Теләк
Зарығып та Ерем ямғыр көтә –
Бар тәбиғәт һыуға сарсаған.
Битләүҙәрҙә үләндәр ҡыуарҙы,
Һайрар ҡоштар хатта тын ҡалған...
Мейе ҡайнай Ҡояш ҡыҙыуынан,
Ҡороп, ергә һеңә инештәр.
Ергә төшкән орлоҡ шыта алмай,
Бөрөләнә алмай емештәр.
Аллаһынан шифа ямғыр һорап,
Тау башына сыға ололар.
Кем гонаһы өсөн бындай ғазап?
Ярлыҡауҙы икән кем һорар?
Әлһерәгән ағас-ҡыуаҡтарға
Ҡарап тороуҙары аяныс...
Я, Раббым, бәндәң ярҙам һорай,
Өмөттәрҙән табып йыуаныс...
Тәкбир әйтеп һиңә, ялбарабыҙ,
Ишетә күр беҙҙең теләкте!
Шифа тамсыларың Ергә һибеп,
Тынысландыра күр йөрәкте!!!
Мотал Рәмов.
-8 °С
Болотло