Ишкилдиндар ғаиләһе һоҡландырҙы

4-се лицейҙан уҡытыусылар ғаиләһе Ишкилдиндарҙың бәләкәстәре менән сығыш яһауын һоҡланып ҡараныҡ. Ғаиләгеҙ һәр саҡ шатлыҡта йәшәһен, бөгөнгөләй шат һәм бәхетле булығыҙ гелән!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишкилдиндар ғаиләһе һоҡландырҙыИшкилдиндар ғаиләһе һоҡландырҙы
Ишкилдиндар ғаиләһе һоҡландырҙы

Гөрләп тора өйөбөҙ,

Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,

Атай, әсәй, олатай,

Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.

Аҙбар тулы мал-тыуар,

Баҡса тулы йәшелсә,

Ялҡауланып тормайбыҙ,

Һәр кем эш белеп үҫә.

Хәрәкәттә- бәрәкәт,

Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,

Эшләһәң, Аллаһ бирә,

Табын тулы һый-ниғмәт.

- Күршеләргә хөрмәтле,

Кешеләргә хөрмәтле,

Булығыҙ, - ти, - олатай,

- Беҙ - Мөхәммәт өммәте!

Гүзәл Ситдыҡова.

Автор:Гузель Салихова