Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2021, 02:50

Түбәнең уңған оҫтаһы

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип тап Түбә ауылынан Үлйәбаев Юлай Лоҡман улына ҡарата әйтелгән.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Түбә ауылынан Үлйәбаев Юлай Лоҡман улы тап бына шундайҙарҙан. Йәйгеһен тирә - яҡ ауылдарҙы мүк менән тәъмин итһә, ҡышҡыһын тал сыбыҡтарынан тормошҡа кәрәк - яраҡ һауыттар үреүҙе үҙ иткән ул. Юлай Лоҡман улының фантазияһы иҫ киткес. Ул икмәк , емеш-еләк һауыттары булһынмы, ул ҡош-ҡорт ояларымы, теген машинаһы һауытымы, төрлө кәрзиндәрме - һәр береһе ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле.
Юлай Үлйәбаев был эште 2019 йылда башлап киткән. Тәүҙә ҡыҙыҡ өсөн тауыҡ ояһы үреп ҡараған. Тәүге эше бик матур килеп сыҡҡас интернеттан уҡып ентекләп өйрәнергә тотонған. Икенсе яҡтағы оҫталар менән кәңәшләшеп талдан төрлө - төрлө биҙәктәр эшләргә өйрәнеп алған. Хәҙер үҙе генә белгән ят биҙәктәре менән биҙәй һауыттарын.
Юлай Үлйәбаев өлгөлө ғаилә башлығы ла. Кәләше Лиана менән өр-яңы ҙур өйҙәрендә Юлдаш исемле ул, һәм Азалия исемле ҡыҙҙарын тәрбиәләйҙәр.
Киләсәктә дивандар, бәүелә торған креслолар үрергә планда бар, тей Юлай Лоҡман улы. Шундай эшлекле егеткә "Афарин! " тиергә һәм киләсәктә уңыштар теләргә генә ҡала.
Читайте нас: