Һәр бер төбәк, ауыл үҙенең уңған, тырыш кешеләре менән дан тота. Шундай кешеләрҙең береһе - Әбделкәрим ауыл китапханасыһы Гөлниә Алсынова.
Әбделкәрим ауылында китапханасы булып 2008 йылдан эшләй. Эшкә яуаплы, ярҙамсыл, талапсан, шул уҡ ваҡытта яғымлы, матур күңеле булыуы, кешелеклелеге менән ауыл халҡының ихтирамын яулай ул. Шуға ла китапхана ауыл халҡының яратҡан урынына әйләнгән. Әҙәбиәт мәккәһе элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын, ә кешеләр китапханаға әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Бөгөн ул – педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та. Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы һәр килгән кешене асыҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы ала. Ниндәй һорау менән генә килһәләр ҙә, һәр ваҡыт уларға ярҙам итә, кәрәкле мәғлүмәтте табып бирә. Клубта уҙған кисә булһынмы, ауыл, биләмә, район кимәлендә ойошторолған сарамы – һәр береһенең уртаһында ҡайнап йәшәй.
Хәҙер китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе киң. Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләп, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар даими ойоштороп тора. «Бәйләнештә» селтәрендә «Әбделкәрим ауыл китапханаһы» төркөмөн алып бара. Шул төркөмдәге яңылыҡ-хәбәрҙәрҙән генә сығып та, китапханасының ни тиклем уңышлы, әүҙем эшләүен тойомларға була.
Халыҡты китапханаға йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы күргәҙмәләр, китапхана дәрестәре, осрашыуҙар һәм әҙәби, тематик кисәләр, китап уҡыусылар конференциялары, төрлө конкурстар, яңы китаптың исем туйҙары, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора. Шулай уҡ китапхана мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уҡыусыларға китапханасы төрлө ҡыҙыҡлы саралар, викториналар, ярыштар, онлайн конкурстар үткәрә. Күп кенә саралар мәктәп уҡыусылары менән берлектә үтә. Быйылғы йылда китапханала эшләгән “Башҡорт халыҡ уйындары” проекты быға асыҡ миҫал. “Халҡыбыҙҙың онотола барған уйындарын киләсәк быуынға өйрәтеү, тергеҙеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу - төп маҡсат булып тора”, - ти Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ул ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә эшләй. Һәр башланғысты күтәреп алған ағинәйҙәренән уңған ул.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы. Тормош иптәше Фәнил Айрат улы менән гөрләтеп донъя көтәләр. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Егәрле Алсыновтарҙың йорто тулы гөл, кәртә-ҡураһы тулы – мал, ҡош-ҡорт. Эш урынында ла яҡты, ҡот уйнап тора. Күңелен һалып башҡарып яратҡан эше, ашҡынып ҡайтыр ғаиләһе, ҡаршыһына бәхетле йылмайып килгән балалары, таяныр туғандары менән бәхетле Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы.
Гөлназ Ғазина, китап фондын тулыландырыу һәм эшкәртеү бүлеге китапханасыһы.