Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 10:45

Былар ҡыҙыҡлы

- Кеше мейеһе энциклопедияға ҡарағанда 5 тапҡыр күберәк мәғлүмәт һыйҙыра ала. - Мейе төндә яҡшыраҡ эшләй. - Ғалимдар фекеренсә, IQ һы юғары кешеләр төштө күберәк күрә. - Мейе 80 % ҡа һыуҙан тора. - Кешенең көнөнә 60-100 бөртөк... (Дауамы сайтта)


- Кеше мейеһе энциклопедияға ҡарағанда 5 тапҡыр күберәк мәғлүмәт һыйҙыра ала.
- Мейе төндә яҡшыраҡ эшләй.
- Ғалимдар фекеренсә, IQ һы юғары кешеләр төштө күберәк күрә.
- Мейе 80 % ҡа һыуҙан тора.
- Кешенең көнөнә 60-100 бөртөк сәсе ҡойола.
- Урта бармаҡтың тырнағы башҡаларына ҡарағанда тиҙерәк үҫә.
- Ҡулдағы тырнаҡтар аяҡтыҡына ҡарағанда 4 тапҡырға шәберәк үҫә.
- Бер сәс бөртөгө 3-7 йыл йәшәй.
- Ашҡаҙандағы кислота лезвиены "ашап", юҡҡа сығарырлыҡ кәскә эйә.
-Ҡан тамырҙарының оҙонлоғо - 96 000 км.
-Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәге ирҙәрҙекенә ҡарағанда шәберәк тибә.
- Бауыр 500 ҙән ашыу функция үтәй.
- Сөскөрөү тиҙлеге 160 км/с, йуткереү тиҙлеге - 900 км/с..
- Тештәр тыуырҙан 6 ай алда үҫә башлай.
- Тыуған мәлдә 90 % бала күк күҙле була.
- 2000 баланың берәүһе тешле булып тыуа.
- Ҡатын-ҡыҙ еҫте ирҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ тоя.
- Танауҙың да хәтер һандығы бар. Ул 50 000 төрлө еҫте иҫендә тота.
- Йөрәк өйәнәге күбеһенсә дүшәмбелә күҙәтелә.
- Ҡояшта яныу ҡан тамырҙары өсөн бик зыянлы.
- 90 % ауырыу стресс арҡаһында килеп сыға.
- Кискеһен беҙ иртәнсәккә ҡарағанға 1 cм ға түбәнерәк.
- Иң көслө мускул - тел.
- Тәндең 1 cм квадратында 16 000 бактерия йәшәй.
- Тире 27 көнгә бер яңырып тора.
- Организмда минутына 3 000 000 күҙәнәк үлә, әммә уның урынына 3 млрд яңы күҙәнәк барлыҡҡа килә.
- Ер шарында ике бер төрлө бармаҡ эҙе юҡ.
- Һалҡын бүлмәлә ҡурҡыныс төштәр керә.
- Үҙ-үҙеңде ҡытыҡлап булмай.

/Интернеттан/
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: