Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2021, 16:43

Аты барҙың – ҡанаты бар

Иң аҫаба башҡорттар йәшәгән төбәк булараҡ, беҙҙең район милләтебеҙҙең борон-борондан изге мираҫ булып тапшырыла килгән милли спорт төрҙәрен, халыҡ кәсептәрен бөгөнгәсә һаҡлап ҡалыуы менән республикала дан тота. Шулар араһында ат спорты ярыштары айырым урынды биләп тора.

Иң аҫаба башҡорттар йәшәгән төбәк булараҡ, беҙҙең район милләтебеҙҙең борон-борондан изге мираҫ булып тапшырыла килгән милли спорт төрҙәрен, халыҡ кәсептәрен бөгөнгәсә һаҡлап ҡалыуы менән республикала дан тота. Шулар араһында ат спорты ярыштары айырым урынды биләп тора.
Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы йылҡы һаны, ит һәм ҡымыҙ етештереү буйынса республикала алдынғылыҡты биргәне юҡ. Башҡорт тоҡомло атты һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү, ат спортын яңы кимәлгә күтәреү буйынса беҙҙең төбәк Башҡортостанда тәжрибә үҙәге булып тора. Райондың ат спорты тармағы республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә һәм унан ситтә лә киң билдәле – беҙҙең арғымаҡтар һәм спортсылар бөгөн ил, халыҡ-ара күләмдәге ярыштарҙа бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй.
Ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған был спорт төрөнә иғтибар йылдан-йыл арта, уның менән шөғөлләнеүселәр күбәйгәндән-күбәйә, йыл әйләнәһенә әллә нисә тапҡыр ат ярыштары үтә. Район хакимиәте менән бер рәттән, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар, эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа бергәләшеп ойоштора бындай тамашаларҙы һәм улар үҙ янына бихисап көйәрмәнен йыя.
Үткән шәмбе йәмле Граф күле буйында ойошторолған яҙғы ат спорты байрамы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды һәм унда Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан 40-тан ашыу арғымаҡ һәм спортсы ҡатнашты.
- Милли уйындар һәм ат спорты тармағы үҫешкән төбәктә – бәрәкәтле Баймаҡ ерендә бындай кимәлдәге байрамдар ойоштороу беҙҙә матур йолаға әүерелгән һәм ул бөгөн Урал аръяғы төбәгенән дә ҡатнашыусыларҙы үҙ янына йыйҙы, - тип билдәләне ярыштарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. - Артабан да был спорт төрөнә беҙҙә иғтибар бермә-бер артһын, элекке милли уйындар тергеҙелһен, халҡыбыҙ тарихи үткәнен яҡшыраҡ белһен.
Ат спорты байрамы Баймаҡ районының “Ирәндек” һәм Бөрйән районының “Бөркөт” командалары араһында “Ылаҡ” уйыны менән башланып китте. Әйтергә кәрәк, Рәсих Йортбәков етәкселегендәге беҙҙең район командаһы ике таймда ла ышаныслы уйын күрһәтте һәм бөрйәндәрҙе 2:0 иҫәбе менән еңде.
Ярыштарҙың беренсе заезында 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар Баймаҡ районы хакимиәте башлығы кубогы өсөн көс һынашты. Дистанция – 2000 метр. Бында Темәстән Илназ Мостафин Космос ҡушаматлы атында (хужаһы Рим Әхмәров) еңеүсе булды. Икенсе урынды Әбйәлилдән Бөркөтөндә Илмир Таһиров, өсөнсө урынды Шейх ҡушаматлы арғымағында Темәстән Арслан Рәхимов (Рим Әхмәров) алды.
3 йәш һәм унан өлкән башҡорт тоҡомло аттар “Ирәндек” шәфҡәтлелек фонды призына 4000 метр араға уҙышты. Бында Белорет районынан Ялҡынында Винарис Вәлиев ыщшаныслы еңеү яуланы. Күсейҙән Арғымағында Фәнзил Йосопов (Урал Игебаев), Темәстән Осҡон ҡушаматлы атында Ҡәйүм Хөсәйенов (Әхмәт Хөсәйенов) артабанғы урындарҙы бүлеште.
Санаға егелгән аттар 6000 метр дистанцияға баҫты. Бында, алдан уҡ көтөлгәнсә, Билалдан район һәм Урал аръяғы төбәгенең бер нисә тапҡыр еңеүсеһе Мирфат Әбйәлилев Тейен ҡушаматлы атында йәнә иң етеҙе булып сыҡты. Мерәҫтән Илгиз Хафизов Торпедоһында – икенсе, Билалдан Айгиз Үҙәнбаев Тарпанында өсөнсө урындарҙы алды.
6000 метрлыҡ бәйгелә “Ирәндек” шәфҡәтлелек фондының Данияр Назарбаев сапҡан Турысайы финиш һыҙығын беренсе булып киҫте. Темәстән Сокол ҡушаматлы атында Рәзиф Әхмәров (Айнур Йосопов) һәм Ҡуянтауҙан Амурында Илсур Сыңғыҙов артабанғы урындарҙы бүлеште.
Баймаҡ ерендә башланғыс алған яңы спорт төрө – ат биатлоны ысын ир-егеттәрҙе ярыш майҙанына йыйҙы. Атта һыбай сабыу, йәйәнән уҡ атыуһы үҙ эсенә алған был ярышта Үрге Яйыҡбайҙан Ғәфүр Рахманғолов берәүҙе лә алдына сығарманы. Ғүмәрҙән Юнир Заманов – икенсе, Ғәҙелбайҙан Рәсих Йортбәков өсөнсө урындарҙы яуланы.
Һыбайлыларҙың “Ауҙарыш” башҡорт милли көрәше быйыл тәүләп үткәрелде һәм унда Бөрйән районынан Рәмил Әхмәтов менән Илнур Әлмөхәмәтов һәм Әбйәлилдән Ғәлим Яуымбаев иң көслөләре булып танылды.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас