Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2021, 19:55

Күңелендә яҡшылыҡ йөрөткәндәр

Анааауы фотолағы егетте күрәһегеҙме? Ул беҙҙең 10 класс уҡыусыһы Рәсим Ҡарамырҙин була. Иртәгә бөтә мәктәп менән өмә итеп, мәктәп яны баҡсаһын ҡаҙып, түтәлдәр эшләйбеҙ тигәнде ишеткәс, төштән һуң килеп бөтә баҡсаны һөрөп ташлаған, рәхмәт яуғыры. Тырматып, сәсә торғаны ғына ҡалған беҙгә

МИЛӘҮШӘ ЮЛДАШБАЕВА.

Изге Рамаҙан айында күңелендә яҡшылыҡ йөрөткәр һәр кем мөғжизә көтә һәм изгелек ҡылырға ашыға. Ошо айҙың һуңғы көндәрендә генә бер нисә матур күренештең шаһиты булырға тура килде. Беренсеһе 8 май көнө Баймаҡҡа ярышҡа алып барған балаларҙы ашатырға кафеға индергәс булды. Ҡайһы бер балаларҙың бер тин дә аҡсаһы юҡ ине, Сажидә Миңлехан ҡыҙы менән уларҙы ашатырға тип ҙур пиццаға заказ бирҙек, 400 һум тора икән. Инде генә түләргә тип картаны сығарыуыма, артымда торған бер егет: " Апай, бынау балаларға тигән пиццағыҙҙың аҡсаһын мин түләйем әле,"- тип һораны. Аптырап артыма әйләнеп ҡараным да: "400 һум",- тинем????. "Булһын!"- тине лә кассаға түләп сыҡты ла китте. Исемен дә һорап өлгөрмәнем исмаһам????????????.
Икенсеһе ошо уҡ балаларҙы ярышҡа алып барған автобус хаҡын бер уҙамандың түләүе булды. Уның исемен белһәк тә, әйтмәүҙе һораны????????????
Өсөнсөһө бөгөн төштән һуң изгелек ҡылды????????????. Анааауы фотолағы егетте күрәһегеҙме? Ул беҙҙең 10 класс уҡыусыһы Рәсим Ҡарамырҙин була. Иртәгә бөтә мәктәп менән өмә итеп, мәктәп яны баҡсаһын ҡаҙып, түтәлдәр эшләйбеҙ тигәнде ишеткәс, төштән һуң килеп бөтә баҡсаны һөрөп ташлаған, рәхмәт яуғыры. Тырматып, сәсә торғаны ғына ҡалған беҙгә ????????????????????????????????????
Тормошобоҙ шундай матур, изге күңелле кешеләр менән тулы икән ул. Күрә белергә генә кәрәк????????????
Читайте нас