Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Туған тел көнө менән!

Бөгөн - халыҡ-ара туған теле көнө! Телебеҙҙе лә, тарихыбыҙҙы ла күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ! 

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

 

Туған телем, һин халҡымдың

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

 

Киң Уралым йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: