Бөтә яңылыҡтар
3 Май 2021, 12:52

Обелискты төҙөкләндергәндәр

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Октябрь ауылы халҡы бик үҙенсәлекле итеп хәтергә ала. Улар ауылдарын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү менән шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Октябрь ауылы халҡы бик үҙенсәлекле итеп хәтергә ала. Улар ауылдарын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү менән шөғөлләнә.
― Ауылды төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү ― дәһшәтле һуғыш юлын ҡаһармандарса үткән һәм яу юлында ятып ҡалған ветерандарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүгә тиң, ― тиҙәр Октябрь ауылы халҡы.
Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына ҡарата улар обелиск юлын рәтләгәндәр.
Был турала ауыл клубы культорганизаторы хәбәр итеп, ауылы халҡына, айырып әйткәндә И.М. Сөләймәновҡа, Б.М. Хужабиргәноваға, И.И. Сөләймәноваға, А.В. Ғәлиуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Читайте нас