың барыһы ла мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай.

Ни өсөн беҙ тап "Йыуаса байрамын" һайланыҡ һуң? Элек - электән беҙҙең халыҡта ҡунаҡ саҡырышыу матур йолаларҙың береһе. Ҡасандыр хәҙерге кеүек өҫтәл тулы һый-ниғмәт тә булмаған, табаҡ тултырып йыуаса бешергәндәр ҙә ҡунаҡ һыйлағандар. Өҫтәлемдә шул юҡ, был нәмәне әҙерләмәгәнмен, тип тә бошонмағандар. Беҙ, билалдар тап ошо онотолоп барған йоланы тергеҙеү һәм әлбиттә, бер-беребеҙҙән йыуаса рецебы менән уртаҡлашыу маҡсатында үткәрҙек был сараны. Рәйлә инәйҙән башланып киткән эстафетаны башҡалар дәррәү күтәреп алды. Һәр бер йортта булып ниндәй генә йыуасаны тәмләп ҡараманыҡ, ниндәй генә иҫтәлекле бүләктәр алманыҡ. Йыуаса бешереүгә лә ҙур оҫталлыҡ, таһыллыҡ кәрәк икән. Беҙҙең дә эстафетала ҡатнашыусылар һәр төрлө рецепт менән бешергән йыуасаны өҫтәлгә теҙҙе. Кемдер тик йылымыс һөткә генә баҫа, икенселәр ҡамырына йомортҡа ҡуша, кемдер ойоған һөткә баҫа булып сыҡты йыуса ҡамырын. Табындағы йыуасалар төрлө-төрлө булһа ла, билалдарҙың теләктәре бер: табындар һәр ваҡыт мул, күк йөҙө аяҙ, үҙебеҙ һау булайыҡ!
(фотолар Фәнүзә Шаһибалованан)
Райхана Булатова,
Билал ауылы,
китапханасы.
Читайте нас