– Ашҡа хуш итәйек, йәмәғәт...
Гөлсәсәк Әлиәнең һаҡ ҡына бөйөрөнә төрткәненә һиҫкәнеп китте лә, тирә-яғына ҡаранды. Барыһы ла үҙенә текәлеүенән эштең нимәлә икәнен аңлап ҡалған ҡатын, алдындағы һыуынған сәйҙе ике-өс йотомда эсеп ҡуйҙы ла, ҡулдарын ҡушлап, амин тоторға әҙерләнде.
– Әлфир ҡыҙы Нәзиләнең рухына бағышлап ҡылған доғаларыбыҙҙы, биргән хәйер-саҙаҡаларҙы, табындағы һый-хөрмәтте Раббым, Аллам үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул итеп ал. Бәндәселек менән ҡылған гонаһтарын ярлыҡа, ә был донъяла ҡылған барлыҡ изгелектәрен, сауаптарын арттырып, урындарын ожмах түрҙәрендә насип ит. Амин, амин, амин!
Табын артынан иң тәүҙә ир-ат ҡуҙғалды. Гөлсәсәк күҙенә төйөлгән йәштәрҙе йәшерергә тырышып, өҫтәлдән бер аҙ һауыт-һаба йыйып алды ла, шуларҙы йыуыу һылтауы менән усаҡлыҡҡа сығып китте. Бөгөн Нәзиләнең етеһен уҡыттылар. 42 генә йәшлек әхирәте, класташы коронавирустан вафат булып ҡуйҙы. Һәр ваҡыт май ҡояшы кеүек йылмайып, тормошто йәмләп йөрөгән ҡатындың ай эсендә юҡҡа сығыуына Гөлсәсәк һаман да ышана алмай. Табиптарҙың алдан әйтеүенә ҡарамаҫтан, ул һуңғы сиккә тиклем мөғжизәгә ышанды. Тик үлем алдында дарыуҙар ҙа, аҡса ла, хатта ярҙам һорап салған ҡорбандар менән ҡылған доғалар ҙа көсһөҙ икән. Аҙна элек төнгө сәғәт 3-тә уны баш табиптың шылтыратыуы уятты.
– Гөлсәсәк Камиловна, зинһар, ғәфү итегеҙ. Һеҙ иң тәүҙә үҙегеҙгә шылтыратырға ҡушҡайнығыҙ...
– Ярҙам кәрәкме?! – Ҡатын шунда уҡ машина асҡысын эҙләй башланы.
– Юҡ... Биш минут элек үтте...
Үҙенең көсһөҙлөгөнән, ауыр юғалтыуҙан ҡатын үкһеп иларға кереште. Иртәнсәк шешенгән күҙ менән морг ишеге төбөндә тора ине инде. Шунан бирле бөтмәҫ мәшәҡәттәргә сумды: әхирәтенең мәйетен әҙерләү, тыуған ауылдарына алып ҡайтып ерләү, документтар артынан йөрөү, мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытыу өсөн табын хәстәрләү. Уның араһында ҡыҙын юғалтыуҙан ауырыуға һабышҡан Миңлебикә апайҙы, әсәһен таптырып илаған Фәнзилде йыуатырға ла өлгөрҙө. Әммә бер минутҡа ла уйынан Нәзиләне сығарманы.
...Улар район үҙәгенең яңы төҙөлөп ятҡан биҫтәһенең мәктәбенә уҡырға барғас танышты. Тәүге аҙнала Гөлсәсәк уға бөтөнләй иғтибар итмәне. Шаярырға яратҡан, кәрәк саҡта һуғышырға ла күп һорап тормаған ҡыҙ үҙе кеүек балалар менән дуҫлашып алды. Бер көндө ырғый-һикерә ҡайтып барғанында матур биҙәкле ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә илап ултырған ҡыҙҙы күреп, шып туҡтаны. Класташы икәнен белә, әммә исемен иҫләй алманы. Аҡ таҫмаға бәйләнгән сәсе туҙрай башлаған, күҙҙәре шешенгән матур ҡыҙҙы йәлләп ҡуйҙы ла, эргәһенә барып ултырҙы.
– Нимә булды? Өйҙә юҡтармы әллә? – Ҡыҙ баш ҡаҡты. – Әллә өйгә инә алмағанға илайһыңмы? Хәҙер кәртә аша һикереп төшәбеҙ ҙә...
– Ҡапҡа асыҡ ул, асҡыс та бар.
– Әтеү нимәгә илайһың һуң?
– Мәктәпкә йөрөгөм килмәй. Рәмил менән бергә ултырттылар ҙа, ул йә дәфтәремде йырта, йә ручканы һындыра. Ә бөгөн һүрәт төшөргән альбомдың тышын ҡап-ҡара итеп буяп ҡуйҙы. Оҡшамай миңә мәктәптә...
– Йыртһа, һин дә йырт, ниңә уға илап ултыраһың? Бер аҙ дөмбәҫләп алырға кәрәк уны!
– Әсәйем һуғышма, ти. – Тыныслана башлаған ҡыҙ ҡабат илап ебәрҙе. – Мин һуғышырға ла ҡурҡам.
– Һи-и, уның нимәһе бар?! Йоҙроғоңдо төйөп алаһың да, ныҡ итеп һуғаһың да һуғаһың. Еңелеп барһаң, тибешергә тотонаһың. Мин апайым менән ағайымды ла еңәм ул, ысынтылап тотонһам.
– Ә мин ҡурҡам.
– Ярай, иртәгә үҙем ул малай менән һөйләшермен. Әйҙә, беҙгә барып йыуынып ал, сәй эсербеҙ. Исемең кем әле?
– Нәзилә.
– Ә мин Гөлсәсәк.
– Беләм. Һин бит байрамда тәүге ҡыңғырауҙы шылтыраттың...
Икенсе көнөнә Гөлсәсәк класҡа барып инеү менән, Нәзиләне етәкләп үҙенең янына ултыртты. Рәмилгә йоҙроҡ күрһәтеп: “Икенсе Нәзиләгә тейеп кенә ҡара!” – тип янарға ла онотманы.
Шул көндән алып Гөлсәсәк менән Нәзилә айырылмаҫ дуҫтарға әүерелде. Үҫмерлек ҡорона инә бара Гөлсәсәк бер аҙ баҫылғандай булды: һуғышыуҙан туҡтаны, әсе телен дә бер аҙ тыя төштө. Шулай ҙа лидерлыҡ итеүенән туҡтаманы: һәр эште яйын табып, тик үҙенсә генә алып барҙы. Уҡыу алдынғыһы булыуы ла ярҙам итте – уҡытыусылар уға һүҙ тейҙермәне. Ҡулынан килмәгән эше лә юҡ үҙенең: ағаһынан машина йөрөтөргә өйрәнеп алды, уның менән бергә олаталарына бесән дә әҙерләште. Апаһынан уҙҙырып бешеренә, баҡса үҫтерә ине. Ә бейеү буйынса уға етеүсе мәктәптә булмағандыр – сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы өйөнә килеп, үҙ класына йөрөргә өгөтләне. Аҡсаға ла талымһыҙ ине: 9-сы кластан йәйге ялдарында үҙәк дауаханала санитарка булып эшләне. Студент саҡта иһә парикмахерға уҡып сыҡты ла, йыл әйләнәһенә үҙ сығымдарын ҡапларлыҡ аҡса таба башланы.
Ә Нәзилә әхирәте һис тә үҙгәрмәне. Элеккесә баҫалҡы, тыйнаҡ, үҙен яҡлап бер һүҙ өндәшмәҫ ҡыйыуһыҙ булып ҡалды. Әхирәте Гөлсәсәккә үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанғандыр ул. Проблемалар тыуған һайын, шылтыратып булһа ла:
– Дуҫҡайым, был осраҡта һин нимә эшләр инең? – тип кәңәш һорауына өйрәнеп тә бөттө уныһы. Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тип аптырап торманы – әхирәте артынан юғары уҡыу йортоноң иҡтисад бүлегенә инде – эргәһендә терәге булған кеше булыу уға уңайлы ла булғандыр, моғайын. Диплом алып, бер аҙ тәжрибә тупланы ла, Гөлсәсәк шәхси эшен асып ебәрҙе. Үҙе күберәк ойоштороу эштәре менән йөрөгәс, иҫәп-хисапты тулыһынса Нәзиләгә тапшырҙы. Үҙенә ышанғандай ышанған әхирәте өмөтөн тулыһынса аҡланы: һәр тин иҫәптә булып, эше алға барҙы.
Ғүмер юлын тулыһынса тиерлек бергә үткән, бер туғаны кеүек күргән яҡын кешеһен юғалтты Гөлсәсәк. Бер генә ауырлыҡ алдында ҡаушау белмәгән ҡатын үҙ-үҙен юғалтҡандай булды. Быға тиклем ул көс-ҡеүәт биреп тороусы, ауырлыҡтарҙы еңеүсе ролен үтәһә лә, артабан нисек йәшәргә белмәй аптырап ҡалды. Кемгә серен һөйләр, кемгә бар эшен ышанып тапшырыр, байрамдарҙы кем менән үткәрер? Кем уның эш менән йөрөп, үҙ-үҙен онотҡанда: “Бөгөн йоҡоң туйғансы йоҡлап ал әле, тиҙ ҡыҙып китеүсән була башланың”, йәиһә “Ауылдан күстәнәс килде, сәй эсергә килеп сыҡ”, – тип тынысландырыр икән? Фәнзил улының да уға эҫенеүенән Нәзилә көнләшмәне, киреһенсә, араларын нығыраҡ бәйләне. “Һиндәге әсәлек тойғолары нисек тә булһа сығырға тейеш бит. Атаһы булмаһа ни, улымдың әсәйҙәренән бәхете бар. Икебеҙ ҙә берҙәй яратабыҙ бит”, – тигәйне бер саҡ.
Быға тиклем Гөлсәсәк уйланғаны булмаһа ла, һуңғы ете көндә күңелен бер һорау өйкәй: бурыслы булып ҡалманымы икән әхирәте алдында? Мәңге йәшәрҙәй булып донъя көткән саҡта күп нәмәләр тураһында уйлап еткермәй икән әҙәм балаһы. Бары оло юғалтыу ғына ваҡыт ағышын бер аҙ яйлатып, тормошҡа яңы ҡараш менән бағырға мәжбүр итә. Быға тиклем барлыҡ булмышын шәхси эшен үҫтереүгә йүнәлткән Гөлсәсәк тә үлем алдында аҡсаның сүп кенә икәнен аңлап тетрәнде. Хәйер, ул бер ваҡытта ла аҡса ҡоло булманы. Бары тик йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан бер мәлдә, артабан тереклек итер өсөн яңы маҡсат табырға тырышты. Капитал артты, мәшәҡәттәр өҫтәлде – ҡасандыр күҙ йәштәренә мансылып ултырған мәлдәре көлкө лә тойола башлағайны. Нәзиләнең ул күберәк шәхси проблемаларын хәл итте: фатир, машина алырға ярҙам итте, улын тәүҙә балалар баҡсаһына, былтыр яҡшы мәктәпкә урынлаштырҙы, әсәһенә шифаханаға юллама алып бирҙе. Ә бит бер ваҡытта ла әхирәтенең кисерештәре тураһында уйланманы. Хатта беренсе мөхәббәтен онота алғанмы-юҡмы икәнен дә, Фәнзилдең атаһы кемлеген дә белмәй бит. Бер генә шул турала һүҙ ҡуҙғалтып ҡараны ул, әммә Нәзилә барыһын да шаяртыуға борҙо: “Барыһы ла һәйбәт. Ир табыу – минең проблема, уныһын да хәл итһәң, үҙ-үҙемә ихтирамым бөтөр...”
Шулар хаҡында уйлана-уйлана Гөлсәсәк башҡа ҡатындар менән бергә табынды йыйҙы, һауыт-һабаны йыуҙы, өйҙө тәртипкә килтерҙе. Мәшәҡәттәр тамам булғас, хушлашыу өсөн Миңлебикә апай янына инде.
– Ҡуҙғалаһыңмы? – Оло ҡатын ишектән күренеүе менән һаҡ ҡына һорап ҡуйҙы.
– Эйе. Ялдарға тағы килермен әле.
– Рәхмәт, балам. Әлдә һин булдың, нимә эшләр инек. Артабан да ташлама инде, зинһар.
– Ул ниндәй һүҙ тағы?! Әлбиттә, ташламайым. Фәнзилде лә, һеҙҙе лә...
– Ул баланы нисек аяҡҡа баҫтырырмын, күҙ етмәй.
– Икенсе килгәндә ул турала ныҡлап һөйләшербеҙ әле. Һәр хәлдә финанс яҡтан мин һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙермен. Документтар буйынса ла мәшәҡәттәр булмаҫ. Ә һеҙ туғандарығыҙ менән һөйләшегеҙ, кәңәшләшегеҙ. Бәлки, йәшерәк берәйһе баланы опекаға алыр?
– Ярай, балаларға әйтеп ҡарармын. Хәйерле юл, балам, иҫән-һау йөрө...
Сумкаһын тотоп ҡапҡа тышында торған машинаһына йүнәлгән ҡатын баҡса яғында шыңшып-шыңшып илаған тауыш ишетеп, туҡтап ҡалды. Фәнзил... “Нисек кенә һине йыуатайым икән, балаҡай?” – тип уйлана-уйлана уның янына китте. Алмағас төбөндәге эскәмйәлә ултырған малайҙы күргәс, бынан 35 йыл элек булған хәлдәр иҫенә төштө: Нәзилә лә тап шулай илай ине. Тик алдында – дәфтәре йыртылғанға ғына илаған ҡыҙ түгел шул, әсәһен мәңгелеккә юғалтҡан бала ултыра.
– Фәнзил, миңә лә ныҡ ҡыйын. Тик бер нисек тә хәлде үҙгәртә алмайым.
– Әсәй юҡ, һин дә китәһең...
– Оҙаҡламай тағы киләм. Мин һине ташламаясаҡмын, гел килеп йөрөрмөн, йәме?
– Мин хәҙер Өфөлә йәшәмәйемме?
– Әлегә әйтә алмайым. Һин өләсәйеңде тыңлап ҡына йөрө, йәме. Ә беҙ икенсе юлы барыһын да хәл итербеҙ.
– Ярай. Ә һин Өфөгә барғас, беҙҙең йортҡа инеп сыҡ әле. Унда әсәйҙең гөлдәренә һыу һибергә кәрәк ине.
– Ярай. Улайһа, бөгөн һеҙгә барып йоҡлармын.
Гөлсәсәк бала менән бер аҙ ултырҙы ла, ҡайтыр юлға сыҡты...
...Юлда бер аҙ тынысланған кеүек булһа ла, әхирәтенең фатирына инер алдынан тағы ла күҙ йәшенә төйөлдө. Ете йыл элек, Нәзилә ауырлы икәнен белгәс, икәүләшеп төрлө варианттарҙан һайлай-һайлай ошо фатирҙы алғайнылар. Был ишек артында уны һәр ваҡыт тыйнаҡ йылмайған әхирәте ҡолас йәйеп ҡаршы алыр булды.
Ишек ауыр асылғандай тойолдо. Йыйнаҡ фатирҙың да ҡото киткән кеүек. Гөлсәсәк бер талай аш-һыу бүлмәһендәге ултырғыста билдәһеҙ нөктәгә текәлеп ултырҙы. Ул бында Нәзиләне дауаханаға оҙатҡандан бирле килгәне юҡ. Әллә нисек сәйер булды уның ауырып китеүе. Онлайн эшләү ваҡытында байтаҡ документтар, килешеүҙәр йыйылып киткәйне. Йәй етеп, ғәҙәти эш режимы башланыуға, әхирәте улын ауылда ҡалдырып, Өфөгә килеп етте. Һәр береһенең айырым кабинеты булыуға, битлек режимы тотоуға һәм барлыҡ һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәүгә ҡарамаҫтан, офистағы ике хеҙмәткәр ауырып китте. Береһе ике аҙна изоляцияла ятты ла, һин дә мин эшкә сыҡты. Ә Нәзиләнең хәле бер көйө ҡалды. Еңелсә тымау һәм баш ауыртыуын һанамағанда, организмында тайпылыштар булманы. Үпкәһе лә таҙа булғас, уны тәүҙә дауаханаға һалманылар. Гөлсәсәк табип яҙған дарыуҙарҙы, ашарға ризыҡ, емеш-еләк ташыны, телефон аша һөйләшеп торҙолар. Иртәнсәк һин дә мин һөйләшкән, ҡоротло һурпаға заказ биргән Нәзилә кискә табан тағы шылтыратты: “Дуҫҡайым, хәлем ҡапыл насарланған кеүек. Әле “Ашығыс ярҙам” саҡырҙым...” Уның хәбәрен тыңлап та бөтмәне, Гөлсәсәк янына елдерҙе. Йоғошло ауырыуҙан ҡурҡыуы ла онотолдо. Килеп, әйберҙәрен йыйып, кәрәк-яраҡтар әҙерләп, үҙе оҙатып ҡалды. Аҙаҡ таныштары аша Нәзилә ятҡан дауахананың баш табибына сығып, мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләргә үтенгәйне. Тик ярҙам итә алманылар шул...
Гөлсәсәк гөлдәргә һыу һипте, һыуытҡыстағы иҫкергән ризыҡтарҙы сығарып түкте, бүлмәне елләтеү өсөн тәҙрәне асып ҡуйҙы, кер йыуыу машинаһына әхирәте ятҡан постелде һалып тоҡандырҙы. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөүгә ҡарамаҫтан, йоҡоға китә алманы. Борғаланып ята торғас, Нәзиләне дауаханаға оҙатҡан мәл иҫенә килеп төштө.
– Китап кәштәһендәге күк папкала бер хат бар. Артабан нимә эшләргә кәрәклеген үҙең хәл итерһең...
Әхирәтен аяҡҡа баҫтырырға тырышыу, аҙаҡ ерләү мәшәҡәттәре менән йөрөп, ул турала бөтөнләй онотҡан ине. Гөлсәсәк тороп, китап кәштәһенең ишектәрен асып, теге папканы эҙләргә тотондо. Эсендә “Дуҫыма” тип яҙылған асыҡ конверт ята ине. Тәүге юлдарҙан уҡ уның үҙенә атап яҙылғанын аңланы ул.
“Ғүмерлек дуҫым, Гөлсәсәгем минең. Телевизорҙан илдәге хәл-торошто һөйләп торалар, шуға ауырыуымды белеү менән был хатты яҙып ҡуйырға уйлайым. Донъя хәлен белеп булмай. Улай-былай булып китһәм, һиңә әйтә алмаған серем бар. Аңларһың, ғәфү итерһең, тигән өмөт менән яҙам. Фәнзил – Айбулаттың улы. Тик, зинһар, дөрөҫ аңла: беҙҙең арала мөхәббәт булманы. Үҙемде хыянатсы, тип тә һанамайым, сөнки беҙ бала өсөн генә яҡынлыҡта булдыҡ. Мөнәсәбәттәр ике ай дауам итте һәм мин ауырға ҡалғас та, туҡтаныҡ. Ә һеҙҙең юлдар айырылғас, өйләнешергә тәҡдим итте – баш тарттым. Ул да ныҡышманы. Һеҙҙең мөхәббәттең башынан аҙағына тиклем шаһит булғас, уға кейәүгә сығыу ахмаҡлыҡ булыр ине. Тере ҡалһам, Фәнзилемде бер кемгә лә бирәһем юҡ! Ә инде үлем көслөрәк була ҡалһа, һиңә үтенесем бар. Айбулат менән ҡауышып, Фәнзилде бергә үҫтерергә тырышығыҙ. Әсәй өлкән, Әлиә һылыуҙың үҙ балалары күмәк, Дамир ағайым эсергә ярата. Һинән башҡа ышанып ҡалдырыр кешем юҡ. Мине ғәфү итә алмайһың икән, Айбулатҡа хәбәр ит. Ул хәҙер Мәскәүҙә йәшәй, улын үҙе ҡарап үҫтерергә риза булыр, моғайын. Өфөгә ҡайтҡанында беҙгә килеп, улы менән осрашып тора ул. Тик атаһы икәнен генә әйтмәйбеҙ. Ауырып китеүемде аңғарттым, хәлемде белеп тора. Зинһар, беҙҙе ғәйепләмә: арабыҙҙа мөхәббәт булманы. Был аҙымға һине уйлап барҙым – һеҙ бергә ҡалырһығыҙ ҙа, Фәнзилде өсәүләп үҫтерербеҙ, тип өмөтләндем. Мин бөгөнгө көнгә тиклем Юлайҙы яратам. Тиң түгеллеген, бөтә кәмселектәрен белһәм дә, йөрәккә бойороп булмай икән. Килер, ҡауышырбыҙ тип оҙаҡ өмөт иттем, тик улар аҡланманы. Яратҡан кешең менән йәшәү оло бәхет икәнен беләһең, үҙеңде күрәләтә бәхетһеҙ итмә”.
Гөлсәсәк хатта яҙылғандарға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә ҡат-ҡат уҡыны. Аҙаҡ күңелендә ҡупҡан дауыл-ярһыуҙарҙы нисек баҫырға белмәйенсә, төнгө урамға сығып китте. Яҡындағы паркта кеше заты күренмәй ине, күҙ йәштәренә ирек биреп, йөрөнө лә йөрөнө. Өҙөлөп яратҡан Айбулаты менән әхирәтенең бәйләнеше уны бер ғазаплаһа, уның ғүмере буйы Юлайҙы онота алмай йәшәүен белеү ҙә йәнен өҙгөләне.
– Эх-х-х, Нәзилә-ә!!! Шуны иҫән саҡта әйтеп, аңлашып булмай инеме ни?! Артабан нисек был йөк менән йәшәргә? Һине лә, үҙемде лә ғәфү итергә көс ҡайҙан алырға? – Гөлсәсәк һамаҡлап илай-илай фонтан ҡырына барып ултырҙы. Бер аҙ тынысланғас, битен, ҡулдарын йыуҙы, асҡыс менән телефонын барланы.
...9-сы класта уларға яңы малай килде. Оҙон буйлы, бөҙрәләнеп торған ҡара сәсле, зәңгәр күҙле Юлайға Нәзилә үлеп ғашиҡ булды. Үҙенең сибәрлеген белгән егет өнһөҙ-тынһыҙ ҡыҙға тәүҙә иғтибар итмәне – “йондоҙ”ға гүзәл заттар тарафынан тынғы юҡ ине. Әйләнгән һайын ҡыҙҙар кеүек көҙгө янында борғоланған, туҡтауһыҙ сәсен рәтләгән, сәбәп булмағанда ла яһалма йылмайған, уҡытыусыларға ярарға тырышып ялағайланған Юлайҙы Гөлсәсәк тәү күреүҙән яратманы. “Ул бит бисәкәй, егет түгел! Нимәһе бар ғашиҡ булырлыҡ?” – тип әхирәтен аҡылға ултыртырға ла маташты. Тик һуҡырҙарса яратҡан ҡыҙ ғына дөрөҫлөктө аңлағыһы килмәне. Барыһы ла һәйбәт булыр ине, әгәр Юлай артабан да Нәзиләнең барлығын шәйләмәһә. Тик белем яғы самалы булған, уҡыуға бөтөнләй дәрте уянмаған егет үҙенә ғашиҡ уҡыу алдынғыһын дөрөҫ итеп ҡулланырға булып китте. Ҡыҫҡаһы, “мөхәббәт ҡоло” табып алды. Инглиз теленән – тәржемә эшләү, геометриянан һыҙмалар әҙерләү, тарих йәки биологиянан рефераттар яҙыу, практик эштәргә отчет яҙыу – Нәзилә юҡ ваҡытын бар итеп, ике кеше өсөн өйгә эштәрҙе әҙерләне. Ә Өфөгә уҡырға килгәс, Юлай уны кер йыуыу, бүлмәһен йыйыштырыу өсөн дә “ҡунаҡҡа” саҡыра башланы. Был эштәрҙе башҡарған Нәзиләгә егет тарафынан һәйбәт мөнәсәбәт булһа, Гөлсәсәк уларға бөтөнләй ҡыҫылмаҫ ине. Тик егет башҡа ҡыҙҙарға ла битараф түгел. Гөлсәсәк уны дискотекаларҙа, парктарҙа һәр ваҡыт икенселәр менән күрҙе. Үҙен көтөп ултырған Нәзиләгә йә ваҡытым булманы, йә дуҫтар менән осраштыҡ, тип алдау уға бер ни торманы. Байрамдарҙа, тыуған көнөндә сәскә алыу түгел, ҡотларға ла онотҡан саҡтары булды. Хәйер, ике кеше өсөн дәрескә әҙерләнгән, ял көндәрендә ике бүлмәне тәртипкә килтергән ҡыҙҙың ҡайҙалыр йөрөргә, күңел асырға ваҡыты ла ҡалмай ине. Мөхәббәттән томаланған аҡылы менән ул Юлайҙың ысын йөҙөн күрмәне лә, аңламаны ла. Хатта уны бүлмәһендә икенсе ҡыҙ менән үбешеп торғанын күргәндән һуң да ғәйепте үҙенән эҙләне:
– Ул миңә гел генә уға ваҡыт еткерә алмауым өсөн үпкәләй ине. Ә мин уҡыу тип уға иғтибар бүлмәнем...
Сабыр Нәзиләнең бындай төшөнкөлөккә бирелеүен ауыр кисерҙе Гөлсәсәк. Әммә уның матур киләсәге хаҡына тип ҡәтғи бер аҙымға барҙы. “Текә”ләр иҫәбендә йөрөгән курсташы аша өс егетте яллап, әхирәте янына башҡа килмәҫлек итеп Юлайҙы өркөтөргә ебәрҙе. Нимә тип әйткәндәрҙер, нисек ҡурҡытҡандарҙыр – билдәһеҙ, шулай ҙа егет башҡаса Нәзиләгә килмәне, араһын бөтөнләйгә өҙҙө. Класташтар осрашыуында ғына уның ниндәйҙер түрә ҡыҙына өйләнеүе, әммә ете йылдан һуң айырылышыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Тәүге осорҙа Нәзилә бөтөрөндө, күҙ йәшенә мансылып йәшәне. Яйлап барыһы ла онотолғандай булды. Әммә башҡа ир-егеттәр менән танышҡаны ла, дуҫлашҡаны ла булманы. Ауырға ҡалғанын әйткәс, Гөлсәсәк аптыраны ла, шатланды ла. “Ниһайәт, шәхси тормошоң яйға һалыныр!” – тиеүенә генә Нәзилә: “Юҡ, баланы үҙем өсөн генә табам”, – тип яуапланы. Барлыҡ һөйөүен, иғтибарын Фәнзил улына бирҙе.
– Ул саҡта, Юлайҙы ҡурҡытып, үҙемсә яҡшылыҡ эшләргә теләгәйнем. Йәнәһе, һөйөүеңдән файҙаланып йәшәргә тейеш түгел. Һинең яныңда һине ысын күңелдән яратҡан, ихтирам иткән кеше булыуын теләнем. Ә һиңә бәхетле булыу өсөн фәҡәт уның ғына кәрәклеген аңламағанмын. Бәлки, шул саҡта юлығыҙға арҡыры төшмәһәм, уның мөнәсәбәтенән үҙең үк ваз кисеп, икенсе кеше менән яҡшыраҡ булыуын аңлар инең. Хәҙер инде бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай, һуң инде... – Ҡатын шулай һөйләнә-һөйләнә хәтирәләрен барлауын дауам итте.
Ул үҙе мөхәббәт хистәренә һәр ваҡыт битараф ҡала килде. Дөрөҫөрәге, уның күңелен ҡуҙғатырлыҡ, йөрәгендә усаҡ ҡабыҙырлыҡ егет табылманы. Утыҙ йәшкә тиклем. Айбулат менән Мәскәү – Өфө самолетында таныштылар. Аҙ һүҙле, шул уҡ ваҡытта иғтибарлы егет уға урынлашырға ярҙам итте, осоуҙан ҡурҡыу-ҡурҡмауын белеште. Ике сәғәтлек юл ҡыҙыҡлы әңгәмә менән һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Егетте дуҫы ҡаршы алғайны, улар юл ыңғайында тип Гөлсәсәкте лә өйөнә тиклем алып килеп ҡуйҙылар. Шул көндән улар араһында дуҫлыҡ һәм мөхәббәт башланды ла инде. Финанс енәйәттәр буйынса адвокат булып эшләүсе егет уны күп кенә хата аҙымдарҙан алып ҡалды, бизнес идеялар менән ярҙам итте, кәрәкле кешеләр менән таныштырҙы. Бәхетле ине Гөлсәсәк. Үҙ бәхетенә үҙе күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, хыялланырға ла ҡурҡып йәшәне. Танышыуҙарына өсөнсө йыл киткәс, егет уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар танышты. Бер аҙ ҡыҙмаса булған атаһы: “Минең ҡыҙҙы ла теҙгенләр ир табылды, Аллаға шөкөр”, – тип артығыраҡ та ысҡындырып ташланы. Йәштәр икәүләп барып ЗАГС-ҡа яҙылды ла, туй көнөн билдәләп, әҙерләнә башланы.
Бала тураһында хыялланған Гөлсәсәк тиҙерәк әсә булырға теләп, иренең: “Ашыҡма, барыһы ла үҙ ваҡыты менән килә”, – тип әйтеүенә ҡарамайынса, дауахана юлын тапай башланы. Ул хыялында дүрт балалы ҙур ғаилә ҡорорға теләй ине. Утыҙҙы үткәс, ҡабаланмай ҙа булмай шул. Әммә тулы тикшереү үткәндән һуң, табиптар уның бәхетен селпәрәмә килтерҙе. “Һеҙ бер ҡасан да бала таба алмайһығыҙ...” – тигән һүҙҙән уның тормошо ҡапыл туҡтап ҡалғандай булды. Өмөтләнер сара ла ҡалдырманылар хатта. “Һеңлем, һин аҡыллы ҡатын, зинһар, ысынбарлыҡты аңлап ҡабул ит. Күп кенә кешеләр ошондай мәлдә йәки яман ауырыуға дусар булғанда, ярҙам эҙләп төрлө бағымсыларға, экстрасенстарға, күрәҙәселәргә йөрөй башлай һәм шарлатандар өсөн еңел табышҡа әйләнә. Әлбиттә, тормошта мөғжизәләр булып тора. Ҡайғырып, аҡылығыҙҙы юймағыҙ...” – тине хушлашҡан саҡта оло йәштәге табип.
Уның менән килешергә теләмәйенсә, тағы ла бер нисә дауаханаға мөрәжәғәт итте ҡатын. Туй ҡайғыһы китте. Ял итеү һылтауы менән Германияға, Израилгә барып, тикшеренеү үтте – һөҙөмтә үҙгәрмәне. Меңгә бер мөмкинлек бар тиһәләр ҙә, шул өмөткә сат йәбешер ине лә бит, әммә табиптар башын ғына эйҙе. Ярты йыл тирәһе Гөлсәсәк донъянан йәм тапмай, тормоштан ваз кисеп йөрөнө. Айбулат ҡулынан килгән тиклем уға ярҙам итергә тырышып ҡараны, әммә ул үҙе лә артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалғайны. Ул да ғүмер буйы нәҫел дауамы булырҙай балалар үҫтерергә хыялланды. Шул уҡ ваҡытта йәндәй күреп яратҡан, аҡыллы һәм сабыр булыуы менән ышанысын яулаған һөйгәненән баш тартырға йыйынмай ине.
Яҙмышына инде күнеп, һәүетемсә генә йәшәргә тырышҡан ерҙә Гөлсәсәкте бер хәл сығырынан сығарҙы. Иренең бергә эшләгән хеҙмәттәше өй туйларға саҡырғайны. Шунда ҡунаҡтар араһында һүҙ урата һүҙ сығып, берәүһе уларҙан: “Ә һеҙ ҡасан бәпәй туйына саҡыраһығыҙ? Бергә йәшәүегеҙгә шаҡтай ваҡыт үтте түгелме?” – тип һораны. Албырғап ҡалды йәш ғаилә тәүҙә, аҙаҡ Айбулат шаяртыуға борған булып: “Беҙ был мәсьәлә буйынса көнө-төнө эшләйбеҙ”, – тине. Үҙ хәсрәтеңде бар кешегә лә һөйләп булмай бит, ни хәл итәһең.
Бер аҙнанан ҡатын барыһы тураһында яҡшылап уйланы ла, әйберҙәрен йыйып, үҙ фатирына кире күсеп ҡайтты һәм айырылышыуға ғариза яҙҙы. Ире бер нисә тапҡыр араларын яйларға тырышып, һөйләшергә саҡырҙы, әммә ул уның тормошон боҙорға теләмәне. Суд залында улар аҙаҡҡы тапҡыр осрашҡайны.
– Әгәр минең икенсе ҡатындан балам булһа, ҡабул итер инеңме? – тип һораны ҡапыл элекке ире.
– Нисек инде ҡабул итергә? Һин уны әсәһе менән бергә үҫтерергә тейеш булаһың.
– Тормошта бит төрлө хәлдәр була. Һин бит беләһең, мин һине генә яратам. Тик беҙҙең балабыҙ булмай икән, уны икенсе ҡатын таба ала бит.
– Дөрөҫөн әйтәйемме, Айбулат? Тик һин үпкәләмә, йәме. Әгәр ошо ваҡытта миңә икенсе ирҙән бала таба аласаҡһың, тиһәләр, уйлап та тормай, шул ир менән тормошомдо дауам итәсәкмен. Был осраҡта һин дә балаңдың әсәһен һайларға тейешһең. Әллә берәй ҡатын һинән ауырлымы? – Күңелендә көнләшеү хистәре уянып, шул һорауҙы бирмәйенсә түҙмәне.
– Һинең фекереңде белеү өсөн генә һораным. Һин миңә барыбер яҡын кеше булып ҡалаһың. Ярҙам кәрәкһә – шылтырат. Һағынып китһәң дә...
Әллә күпме шылтыратырға тип телефонын ҡулына алды Гөлсәсәк. Үҙәктәрен өҙгән һағыныу хисен баҫырға, яңғыҙлыҡты оноторға теләгәнендә уға ярҙам итер бер генә сара бар ине – Айбулат. Тик үҙ хистәрен өҫтөн ҡуйып, уның тормошон боҙорға теләмәне. Барлыҡ күңел яралары менән Нәзилә әхирәтенә барҙы. Ә ярты йылдан, Фәнзил тыуғас, шул сабый менән йөрәк яраларын дауаланы. Үҙен-үҙе онотоп, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшкә бирелде. Фирмаһын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы һәм иреште лә. Финанс ауырлыҡтарҙы йырып сыҡҡанда, конкуренттар менән көрәшкәндә, аҙым һайын алдарға торған мошенниктарға юлыҡҡанда уның күңелендә ниндәйҙер ҡомар уяна ла, тағы ла сәмләнеп алға барырға маҡсат барлыҡҡа килә башланы. Бала саҡтан килгән: “Мин хәл итә алмаҫ проблема юҡ” тигән девизы уны бөгөнгә тиклем оҙата килә ине. Ә хәҙер ул нимә эшләргә белмәй, аптырап, ҡараңғы паркта ултыра.
Шул саҡ телефоны хәбәр килеүен белдереп, тауыш бирҙе. Экранда Айбулаттың фотоһын күреп, Гөлсәсәктең йөрәге ярһып тибергә тотондо.
“Йоҡлайһыңмы? Мин ауылда, Фәнзил янында. Аймылыш булғанбыҙ икән – мин ҡайттым, ә һине яңы ғына ҡалаға китте тинеләр”.
“Йоҡламайым”. – Ҡатын артабан нимә яҙырға белмәй, ҡыҫҡа хәбәр юлланы.
“Барыһын да беләһеңме?”
“Эйе. Бөгөн белдем. Нәзилә хат ҡалдырған булған”.
“Дауаханала саҡта миңә шылтыратып, аңғартып ҡуйҙы. Ғәфү итә алырһыңмы беҙҙе?”
“Белмәйем. Үҙемдең дә Нәзилә алдында ҙур ғәйебем бар ине...”
“Үҙеңде яфалама. Тыныслан. Шылтыратып тормайым. Иртәгә күрешербеҙ, аңлашырбыҙ. Мин киләм, ҡабул итерһеңме?”
“Фәнзилде лә алып кил, йәме...”
“Әлбиттә. Мин башҡаса унан айырылмайым...”
Гөлсәсәк яй ғына атлап, әхирәтенең өйөнә табан атланы. Таң ата башлаған икән. Яңы көн тыуа. Хәл иткес көн...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.