Этен кискеһен тышҡа алып сыҡҡан ир үҙен кинәт кенә насар итеп тойҙо. Тәүҙә ергә сүгәләне, унан йығылды. Ҡыбырламай ҙа ятҡан хужаһына ҡарап Аҡбай тәүҙә аптырап ҡалды, унан өрә башланы. Үткән-һүткән кешеләрҙең янына йүгерҙе, кире барҙы, хужаһының битен яланы. Тик ул ҡыбырламаны.
Эштән ҡайтып, фатирҙарына ут алған кешеләр эттең өрөүенән ялҡып, тәҙрәләрен ябып ҡуйҙы. Аҡбай бирешмәне. Олой башланы. Шул саҡ бер ир тәҙрәһен асып: “Этеңде тый ҙа, шунан ят! Алкаш!” тип ҡысҡырҙы.
Шулай ҙа кемдер һаман ҡыбырламай ятҡан ирҙе йәлләп “Ашығыс ярҙам” саҡыртты. Тик медицина хеҙмәткәрҙәрен Аҡбай хужаһының янына яҡын да ебәрмәне. Кемдер “ваҡытты юғалтабыҙ, ветеринарҙар саҡыртып, этте йоҡлатыр кәрәк” тине. Ир фельдшер эт алдына сүгәләп ултырҙы: “Хужаңа бик ҡыйын. Әгәр беҙ уға ярҙам итмәһәк, һуң буласаҡ”,-тине.
Аҡбай аңланы. Тәрән һыҙланыулы ҡарашын медиктарға төбәне лә, ситкәрәк китте. Хужаһын носилкаға һалып алып киткәс, машина артынан дауаханаға тиклем йүгерҙе. Ярай, уныһы алыҫ түгел икән.
Фельдшер дауахана янында әллә нисәмә көн ятҡан эткә йәлләп ҡараны. “Өшөйһөң бит. Әйҙә, минең менән. Иртәгә килербеҙ”,-тине.
Аҡбай уны аңлап артынан эйәрҙе. Фатирға ингәс Аҡбай һыу ғына эсте лә йоҡлап китте. Фельдшер был эттең шул тиклем аңлы булыуына, үҙенә нимә һөйләгәнде кешеләрсә тыңлауына аптырай ине. Әммә Аҡбайҙың бер нәмә ашамауын күреп, уның менән тағы ла “һөйләшергә” булды.
- Мин эшемдә көн дә тиерлек үлемде күрәм. Беләм, был бик ауыр. Әммә кешенең тормошо шулай. Эттәрҙең дә шулай инде. Беҙ иғтибар ғына бирмәйбеҙҙер. Әммә мин үлем генә тураһында уйлаһам, күптән аҡылдан яҙыр инем. Шуға күрә өйөмә ҡайтам, алдан әҙерләнгән ашымды ашайым, ятам, ял итәм тип уйлайым. Хәҙер һинең кеүек аҡыллы эт менән һөйләшеп ҡыуанам. Хужаңды көтөп алырға теләһәң, һиңә мотлаҡ ашар кәрәк. Унан мин һине тышҡа алып сығырмын”,-тине.
Аҡбай әкрен генә барып ашай башланы.
Бер нисә аҙна хәрәкәтһеҙ ятҡан ир аңына килде. “Аҡбай...” - тине ул бышылдап ҡына. Хужаһын ҡотҡарған һәм көткән Аҡбайҙың тарихын бар дауахана белә ине. “Ул һеҙҙе көтә”, -тине медсестра йылмайып.
Ирҙең күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. Бар яҡындарын юғалтҡан ирҙең тик Аҡбайы ғына бар. Һәм ул уны көтөп алды...
Гүзәл Иҫәнгилдина.