Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 23:26

Шашка, шахмат уйнаныҡ

#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества#РЦНТ#Сәләмәтһәмәүҙемоҙайлыйәшәүйылы#ИҫкеСибаймәҙәниәтйорто#сәләмәтауылИҫке Сибай ауылында шашка, шахмат уйыны ярышы уҙғарыу матур йолаға әйләнде.

#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества#РЦНТ#Сәләмәтһәмәүҙемоҙайлыйәшәүйылы#ИҫкеСибаймәҙәниәтйорто#сәләмәтауыл
Йолаға әүрелеп китте инде шашка, шахмат уйыны. Был юлы башланғыс һәм урта синыф уҡыусылары араһында ярыш үткәрелде. Шашка уйынын ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы ауыл старостаһы Зөһрә Ғәйнуллина ине. Әүҙем генә һәр синыфтан шашка уйынын үҙ иткән уҡыусылар йыйылдылар. Уйынлы-ысынлы, етди лә, ә ҡайһыларға бик еңел бирелде был уйын. Баһалама комиссия ағзаларына эшләүе лә еңелдән булманы, әммә Руслан Давлетчурин менән Рөстәм Шәрипов ғәҙел булып сыҡтылар. Шулай итеп башланғыс синыфтар араһында Ишмурзин Руслан - 1 урын,Ишемғолов Бәхтийәр-2урын,Әбдрәхимов Рушан-3урын, урта синыфтар араһында Ласынов Арсен-1урын,Хәләфитдинов Айгиз-2урын, Насретдинова Алина-3урын. Сабирйән Байназаров үҙенең ейәндәрен алып килеп таныштырып, уйнатып, өйрәтеп, үрнәкле ҡартатай булыуы менән ҡыуандырҙы. Ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, баһалама комиссияһына, янып-көйөүселәргә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр саҡ шулай әүҙем, спортты һөйөүселәр булып ҡалығыҙ.
Читайте нас: