Республика Башлығы Радий Хәбиров тел тураһындағы яуаплылыҡты һәр кем үҙ өҫтөнә алырға тейешлеген белдерҙе
Телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса һуңғы йылдарҙа республикала бик күп эштәр башҡарыла. Был халҡыбыҙҙы милләт итеп бар донъяға күрһәтеүҙә бик тә мөһим. Шулай ҙа башҡорт теленә булған һөйөү ғаиләлә, ата-әсәнән, башаланыуы хаҡында онотмаһаҡ ине.
“Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, әммә был, тәү сиратта, битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән килә. Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнергә әҙер. Башҡорт телен бик кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн башҡа бер кем дә быны эшләмәйәсәк!”-тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. (Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма). Ойошма үҙенең эшмәкәрлеген 2019 йылдың февраленән башланы. Фонд мәғрифәтселек эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, ә 2019 йылдан яңы проект – башҡорт теленән халыҡ-ара диктант индерелде. Был акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан – йыл арта. 2019 йылда унда 70 мең кеше ҡатнашһа, 2024 – 408 меңгә етеп, ул халыҡ-ара киңлекте алды.
2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге тапҡыр беренсе онлайн-олимпиада ла уҙғарылды. Акция ярҙамында һәр теләүсе үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27614 кеше ҡатнашты. 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә башланы. “Телде яңы өйрәнеүселәр”, дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле”, күрше төбәктәрҙә (Силәбе өлкәһе, Пермь крайы, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе, Һамар һ.б.) йәшәүселәр, йәмғеһе 5 меңдән ашыу кеше уларҙа ҙур теләк менән белем алды. 2020 йылдан “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара үтә. Уның буйынса башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ән ашыу проект тәҡдим ителде. 2021-2022 йылдарҙа башҡорт телле блогерҙар менән “Республика” блог-туры проекты тормошҡа ашырылды. 300 блогер 12 күсмә саралар үткәрҙе, уларҙы 5 млн ашыу кеше ҡараны. 2022 йылда Рәми Ғариповҡа арнап балалар һәм өлкәндәр араһында “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсы, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйөүсе ҡатнашты.
Әсә телендәге методик ҡулланмалар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән “Эшлекле башҡорт теле”, “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0” уҡыу әсбаптары нәшер ителгән, уларға мобиль уҡыу ҡушымтаһы эшләнгән (https://app.bashkorttele.ru/) һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу – дидактик материалдары әҙерләнде, уларҙа уҡыу өсөн китап һәм “Кубики-пазлы” үҫеш йыйылмаһы бар; “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел” уҡыу әсбабы баҫылды. Улар республикала ғына таралып ҡалманы, ә Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәүҙә, С-Петербургта 8500 кеше файҙалана.
Башҡорт телен цифрлаштырыу буйынса ла ҙур эштәр алып барыла. 2020 йылда туған телдәрҙе дистанцион өйрәнеү өсөн “Туған тел донъяһы” белем биреү платформаһы булдырылды (https://bash-mir.ru/), “Бергәләп башҡорт телендә” һәм “Башҡорт теле: Яңы ҡараш” уҡыу видеороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында “Башҡорт теле минуттары” проекты старт алды. Һәр проект буйынса 4-5 миллион кеше теркәлгән, был үткәрелгән сараларҙың популярлығын күрһәтә. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылды. Әйткәндәй, уны төҙөү өсөн гәзиттәребеҙҙең бер нисә йөҙ тәржемә мәҡәлдәре ҡулланылды.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығында айырым структур бүлексә – милли мәғариф идаралығы, БР мәғарифты үҫтереү институтында – милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. Һөҙөмтәлә 2019 йылда I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, 2020 йылда I төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса I халыҡ-ара форумы үткәрелә. Һөҙөмтәлә бер нисә ҡарар ҡабул ителде, улар ярҙамында 2019-2023 йылдарҙа 8 полилингваль мәктәп асылды (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында). Быйыл беҙҙең һәм Тәтешле райондарында ошондай мәктәптәр асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге-урындағы халыҡтың (башҡорт, татар, мари, удмурт һ. б.) телен тәрән өйрәнеү мөмкинлеген асыу. Дөйөм финанслау 3520621,0 мең һумды тәшкил иткән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде. 2019 йылдан 2023 йылға тиклемге осорҙа бөтәһе 133 кабинет интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылды. 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30905 дана уҡытыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт ебәрелгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыу төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәргә һәм педагогтарға эш хаҡы 15 процентҡа арттырылды. Ә 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә түләү индерелә, был уларҙың дөйөм эш хаҡы кимәленә һиҙелерлек йоғонто яһай. 2022 йылда “Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы, 2023 йылда “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған “Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы еңеүселәренә Һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылды. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларына бирелгән премиялар арттырылды
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. 2019 йылдан телде популярлаштырыу маҡсатында был көндә саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, республиканың тораҡ пункттары урамдарында реклама баннерҙары урынлаштырыла. Ҡатнашыуға бар халыҡ йәлеп ителә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында М. Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелә. Беҙҙең районда хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендә башҡорт телендә кәңәшмәләр үтә. Бынан тыш район-ҡала буйынса эшләгән телдәр буйынса комиссия сауҙа нөктәләре, учреждениелар буйынса рейдтар үткәреп, алтаҡталарҙың дөрөҫ тәржемә ителешен тикшерә. Был йәһәттән Баймаҡ ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, ғаиләлә балалар менән башҡорт телендә һөйләшеү, мәктәптәрҙә балаларға милли шәхестәребеҙҙе өйрәтеү, әсә телендәге баҫмаларға яҙылыу буйынса улар ғәйәт ҙур эш алып бара.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә БР Башлығы гранттары конкурсы булдырылды – йыл һайын финанслау 50 миллион һумды тәшкил итә. Бынан тыш, башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды 2019-2020 уҡыу йылында республиканың күп профилле полилингваль мәктәптәре уҡытыусыларына грант ярҙамына конкурс уҙғарҙы. Дөйөм суммаһы 2 760 000 һумды тәшкил иткән 48 сертификат тапшырылған. 2023 йылдың сентябрендә тәүге тапҡыр физик шәхестәр өсөн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарға грант ярҙамына конкурс ойошторолоп, 10 эш 900000 һумлыҡ ярҙам алды. 2023 йылда М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла “Полилингваль белем биреүҙә филология дисциплиналарын уҡытыуҙың заманса технологиялары” тип аталған айырым магистр программаһы асылды. “Медиайыйын” республика журналистар форумы йомғаҡтары буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетында 2022-2023 уҡыу йылында “Журналистика” йүнәлеше буйынса башҡорт төркөмө тергеҙелде.
Быйыл “Туған телдәр сәғәте”ндә республика Башлығы Радий Хәбиров: “Һуңғы йылдарҙа беҙ тел йүнәлешендә әҙерләгән проекттар киң таралды. Улар яратып тормошҡа ашырыла һәм халҡыбыҙ араһында ҙур һорау менән файҙалана. Хәҙер беҙ тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңылыҡ уйлап табыу мәленә килеп еттек”,- тип белдерҙе.
Эйе, шулай булһын да! Башҡорт теле һәр йортта моң булып яңғыраһын, халҡыбыҙ үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп йәшәһен!
Гүзәл САЛИХОВА.
Ришат Ишембәтов, район башҡортттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
- Башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү, үҫтереү иң тәүҙә ғаиләнең бурысы. Әгәр баланың теле “атай”, “әсәй” тип асыла икән, ул киләсәктә лә үҙ телен хөрмәт иткән кеше булып үҫәсәк. Артабан балалар баҡсаһы, мәктәптә был һорауға иғтибар көслө булырға тейеш. Республика Башлығы, Хөкүмәтебеҙ тарафынан башҡорт теленә булған иғтибар һуңғы йылдарҙа бермә-бер артты. Махсус гранттар, премияларҙың булыуы ла маҡтаулы. Шуға күрә үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашып ҡына ҡалмай, ә төрлө проекттарҙа ҡатнашып, грант отоу мөмкинселеге лә бар. Был бик яҡшы күренеш, минеңсә.
Дмитрий Фадеев, “Баймакский вестник” гәзитенең баш мөхәррире:
- Эшем буйынса йыш ҡына башҡорт теленән рус теленә онлайн-тәржемәсе менән файҙаланам. Бик шәп. Уның йылдан – йыл камиллаша барыуын билдәләгем килә.
Азалия Ибраһимова, Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Коллегаларым менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу киләсәккә сикһеҙ көс һәм энергия бирҙе. Конкурстың һәр этабы ижади фекерләү, тел байлығы, эҙоәнеүҙәрҙе талап итте. Ошондай мәртәбәле бәйгенең еңеүсеһе булыуым менән бәхетлемен. Был минең өсөн оло тәжрибә булды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Ләлә Ишбулдина, өләсәй:
- Ҡыҙым һәм кейәүем ситтән кире күсеп ҡайтҡас, ейәнем һәм ейәнсәрем менән күберәк ваҡыт уҙғарам. Уларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, йырларға өйрәтәм. Был йәһәттән хәҙер интернет аша ла ярҙам табам: башҡорт телендә төрлө йәнһүрәттәр, уйындар табып булыуы маҡтаулы.