Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сығырһыңмы ҡаршы алырға...

Тыңларһыңмы йәшлек хистәремде, Йырҙарыма ҡушып йырлаһам? Ҡаршы төшмәҫһеңме, йөрәгеңде Мөхәббәтем менән сорнаһам? Минең менән тормош һуҡмағынан Риза булырһыңмы үтергә? Айырылғанда вәғәҙә бирерһеңме Ҡабат ҡайтыуымды көтөргә?

Тыңларһыңмы йәшлек хистәремде,

Йырҙарыма ҡушып йырлаһам?

Ҡаршы төшмәҫһеңме, йөрәгеңде

Мөхәббәтем менән сорнаһам?

Минең менән тормош һуҡмағынан

Риза булырһыңмы үтергә?

Айырылғанда вәғәҙә бирерһеңме

Ҡабат ҡайтыуымды көтөргә?

Ашҡыныулы йөрәк көн дә көтә

Уртаҡ таңдың һыҙылып атҡанын.

Йәшлегемде йырға һалған саҡта

Ҡушылып йырларһыңмы, аппағым?

Ҡайтҡан саҡта Сәрмән буйҙарына

Яндарыңда мәңге ҡалырға.

Ҡырыҡ эшең ташлап ҡырыҡ яҡҡа,

Сығырһыңмы ҡаршы алырға? 

Автор:
Читайте нас: