Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ

Туған телебеҙҙе беҙ һаҡлайыҡ, Ул бит беҙҙең әсә телебеҙ. Килер быуын беҙгә һорау ҡуйыр, Шул ваҡытта нимә тиербеҙ. Телебеҙгә варвар һүҙҙәр тулды, Күсерәбеҙ уны һәр илдән. Күпме һүҙҙәр сит илдәрҙән ҡайтты, Ял итеүселәргә эйәргән. Мода ҡыуалайбыҙ беҙ кейемгә, Ҡыуалайбыҙ йорттар төҙгәндә. Ниңә кәрәк мода, һөйләгәндә, Таяныуҙар сит-ят һүҙҙәргә. Өләсәйҙәр бөттө, "бабуля"лар Йөрөй ейәнсәрҙәр етәкләп. Аҡыл бирә көн дә "дедуля"лар, Иман булһын тиеп төп ғәҙәт. Әсәй бишегендә көйө менән Аңыбыҙға һеңгән был телде, Ниңә шулай әле бысратабыҙ, Был һуң иманһыҙлыҡ түгелме? Ҡәрҙәштәрем, аңлы уҡыу кәрәк Иманһыҙлыҡ һаҙына төшмәҫкә. Йәнә беҙгә шундай уҡыу кәрәк, Милләт телебеҙҙән биҙмәҫкә. Телде яҡлар, һаҡлар булыусыны Тәрбиәләү тора тик беҙҙән. Үҙ халҡынан аша уҙыусыны Булдырмау бит тора һәр кемдән. Сыбарламай телде "пап", "мам" менән, Ҡолаҡҡа ятмаған һүҙ менән. Балалрҙы баштан өйрәтәйек, Биҙмәҫлек үҙ туған теленән. Әйҙә өйрәнһендәр кәрәк икән: Инглиз, немец, француз телен дә. Тик яҡлаһын улар туған телен, Башҡортом йәшәгән ерендә. Телде һаҡлаусылар беҙ булайыҡ Был турала оран һалайыҡ. Кәмһенмәйек, телебеҙҙе яҡлап, Милләт телен һаҡлап ҡалайыҡ!  

Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ
Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ

Туған телебеҙҙе беҙ һаҡлайыҡ,

Ул бит беҙҙең әсә телебеҙ.

Килер быуын беҙгә һорау ҡуйыр,

Шул ваҡытта нимә тиербеҙ.

Телебеҙгә варвар һүҙҙәр тулды,

Күсерәбеҙ уны һәр илдән.

Күпме һүҙҙәр сит илдәрҙән ҡайтты,

Ял итеүселәргә эйәргән.

Мода ҡыуалайбыҙ беҙ кейемгә,

Ҡыуалайбыҙ йорттар төҙгәндә.

Ниңә кәрәк мода, һөйләгәндә,

Таяныуҙар сит-ят һүҙҙәргә.

Өләсәйҙәр бөттө, "бабуля"лар

Йөрөй ейәнсәрҙәр етәкләп.

Аҡыл бирә көн дә "дедуля"лар,

Иман булһын тиеп төп ғәҙәт.

Әсәй бишегендә көйө менән

Аңыбыҙға һеңгән был телде,

Ниңә шулай әле бысратабыҙ,

Был һуң иманһыҙлыҡ түгелме?

Ҡәрҙәштәрем, аңлы уҡыу кәрәк

Иманһыҙлыҡ һаҙына төшмәҫкә.

Йәнә беҙгә шундай уҡыу кәрәк,

Милләт телебеҙҙән биҙмәҫкә.

Телде яҡлар, һаҡлар булыусыны

Тәрбиәләү тора тик беҙҙән.

Үҙ халҡынан аша уҙыусыны

Булдырмау бит тора һәр кемдән.

Сыбарламай телде "пап", "мам" менән,

Ҡолаҡҡа ятмаған һүҙ менән.

Балалрҙы баштан өйрәтәйек,

Биҙмәҫлек үҙ туған теленән.

Әйҙә өйрәнһендәр кәрәк икән:

Инглиз, немец, француз телен дә.

Тик яҡлаһын улар туған телен,

Башҡортом йәшәгән ерендә.

Телде һаҡлаусылар беҙ булайыҡ

Был турала оран һалайыҡ.

Кәмһенмәйек, телебеҙҙе яҡлап,

Милләт телен һаҡлап ҡалайыҡ!

 

Һәр халыҡ үҙ милләт телен һаҡларға һәм шул телде үҙҙәренең йәшәү мөхитендә файҙаланырға хоҡуҡлы булыу тураһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы конституцияларында айырым асыҡ билдәләнгән, тимәк, Конституция буйынса телгә сикләү юҡ.Был турала Башҡортостандың ил башлығы ла уҡытыусылар съезында үҙ фекерен белдереп уҙҙы. Тимәк, телебеҙҙе үҫтереү, уға һөйөү тәрбиәләу,телебеҙгә бәйле ғөрөф- ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә бер ниндәй сик юҡ кеүек. Шулай ҙа...

Шулай ҙа белмәйме, әллә махсус рәүештәме үҙ телебеҙгә битарафлыҡ күрһәтәбеҙ. Балаларҙы өйҙә атлай башлағанда уҡ "балалар баҡсаһында русса" тип русса аралаша башлайбыҙ. Мин атап: "Ниндәй баҡсала нимә өйрәтәләр?" - тип күрһәтергә теләмәйем, ләкин бер танышымдың 2-4 йәшлек ике балаһы ике ай эсендә башҡортсаһын оноттолар. Бер ни аңламаған, телһеҙ кеше кеүек тора, башҡортса һүҙ ҡушһаң, аңламайҙар. Һорауыма әсәһе, өйҙә лә русса һөйләшергә ҡуштылар, ти. Бөтөнләй башҡаса фекер тыуа... Әгәр бала башҡорт милләте булмаған мөхиттә булһа, был ысул аңлашыла. Тимәк һәр милләттең теле үҙе йәшәгән мөхиттә, территорияла һаҡланырға тейеш. Конституция ла ошоно инҡар итмәй, киреһенсә, һаҡлау тураһында һүҙ алып бара. Тимәк, беҙ баланы ғаиләнән үк башҡортса тәрбиәләү, туған телен өйрәтеүҙән башларға тейешбеҙ. Туған тел тәрбиәһе мәктәптә һалынмай, ә күсәгилешле һалына: өй, балалар баҡсаһы, мәктәп, һәм йәмғиәт. Шул ваҡытта ғына туған телебеҙ һаҡланып ҡаласаҡ. Әлегә беҙҙең телебеҙ 20 быуаттың юғалған 15 тел исемлегенә инмәгән, ләкин ул тынысланырға ирек бирергә тейеш түгел. Беҙҙең телебеҙ ныҡлы рәүештә йәшәгән Рәсәйҙәге 155 тел араһында йәшәргә тейеш. Шулай булғас, беҙгә тынысланыу таныш булырға тейеш түгел, ә көндәлек эшебеҙҙең йөкмәткеһе кешелә туған телгә ихтирам, телебеҙгә рух ныҡлығы биреү һәр кемдең бурысы булһын ине.

Р. Иҫәнбаева, йәмәғәт хәбәрсеһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: