Бибиәсмәм
Ауылдың ситендә генә,кисеү аръяғында яңғыҙ ғына өй тора. Япа -яңғыҙ. Бүтән йорттар кисеүҙе сыҡҡас, арҡырыға,буйға теҙелешеп киткәндәр. Бәләкәс кенә бөтөп барған, ун биш хужалыҡтан торған ауыл ул.Ваҡытында,алтын приискалары гөж килеп,алтын табыу эшендә мәж килгән халҡ йәшәгәндә,ауыл ҡәҙимге ҙур ине әле. Ана шул өйҙөң башы ҡалай менән ябылып, үҙе дыңғырҙап торған ҡыҙыл ҡарағас бүрәнәләрҙән буралған. Урыҫ ҡапҡаһы ла теп-текә, текмәһе лә ҡыйшаймаған хатта. Арыуыҡ буш торҙо бит. Көҙгөһөн оҙон итеп быҫҡаҡлап яуған ямғырҙарҙың тамсыһы ла мөрйә эргәһенән эскә ағып төшөп, мейесте һыулатманы. Ажғыр бурандарҙа ла ҡапҡаһы шыпа һелкенмәне, бала-саға ла ҡапҡаны асып китеп, кеше малы инеп, үтә сығып, ҡайһы бер ихаталарҙағы һымаҡ, көтөүҙән айырылған әрһеҙ кәзәләр тапап,үтә атма хәленә килмәне.
Өй хужаһы юғалған, үлгән, шикелле, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, һәр кем үҙенсә сурытты ла бөттө. Утыҙ йыллап күренмәне Һиҙиәтулла. Көҙ айҙары етеп,кисеү тирәләй ултырған еректәр ипләп кенә иҫкән елгә лә япраҡтарын ҡойоп, кисеү өҫтө төрлө төҫтәге япраҡтар менән сыбарланған, һалҡын, эңер мәле ине. Өйҙөң алты тәҙрәһендә лә һары ғына булып уттар балҡыны, мөрйәнән зәңгәр генә төтөн сыҡты! Йән өрҙөләрме ни :өй ҡапыл ғына ҡотайып ,күркәмләнде,эргә-тирә йәмләнеп киткән һымаҡ булды. Һиҙиәтулла бабай ҡайтып төштө!Москвичта.
-Тыуған тупраҡ гел генә тартты ла торҙо. Үҙәктәр өҙөлөп һағындым. Баласаҡтағы урман һуҡмағы ла,йәшлектәге һөйгән һылыу ҙа...Һин яҡты донъяға тыуғанһың да, һинең кендегеңде тыуған ереңә бәйләп ҡуйғандар һымаҡ, әллә нимә тартып тик торҙо мине,тип әйткән, ти, күрешергә тип килгән ауылдаштарына.
Бабай тигәс тә, таяҡҡа таянған ,кәкерәйгән ҡарт түгел ул.Ҡәҙимге, мыҡты, төҙ кәүҙәле, ,,тып" баҫып йөрөгән уҙаман. Сит өлкәгә сығып китеп, ике уллы ҡатынды алып, донъя көткән икән. Әбейен ерләгәс, үҙ донъяһына ҡайтып төшөп тороуы инде. Улы баҡсалағы, ихаталағы ялбырап киткән саған, муйыл ағастарын бысты, күрәһең, көн буйы бысҡыһы ызылданы. Килене тәҙрәләрҙе эстән, тыштан йыуҙы, яңы селтәрҙәр элде, иҙәндәрҙе тупһаға тиклем ҡырып, йышып йыуып,ҡаралдыларҙы ҡояшҡа элеп,ҡаҡҡысланы, кисеүҙә кер сайҡаны. Ике кис ҡундылар ҙа, Москвичтарына ултырып, елеп ҡайтып та киттеләр. Үҙе күтәрҙе ошо йортто Һиҙиәтулла,үҙе ҡорҙо. Әсәһе мәрхүмә килен йомошап, түрҙә генә ултырыр инем, һыйырҙың имсәген тартыр ҙа әмәлем ҡалманы, сәңгелдәк кенә бәүетергә хәл бар аҙыраҡ, тип ултырыр ине-өйләнмәне Һиҙиәтуллаһы. Килендең ҡәҙер-хөрмәтен дә күрмәне, сәңгелдәк тә бәүетмәне-китеп барҙы әсәһе. Һиҙиәтуллаһы ҡәҙер итте әсәһен. Улынан риза китте былай. Төгән ауылда эшкә яраған ғына ҡыҙ бар икән, фәлән ауылда һылыу ғына тол ҡалған килен бар, имеш, тип димләнеләр. Һиҙиәтулла барманы, йөрөмәне. Ҡыҙҙар ҡарамаҫлыҡ та түгел, текә, мыҡты, күркәм генә холҡло, баҫһа баҡыр,типһә тимер өҙөрлөк уҙаман. Бер генә ҡыҙҙы яратты. Йөрәгендә башҡаға урын булманы. Төн йоҡоларынан яҙҙырған ҡыҙ - Бибиәсмә!Көҙөн әйттерәм тине. Вәғәҙәһен дә алды ҡыҙҙың-дебет янсыҡ бүләк итте һөйгәне! Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа кәләшем менән елдереп үтербеҙ ауыл урамдарын, тип ҡанатлы хыялдарға бирелмәне тиһеңме әллә Һиҙиәтулла! Бибиәсмәнең һылыулығына башҡалар ҙа ымһынды. Еткән ҡыҙҙың ҡапҡа төбөндә ҡырҡ атлы бәйле торҙо.
Хөснөтдиндең дә егелгән аты торҙо бер кис. Әтәс Хөбөтдиндең оя төбө, кинйәкәүе.
-Һөйгән егетем бар,вәғәҙәләр бирешкәнбеҙ, тип кире борған Бибиәсмә.
Ана шул Хөснөтдиндең ҡапҡанан сығып килгән мәлен тап итте Яңылбикә еңгә.
-Аһ-аһ,Һөбөтдинме...тип торам. Һөснөтдин, һинме шу? Эңер бит,танымай торам.
-Мин еңгә! Шәп йөрөүме?
-Шәп, Аллаға шөкөр! Үҙеңдеке һуң? Нимә балтаң һыуға төшкән һымаҡ йөрөйһөң? Кикерек шиңек! -Яңылбикә Хөснөтдингә текәлеп алып китте.
Ә уныһы ҡоймаға бәйләнгән дилбегәһен ысҡындыра килеп, арбаһына һикереп менде лә, дилбегәһен ике беләгенә урап, йөгәнәкләп ултырғайны, Яңылбикә еңгә тәртәгә йәбеште бит.
-Тррр, Һөс...Тррр.. Кем..Һөснөтдин, туҡрап тор. Нимәһен йәшерер китәһең? Өйҙәләрме хужалар?
-Өйҙәләр, еңгә. Ҡыҙҙарын һоратайым, тип һөйләшә килгәйнем. Риза түгелдәр. Вәғәҙәләшкән егетем бар,тине.
-Әәә, улай күҙең зәрә ныҡ төшкәс, ал ҡыҙҙы. Ныҡ тор һүҙеңдә. Сыҡмайым, тиһә, йәбеш тә ҡуй. Миңә бер яулыҡ ябындырырһың. Бырамы сығыр. Сыҡмай ҡайҙа барыр, тиһең.
-Яулыҡ менән уаҡланып тормаҫбыҙ инде, ярлы түгелбеҙ ҙә инде. Бер кизе шәл! Шулай..ит тиһеңме? Һау бул еңгәй! Нааа,-атын туҡмап, аҫҡа төшөп китте Хөснөтдин.
-Әле һау икәнһегеҙ!-Яңылбикә еңгәй көләмәйҙәп барып инде Бибиәсмәләргә, -Тәкәһуҡҡанда инде муйыл уңған, бөгөн шунда йөрөп ҡайттым әле уыл.
Ә иртәгәһенә Бибиәсмәне эйәртеп Тәкәһуҡҡанға апарҙы Яңылбикә еңгәй. Муйыл тирергә инде. Ҡайһы ергә барғандарын Хөснөтдингә лә аңғартҡан. Шул муйыл тиргән ерҙә Бибиәсмәне ҡалдырған да тайған еңгә тейешле кешеһе. Суҡ муйыллы ботаҡтарҙы өҙөп алып, ергә өйөп ҡуйған ине тирергә, тип Бибиәсмә. Шул муйылдарҙы иҙә баҫып килеп сыҡты, ти, Хөснөтдин, шул ерҙә ҡыҙға йәбешкән дә ҡуйған. Шулай итеп Хөснөтдин кәләшле булып, Яңылбикә еңгәһе кизе шәл бөркәнеп йөрөнө. Ә Һиҙиәтулла һөйгән йәрһеҙ торҙо ла ҡалды. Әсәһе менән көңгөр килде Һиҙиәт,аҙаҡ түшәккә ятып киткән әсәһен ҡараны.
-Бисә ал,әсәңде ҡарашыр,тиештеләр.
-Бала табырҙай ҡатын алһаңсы, тип тә өндәштеләр.
-Балам бар минең,бағып йөрөйөм бит,тине лә ҡуйҙы Һиҙиәтулла. Бала баҡҡандай баҡты әсәһен. Өйләнмәй арыуыҡ йәшәне. Хөснөтдиндәр кисеүгә етмәҫ борон, Һиҙиәткә ҡырыныраҡ торған бер өйҙө алып йәшәнеләр. Кинйә булһа ла, атаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгеһе килмәне. Бер ҡыҙ тапты Бибиәсмә, Әллә ней матур йәшәмәнеләр. Хөснөтдин көнләшеп ыҙалатты, гел бер-береһенә ҡабалан һүҙҙәр әйтеп, кәйефтәрен төшөрҙөләр, һарыуҙарын ҡайнаттылар. Һалғылап ҡайтып, ҡул күтәрҙе Хөснөтдине, әтәсләнде.
-Атайымдарға ҡайтып китәм, әгәр ҡайтмаһам, ошо яулығыма эйә булмам, тип башындағы яулығын сисеп быраҡтырғайны бер саҡ Бибиәсмә, ҡайтманы, түҙҙе.
Әсәһе донъя ҡуйғас, Һиҙиәтулла тәҙрә ҡапҡастарын ябып, тимерсыбыҡтар менән сырманы ла, ҡапҡаһын шартылдата бикләп,а рҡаһына әрмек тоҡ асып ,сыҡты ла олаҡты ситкә. Хат та, хәбәр ҙә ишетелмәне. Зым зыя юҡ булды. Ә Бибиәсмәләрҙең ҡыҙы, Раузаһы үҫеп, буй еткерҙе. Күрше ауылдан Рәхмәт исемле бер егет һоратып килеп, Хөснөтдин шуға ҡыҙын бирҙе лә ебәрҙе. Йәш бит әле, балам йөрөңкөрәһен ,тип сеңләп иланы әсәһе, Раузаның ҡаршылашыуын да күрмәмеш булды.
-Ҡыҙҙар оҙаҡ ултырһа ,еҫләнә башлай ул-шул булды ата һүҙе.
Эшләнеп бөтмәгән өйөнә алып ҡайтты кейәү, шунда туй яһанылар. Соландың иҙәне юҡ,түшәлмәгән. Соландың тупһаһынан өйгә ингән тупһаға тиклем бер оҙон сороковка таҡта һуҙғандар ине, шул бер таҡтанан йөрөттөләр ҡунаҡтарҙы. Аш яраштырған ҡатындар, ҡоҙасалар боһорап торған бишбармаҡлы ҡаҙандарҙы ла, самауырҙы ла шул бәүелеп торған таҡта буйлап индерҙеләр, сығарҙылар. Ул һалмыш ҡоҙалар ҡолашып бөткән ҡайҙа шул таҡтанан! Ике бәпес табып бирҙе Раузаһы Рәхмәткә, теге буй таҡта һаман шул килеш ята бирҙе. Рәхмәт тә ҡайны һымаҡ, ыҙалатты ҡатынын, туҡманы. Икенсе баланан һуң ныҡ өҙлөктө ҡыҙҙары. Ныҡ ябыҡты, һарғайҙы,һөтө бөттө. Сире яман булған күрәһең, өлкән улына өс, йәш, бәләкәсе муйыл сиртмәле сәңгелдәктә тулап ҡына ята ине, Раузалары донъя менән бәхилләште. Ҡап-ҡара ҡайғылар Бибиәсмәнең дөм ҡара сәстәрен ап-аҡ көл иттеләр. Ике малай хаҡына сабырҙар булып, йәшәргә, атларға, ҡыбырларға кәрәк. Кесерәйеп ҡалды Бибиәсмә. Хөснөтдин дә бөршәйеп китте. Элекке һымаҡ бисәһен битәрләмәй, йөйһөҙ ерҙән йөй эҙләмәй хәҙер. Ҡуйын һайын берәр ул менән тороп ҡалдылар. Көн күрҙеләр, ғүмер һөрҙөләр. Малайҙарҙы буй еткерҙеләр. Бер улдары әртис булам, тип Өфө китте, бәләкәсе оҙон аҡса артынан Себер юлланды. Хөснөтдин намаҙға баҫты бер көндө. Аят, сүрәләр өйрәнде. Ҡорбанға ла әйтәләр үҙен,йыназаға ла йөрөй,аяттан ҡалдырмайҙар,бәпескә исем ҡуштырһалар ҙа ауылда шул Хөснөтдин муллаға киләләр ҙә торалар. Бына әле Баймөхәммәт тигән егеттең улына исем ҡушып ҡайтып ултырыуы. Урам тышындағы эскәмйәгә Бибиәсмә менән Хөснөтдин ултырғандар ҙа, нимә күреп ҡайтҡан, нимә ишеткәнен бабайы әбейенә теҙеп һөйләп ултыра
-Кем тип ҡушып ҡайттың инде был юлы?
Бибиәсмәһе гәзиткә төрөлгән күстәнәстән ауыҙ итәйем,тип бер йөҙөм ҡабып ебәрҙе.
-Арлан! -Ыстағафирулла! Шулай исем дә сыҡҡанмы?-саҡ йөҙөмө тын буйына китеп барманы Бибиәсмәнең.
-Сыҡҡан икән шул, Бибиәсмә. Мөхәрләм айы бит, Мөхәрләм, тип ҡушайыҡ, тием. Юҡ. Килен тигәндәре ыҡҡа килмәй. Ҡулдарын бөйөрөнә таянып алған да аңҡылдығы сығып тик тора: Арлан була!Апһындары ла, ҡәйнәһе лә әйтеп ҡарайҙар. Минең һымаҡ баһадир табығыҙ ҙа, Мөхәрләм,тип ҡушығыҙ!
-Рамаҙан тиһә ярамағанмы,хатта матур исем. Үткәндә береһенә Абжур ,тип ҡушып ҡайттың түгелме?
-Эйе шул...
Ошо мәлдә эргәләренән һары Москвич елдереп китте лә, кисеүҙе үтеп, Һиҙиәттең өйө тапҡырына килеп туҡтаны. Машинанан ике ир уҙаманы төштөләр ҙә береһе ҡапҡа асырға, тип атланы.
-Кемдәр булыр был?-Хөснөтдин бер ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуйып, баяғылар яғына текәлде.
-Аһһ!-итте Бибиәсмә, Иҙии...әт...улла ла һа! Ҡайтты...
-Нисек тә?Үлгән, тинеләр бит...
Ҡара һин уны,эңерҙә лә танып ултыра.
-Танымаҫҡа. Һиҙиәтте дөм ҡараңғы ла ла таныйым...-шулай тине Бибиәсмә.
Баяғы йортта ут алдылар! Күҙ алдында балҡыны ла ҡуйҙы шул йорт. Бәлки, ул уттар һүрән генә янғандарҙыр, әммә Бибиәсмәгә улар донъялағы иң сағыу, иң йылы уттар булып балҡынылар. Бибиәсмә өсөн бар Донъя балҡыны ла ҡуйҙы. Хөснөтдин мин минлеген еңә алманы. Һиҙиәтуллаға хәл-хеүәл һорап барманы. Үҙе килер, йәнәһе.Өсөнсө көн тигәндә, Һиҙиәтулла быларға үҙе килеп инде. Картуф алып мәшәҡәтләнә инеләр.
-Ырҙынға бәрәкәт!-тип һөрәнләне Һиҙиәтулла.
-Кәтмән төбө,-тип яуапланы Хөснөтдин.
Үҙе йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарып, ҡулын һоноп килеп,күреште.
-Һаумы, Иҙиәт!-Бибиәсмә ябыҡ, тарамыш ҡына ҡулдарын күлдәк итәгенә ышҡып торҙо ла, ике ҡуллап күрешергә ҡулдарын һондо.
-Самауыр ҡайнаған,-үҙе күҙҙәрен тултырып Һиҙиәтуллаға ҡараған.
Ә үҙенең керпек осонда ғына йәштәре тулышып,бына-бына ғына тамам,тип мөлдөрәшеп торалар.
-Сәпсимгә ҡайттыңмы?-Хөснөтдин һүҙгә ҡушылды-Әбейең менән ҡайттыңмы?
-Әбейҙе ерләп ҡайттым, ҡорҙаш. Сәпсимгә ҡайттым инде -Бибиәсмәнең ҡулдарын ебәрҙе.
-Яңғыҙ әбейҙәр күп ауылда. Кәләш алып ебәрһәң, үҙем йыназа, әәй, тьфү, никах уҡырмын. Мин ней бит әле хәҙер, муллаһы ауылдың. Үҙемә лә берәй йәштән әбей кәрәк ине, дин буйынса беҙгә икәү тейеш,-һүҙ юҡта һүҙ булһын, тип тороуы, Хөснөтдин теүәтәйен сисеп, таҡыр башын шытырҙатып тырнап алды.
-Ээй, ҡыя һейәм, тип тормай, һаман ҡатын һөйләп торған була,-Бибиәсмә кәтмән йыйып Һиҙиәтуллаға һондо
-Ал,Иҙиәт!
Ҡыуанды, сикһеҙ һөйөнөс кисерҙе йөрәге Бибиәсмәнең. Төнөн йоҡо алманы. Шәл бөркәнеп кенә сығып, тыштағы эскәмйәгә ултырҙы Һиҙиәттең өйө яғында ике күҙе. Төнлөктән ҡараған йондоҙҙар, Бибиәсмә һәм кисеү аръяғында Һиҙиәтулла ғына бөгөн йоҡламайҙар.
Ғүмерҙәр аҡты. Бөтә нәмә ап-асыҡ бит был донъяла. Килгәндәр ҡасан булһа ла китәләр, килгәндәре китер өсөн килгәс.Тик берәүҙәрен иртә, бик иртә алып китә шул, йәндәрҙе үкһетеп, бәғерҙәрҙе телеп. Бибиәсмә түшәккә ятты. Арыны ул. Тамсы хәле ҡалманы. Сабыр булып арыны,йәне йылымыс көтөп арыны.
-Иҙиәт инһен,-тине Бибиәсмә.
Һиҙиәтулланы саҡырып килтерҙе Хөснөтдин.Карауат эргәһенә бүкәнен шылдырып ултыртты Һиҙиәт.
-Хәлдәрең нисек, Әсмәү?
-Һорамағыҙ хәлдәремде Хәлем һорарлыҡ түгел...-хәлһеҙ генә көйләне Бибиәсмә.
-Хәлгенәңде нисек кенә еңеләйтәйем, Әсмәм?-Һиҙиәтулла хәсрәт тулы күҙҙәре менән баҡҡан Әсмәһенә.
-Былай ғына ултырып кит. Һине борсоуға һалмам, тинем дә...Әллә нишләп күргем килеп тик торасы, Иҙиәт. (Яратып Иҙиәт тине йәш сағында Бибиәсмә,Әсмәм,тип өндәште Һиҙ иәтуллаһы.)
,,Ясин " тип яҙылған китабын тотоп ултырған Хөснөтдин бер нисә тапҡыр тамаҡ ҡырып алғас, былай тип һүҙ башланы:
-Уландар килеп етмәҫ борон, һеҙҙең алдағы ғәйеп эштәрем өсөн ғәфү һорайым. Тешем ҡыҫып әйтмәй ҡалмайым, һеҙҙең икегеҙ алдында ла ғәйеплемен. Бибиәсмә,күңелең йөйлө лә, яралы һинең. Мин шулай иттем. Кисерә алһаң, кисер. Һеҙҙең бәхетегеҙҙең ҡарағы -мин. Һине үлеп яратҡандан түгел, Һиҙиәттән көнләшкәнем өсөн шулай иттем. Һеҙҙең бәхетегеҙҙән көнләшеп... Кисер, Бибиәсмә, кисерә алһаң. Беҙ икәү ғүмер үтмәнек. Ә шул ғүмер беҙҙең арабыҙҙы ғына үтте, шикелле. Кисер, Һиҙиәтулла...
Иҙиәтуллаһының ҡулын тотоп ҡына ятып үтеп китте Бибиәсмә. Гөрләүектәр гөрөлдөгө сыҡҡан, сыйырсыҡтар ҡайтҡан саҡта гүр эйәһе булды Бибиәсмә. Раузаһы эргәһендә мәңгелек йорто. Хөснөтдин дә китеп барҙы. Бибиәсмәнән саҡ ҡына арыраҡ ята уныһы. Хәҙер Хөснөтдиндең өйө етем булып тороп ҡалды. Әртис егеттең үҙ ғаиләһе бар,ә бәләкәс улдары өйләндеме, юҡмы?Эскеләй, шикелле, тиҙәр уныһын. Альфред исемле өлкәндәре. Әле таңға ғына ҡайтып инде гастролдән. Арып,арманһыҙ булып.
-Шул тиклем алыҫ аралар,саҡ ҡайтып еттек, переброска өсөн берәй ауылда концерт ҡуйып китһәк була бит.
-Ярай, имен ҡайтҡасығыҙ, шөкөр,-ҡатынының биле йыуанайып киткән, -минең көнөм еткән,иртәгә, йә иртәнән һуң табам инде, Алла бойорһа.
-Исем уйланыңмы малайға?-Альфред яһалған сәйен һемерә башланы.
-Ролан, тип ҡушайыҡ. Шаяртам, һин үҙең уйларһың.
Иртә менән телефоны шылтыраны. Альфред уяулы -йоҡоло көйө телефонын һәрмәп алды.
-Инәһеҙ, йоҡоно бүлеп. Алло! Кем был? Әәә, Иршат ағай һеҙме, юҡ, юҡ, уятманығыҙ, дауна торҙом,-райондың главаһы үҙе шылтырата икән.
-Ҡустым,әле оперативка үтте, милициянан шылтыраттылар. Һинең ҡустыңды үле килеш тапҡандар. Әле моргта. Ауылығыҙҙың главаһы бында ине бит, Альфред ҡустыға ярҙам итеп ебәрәйек, ҡәбер ҡаҙһын егеттәрегеҙ, тинем. Ә һин хәҙер милицияға бар, һинән башҡа бүтән туғаны юҡ бит. Материаль ярҙам кәрәкһә, инеп сыҡ.
Пип. Пип. Пип. Элемтә өҙөлдө. Бер ни аңламай ҙа, иҫәүән һымаҡ ултырҙы. Башына һуҡтылармы ни...
-Дәәә. Кәләш. Дим үлеп ҡалған. Әле шылтыраттылар. Мине милицияға саҡырталар.
Сыҡты ла машинаһына ултырып тайҙы Альфред.
-Миңә роддомға...-эсен тотоп тороп ҡалды кәләше.
Эшенә инеп көн һораны, профком шундуҡ аҡсалата ярҙам итеп ебәрҙе, коллегалары ла йыя һалып тотторҙолар, милицияға барҙы, моргҡа, магазиндарға инде, кәфенлек алды, ҡульяулыҡ, таҫтамал,дүрт ирҙәр күлдәге, ауылдың муллаһын табып шылтыратты-бөтәһе лә инерция буйынса бер ниндәй хисһеҙ, тойғоларһыҙ эшләнделәр, ҡустыһының үлеменә һаман ышанмай, ышанғыһы килмәй башҡарҙы . Бер генә нәмә мейене сүкеп тик тора: нишләп эстең? Ҡустыһының кейемдәрен ҡосаҡлап, машина эсенә инеп ултырғайны, телефоны шылтыраны:
-Алло, тыңлайым.
-Альфред ағай, был мин, Морат әле, Димдең дуҫы. Һеҙҙең иртәгә концертығыҙ икән районда, ике пригласительный бирегеҙ әле. Кәләште концертҡа апарам, тип обешайт иттем дә.
,,Суҡынсыҡ, иртәгә концерт бит әле, күсертергә кәрәк," тип уйлап ала үҙе:
-Морат, Дим мәрхүм булып ҡуйған, концерт булмай, ҡәбер ҡаҙалар. Ҡояш байығансы ҡабаланайыҡ, тиҙәрсе муллалар.
-Нисек үлгән,кем үлгән. Дим ней әле генә минең менән һөйләшеп торҙо, универмагта осраттым, курткаһын, телефонын урлатҡан да, куртка алышып бирҙем. Ул әле һеҙгә китәм,тип вокзалға төштө. Ағай,ике пригласительный.
-Да хоть ун пригласттельный. Мин вокзалға!
Вокзалға килһә, ун минут элек ҡуҙғалған автобус.
-Ярай, ҡабаланмайым. Яйлап,яйлап! Ауылға, главаға шылтыратты, кәфенлек, хәйергә тигән төргәген, аҡсаларын моргта ҡалдырып китте:
-Мәрхүмдең туғандарына тапшырырһығыҙ...
-Ҡустым терееее!!!
Альфред ҡыуанысы күкрәгенә һыймай йырлап ҡайтып китте. Дим автобустан төшөп ҡалды ла такси алды, ямғыр һибәләп торасы. Геүләп такси килеп туҡтаған тауышҡа килен балаҡай ҡапҡа асайым, тип сыҡһа, ҡәйнеше инеп килә.
-Еңгәй, һаумыһығыҙ!
Килен ап-аҡ булды ла, һушын юйып инде ҡолап бара, ҡәйнеше ярай тотоп өлгөрҙө. Геүләп Альфредтың машинаһы килеп туҡтаны.
-Ағай, тиҙ бул, ҡайҙа йөрөйһөң, еңгәй үлеп бара, шикелле, ҡоланы ла ҡуйҙысы.
-Нишләп бөтәгеҙ ҙә бөгөн үләһегеҙ???
Альфред үҙ ауыҙынан ни сыҡҡанын аңлар хәлдә түгел. Киленде тейәнеләр ҙә, бала тыуҙырыу йортона алып киттеләр. Малай тыуҙы! Дим милиция юлында йөрөп алды, ҡасан, кем, нисек, ниндәй шарттарҙа курткаң юғалды? Әллә күпме ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйып ҡайтты.
Димгә тип ҡаҙылған ҡәбер Бибиәсмәнең ҡәберенә яндап ҡаҙылған ине. Ярай, ташҡа яҙыу яҙып өлгөрмәгәндәр. Аптырашып, елкә тырнашып торҙо ирҙәр зыяратта.
-Тәмәке көйрәтә тороғоҙ, Һиҙиәт ағайға барып, кәңәшәүәйт итеп киләйем, тине бер ир, үҙе шәп итеп атлап түбәнгә төшөп китте, шундуҡ ҡына кире әйләнде:
-Һиҙиәтулла ағай үтеп киткән...
Ауылдаштары Һиҙиәтулла ағайҙы ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшырҙы.
Сулпан Абдрахимова.