-11 °С
Болотло
«ВАҠЫТ ЕТМӘЙ»
Бар булғаны менән риза булып,
Аллаһ теләгәнсә йәшәргә.
Ваҡыт етмәй ҡайсаҡ йоҡларға ла,
Ҡайнар ашты тәмләп ҡабырға.
Ашығабыҙ… белмәй ҡиблаларҙы,
Ҡай тарафтан ғына табырға?
Ваҡыт етмәй ата-әсәйҙәрҙе
Иҫән саҡта ҡайтып күрергә.
Йәнгә ауыр йөктәр йыйып алып,
Зарланабыҙ яҙмыш - дәүергә.
Ваҡыт етмәй… Тик уфтанмайыҡ әле…
Ҡайғы еле генә иҫмәһен.
Бар нәмәгә ваҡыт етмәгән кеүек,
Китергә лә ваҡыт етмәһен.
Ирек Ғабдрахманов һүҙҙәре һәм көйө.