Бөтә яңылыҡтар

Ҡомалаҡ икмәге

ҠОМАЛАҠ ИКМӘГЕ. Ҡомалаҡтан әсе икмәк һалдым, Ҡыҙарып та беште икмәгем. Хәс әсәйем бешергән икмәк-тип, Семтеп кенә алып тәмләнем. Туғайҙы аңҡытып ҡомалаҡтар Йыйған саҡтар төштө иҫемә. Әсәйемдең "баш" әҙерләгәне Салынғандай булды күҙемә. Ҡомалаҡтың еҫле сәскәләрен Услап һалыр ине ҡаҙанға. Өйгә хуш еҫ таратҡан ҡомалаҡ, Күҙ алдымда кеүек һаман да. Урғып-урғып ҡайнаған ҡомалаҡ Бар донъяға хуш еҫ тарата. Әллә шуға ошо әпәкәйҙе Әсәкәйем бигрәк ярата. Һөҙгөс аша һыуын һөҙөп алғас, Аҡ он һалыр ине тағы ла. Көйләй-көйләй болғар ине уны, Әллә йәшлеген әсәм, һағына. Бер аҙ һалҡыная төшкәс кенә Өҫтәр ине уға әҙер "баш". Иҫкә төшкәс әле, әсәкәйем, Тулышҡандай булды күҙгә йәш... Икмәгемде ҡосоп еҫкәй-еҫкәй, Үткәндәргә ҡайтып әйләндем . Ҡомалаҡ икмәге бик тәмле-тип, Үҙ алдыма ғына һөйләндем. Х. И. Ишдәүләтова. 25.03.2026 йыл. Ишей ауылы.

Ҡомалаҡ икмәге
Ҡомалаҡ икмәге

ҠОМАЛАҠ ИКМӘГЕ.

Ҡомалаҡтан әсе икмәк һалдым,

Ҡыҙарып та беште икмәгем.

Хәс әсәйем бешергән икмәк-тип,

Семтеп кенә алып тәмләнем.

Туғайҙы аңҡытып ҡомалаҡтар

Йыйған саҡтар төштө иҫемә.

Әсәйемдең "баш" әҙерләгәне

Салынғандай булды күҙемә.

Ҡомалаҡтың еҫле сәскәләрен

Услап һалыр ине ҡаҙанға.

Өйгә хуш еҫ таратҡан ҡомалаҡ,

Күҙ алдымда кеүек һаман да.

Урғып-урғып ҡайнаған ҡомалаҡ

Бар донъяға хуш еҫ тарата.

Әллә шуға ошо әпәкәйҙе

Әсәкәйем бигрәк ярата.

Һөҙгөс аша һыуын һөҙөп алғас,

Аҡ он һалыр ине тағы ла.

Көйләй-көйләй болғар ине уны,

Әллә йәшлеген әсәм, һағына.

Бер аҙ һалҡыная төшкәс кенә

Өҫтәр ине уға әҙер "баш".

Иҫкә төшкәс әле, әсәкәйем,

Тулышҡандай булды күҙгә йәш...

Икмәгемде ҡосоп еҫкәй-еҫкәй,

Үткәндәргә ҡайтып әйләндем.

Ҡомалаҡ икмәге бик тәмле-тип,

Үҙ алдыма ғына һөйләндем.

Х. И. Ишдәүләтова.

25.03.2026 йыл.

Ишей ауылы.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас