Әлбиттә, бында хикмәт атайымда ғына ла түгелдер, заман икенсе хәҙер. Кешенең дәрт-дарманын, энтузиазмын аҡса, әйбер-мөлкәт ҡомары алды, дөйөм эшкә мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Һәр кем ояла ултырған ҡаҙ һымаҡ үҙенә тарта, үҙенә йыя. Ауылдағылар, әүәле ҡаланан берәйһе ҡайтһа, шул сит-ят ҡырҡ ата бала араһында нисек йәшәйһегеҙ ул, хатта ишектәрегеҙ терәлеп торған күршегеҙҙе лә танымайһығыҙ бит, тип ысын күңелдән аптырай торғайны, ғәжәп, хәҙер ауыл үҙе лә ошо рәүешле йәшәүгә өйрәнеп бара. Баҡса, өй араларындағы кәртә кеше күңелдәре араһына ла үрелгәндән-үрелә. Шатлыҡ-ҡыуаныс, хатта ҡайғы уртаҡлашыр кеше юҡ, күрше-фәлән керһә лә, һөйләшеү, хәл-әхүәл белешеү өсөн түгел, ә кәрәк йомошона инә. Туған-тыумаса, күрше-күлән ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр, өмәләр, ҡул алмаш эштәр башҡарыу бөттө.
Атайым ал-ял белмәй хеҙмәт итмәһә, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә бара алмаҫ ине. Шул күргәҙмәнән, илебеҙҙең баш ҡалаһынан алған тәьҫораттарын теркәгән кескәй генә блокноты әле лә бар.
Бер йәй беҙгә ағайым, әсәйемдең бер туған ҡустыһы, килгәйне. Атайымдың уның менән соланда һөйләшеп ултырғаны иҫтә ҡалған. Тәүҙә көлөп-шаярып тигәндәй гәпләштеләр, еҙнә менән ҡәйнеш бит, унан һүҙ ағышы яйлап һәлмәкләнә төштө. Артабан бәхәскә әйләнде. Ул саҡта миңә ун өс-ун дүрт йәш булғандыр. Яратҡан ағайым янынан китке килмәгәнлектән, бер сығып, бер кереп буталып йөрөгәндә ошондай хәбәр ишеттем.
– Хужаға көн дә тиерлек инә башланы был, – ти атайым, – иген һорай, ашарға юҡ, балалар ас ултыра, ти.
– Кем булып эшләй һуң?
– Механизатор, – атайым ҡулдарын йәйеп ҡысҡырып уҡ ебәрә. – Ҡыш тракторҙа, йәй комбайнда. Хужа ла аптырай шул – комбайнсының нисек итеп игене булмаһын инде, үҙенең ҡулында бит. Колхозда механизаторҙан, фермала эшләгән малсынан арыуыраҡ хеҙмәт хаҡы алған кеше юҡ. Уҡытыусыларҙы иҫәпләмәгәндә. Ниңә, яҙманылармы ни, тип һорай икән хужа. Яҙҙылар, алдым, бөттө, ғаилә ҙур бит, ти икән теге. Шул араламы? Шул арала. Кәмит инде. Хужаның тамам теңкәһенә тейгәс, был мине, ауыл Советы рәйесен эйәртте лә, киттек тегенең өйөнә. Ни өсөн тигәндә, яңы ғына шул тиклем иген алып, шул арала ашап бөтөүенә һис ышанырлыҡ түгел. Барғайныҡ, аптырап ҡалды, беҙҙең килерҙе һис көтмәгән. Аҙаған бисәһенән кәбәркәһен астырғайныҡ, иҫебеҙ китте – ике лар тулы иген, бер лар тулы он. Быйылғы уңыштан. Бер өс йыллыҡ байлыҡ, валлаһи. Хужа бер ашлыҡ менән онға, бер ауыҙҙарын асып аңшайып ҡалған ир менән бисәгә ҡараны ла бер һүҙ ҙә әйтмәй сығып китте. Ошо көндән башлап һоранып йөрөмәҫ булды теге.
– Запаслы кеше, тимәк. Урламағандыр бит.
– Уныһын кем белһен? Бункер төбөн алып ҡайтыуы оҙаҡмы ни? Бында хикмәт уның урлашыуында йәки урлашмауында ла түгел, ә намыҫта бит.
– Колхозда эшләгәс, һорарға хаҡы ла барҙыр. Үҙ колхозы. Ә бына барып тентеп йөрөргә һеҙҙең хаҡығыҙ булдымы икән? – ти ағайым ҡыйыуһыҙ ғына.
– Әллә һин ысынлап аңламайһың, әллә аңламағанға һалышаһың, – тине атайым, бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас. Күңелһеҙ хәбәр башлағанына үкенеп тә ҡуйҙы шикелле. – Колхоз рәйесе уны ҡулға алырға барманы бит, ҡарарға-тикшерергә, ысынлап та, ашарына бер нәмә лә ҡалмағанмы икән ни тип. Комбайнсы алған иген шул арала бөтөргә тейеш түгел. Һәм ышанды бөтмәгәненә. Бер нисә йыл элек кенә һарай һымаҡ йорт һалып керҙе. Уныһы, ярар, кәрәк, балалары ла ишле. Техника үҙ ҡулында, эштән һуң, ял көндәре йорт мәшәҡәте менән йөрөүенә лә хужа күҙ йомдо, кәрәк-ярағы менән дә ярҙам итте. Өйөн мүккә ултыртыу менән шау таҡтанан ҡытай стенаһы ише ҡойма тартты. Уныһы нимәгә? Ауылда бит урлашыу юҡ, һәр кемдең ҡапҡаһы, өй ишеге шар асыҡ тора тигәндәй.
– Урам тирәһен нығытыу ғәйепме ни? – тип йәнә ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ ҡыҫтыра ағайым. – Ауылығыҙҙа уныҡынан башҡа берәй йүнле ҡапҡа, рәтле ҡойма, ағаслы баҡса бармы? Бик һирәктәрҙә генә. Ызначит, ундай кешене, киреһенсә, маҡтарға, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға кәрәк, ә һинең йөнөң ҡабара. Һаман таралырға торған йорттарҙа, емерелер сиккә еткән текмәләр уратымында йәшәргә тейешме ни бөгөнгө ауыл? Революция ни өсөн яһалды?
– Һәр хәлдә, тик үҙеңде генә ҡайғыртыу өсөн яһалманы, ҡәйнеш. Үҙен генә уйлаған кеше колхозда йүнләп эшләмәй ул. Йә колхоз, йә үҙенең хужалығы. Икенең бере.
– Уныһы икенсе мәсьәлә. Тимәк, эшләтә, талап итә белмәйһегеҙ. Ә кешенең арыуыраҡ йәшәргә ынтылышын, миңә ҡалһа, хупларға ғына кәрәк. Мал-мөлкәт тип ҡаны ағыуланғанын аңлайым ул кешенең, әммә был социаль күренеште хәҙер туҡтатып булмай. Партияның көсө бөтә, хөкүмәт дилбегәне бушата – кеше шуны күрмәй, һиҙмәй тиһеңме? Бына мин эшләгән заводты ғына алайыҡ. Ҙур, елле завод, оборонаға эшләй. Хеҙмәт сәғәте бөттөмө, кеше шул минутында таралырға тора. Кеше ҡайҙа ла бер. Проходнойҙы үткәс, өйөнә ҡайтмай гәпләшеп йәки һыра һемереп торор, әммә ярты сәғәткә лә эштә ҡалмаҫ. Әйтеп ҡара, бөттө, тейешле сәғәтемде тултырҙым, тип кенә ебәрә ул. Планыңа, йөкләмәңә төкөрҙө ти. Ай, квартал аҙаҡтарында шуларҙы өгөтләп, вәғәҙәләр биреп, отгул алырһың, өҫтәмә эш хаҡы яҙырмын, тип цех начальнигының хәле бөтә. Кешене бит, закондан тыш, бер нисек тә ҡуша алмайһың. Үҙең әйтмешләй, үҙаң юҡ, элекке энтузиазм, илгә булһын тигән уй юҡ бәндәлә.
– Яман сир һымаҡ таралды шул ул, – тине атайым тәрән көрһөнөп. – Уны хәҙер бөтөрөп булмаҫтыр.
– Бөтөрҙө ти! Саҡ башлана бит әле ул.
- Күңелдәр ҡорғаҡһый, ҡараштар тарая, уртаҡ мәнфәғәткә битарафлыҡ көсәйә. Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙе йыртҡыс балыҡ тиерһең, мөмкин булғандың барыһын ҡармарға, йоторға тырыша. Әүәл улай уҡ түгел ине бит. Хәтерләйем әле, бригадир эшкә саҡырып килеүен көтмәй, һәр кем үҙе белеп сығыр ине. Арбаларға тейәлеп йырлай-йырлай бара, йырлай-йырлай ҡайта, етмәһә, таңға ҡәҙәр клубта бейеүҙәр була торғайны. Ә хәҙер? Хәҙер йәштәр йыйылышһа, эсә, унан һуғыша, ярты төнгә тиклем урам ҡыҙыра, мотоциклда йөрөй. Осһоҙ киноларҙан башҡа телевизорҙан бүтән тапшырыу ҡарамай ҙа ул, гәзит-журнал уҡыу тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Иртәгәһенә төшкә тиклем йоҡлайҙар. Һеҙҙә, ярар, кеше үҙ сменаһын атҡара әле, колхозда аҙналар буйы эшкә йөрөмәгән бәндәләр бар. Егәрле кешенән көләләр хәҙер. Йортон да һалһын, елле итеп ҡоймаһын да тотһон, тик күңелен шуларҙан күмдермәһен – бына мине нимә ҡурҡыта. Күңел юлаҡтарына мүк үҫтеме – бөттө...
Атайым менән ағайым араһындағы бәхәс нисек тамамланғандыр, ҡалғанын тыңлай алманым – әсәйем, еңер төшә, быҙау ҡушылып ҡуймаһын, тип көтөүгә ҡаршы ебәрҙе.
Эйе, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, был әңгәмә дөрөҫкә сыға. Күптәрҙең күңел юлағын, ысынлап та, мүк баҫты бит. Хикәйәне, бәлки, ошо фекерҙе раҫлаған берәй ваҡиғанан башларға кәрәктер? Көн ҡаҙағына һуға торған фекер, үҙгәртеп ҡороу фекере менән нығытырғалыр? Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө көн хикәйәһе социаль яңғырашлы булһа ғына уҡыласаҡ. Ни өсөн тигәндә, һәр кем әҙәби әҫәрҙән үҙен борсоған, икеләнгән уйҙарына яуап эҙләй. Бөгөнгө үҙгәрешле, ҡаршылыҡлы, хатта аңлайышһыҙ заманда бигерәк тә.
Хәтирәләр, хәтирәләр... Әлбиттә, уларҙың барыһы ла хикәйәгә түл була алмаҫ. Улар күп, шуларҙың иң ҙурҙарын, мөһимдәрен, атайымдың характерын асырлыҡ ваҡиғаларҙы ғына һайларғалыр, тим. Ә нимәнән башларға һуң? Башлаһам, бер-береһенә бәйләнеп китер ҙә һымаҡ. Әйтәйек, ҡыш көндәре ул кашауайға ат егеп йөрөй торғайны. Кисен ҡайта ла атын йыш ҡына ат һарайына илтеп туғарырға миңә ҡуша. Китәм. Атай йомошон үтәмәй булмай. Тартылып һығылған ҡамыт бауын, унан дуғаны ысҡындыра алмай этләнәм. Буй етмәгәндер инде, аяҡ ослап, тәртә осон түшкә терәргә тырышам, бер ҡул менән ҡамытты тартам, икенсеһе менән ҡамыт бауын ысҡындырырға маташам. Ярай әле ат тыныс, әллә бәләкәйлегемде аңлап, әллә арыуҙан башын эйеп, ҡамытты муйынынан һурып сығарғанды сабыр ғына көтөп тора. Туғарып, тәртә араһынан сығарғас, ҡарҙы еҫкәп-еҫкәп урана ла алғы аяҡтарына тубыҡлана, унан артҡыларын бөгә һәм гөрҫ итеп ауып туларға керешә. Бер һыртынан икенсеһенә ике тапҡыр әйләнеп сыға. Нишләптер, мотлаҡ ике тапҡыр. Бер йә өс мәртәбә әйләнгәнен иҫләмәйем. Унан ырғып тороп аяҡтарына баҫа, муйынын һуҙып, һыуҙы йөҙөп сыҡҡан эт шикелле бар кәүҙәһен һелкетеп, өҫтөндәге ҡарҙы төшөрә. Шунан мин уны, ике яҡлы ауыр ҡапҡаны саҡ асып, ялан аҙбарға индереп ебәрәм. Кашауай янына кире килеп ҡамыт-ыңғырсаҡты, дилбегә менән дуғаны йыйып ат ҡараусы йортона һөйрәтеп индерәм. Ә унда йылы – тимер мейестә ут яна, өшөгән ҡулдарҙы уның һыртына тигеҙә яҙып йылытам. Мин белә-белгәндән бирле конюх булып эшләгән Әбүбәкер бабай, анауында эл, тип оҙон ағас ҡаҙаҡҡа ымлай ҙа үҙ эшен дауам итә – ыңғырсаҡ, ҡамыт бауҙарын рәтләй, ямай, ялғай, тегә. Мин уның етеҙ бармаҡтарына ҡараған килеш ҡулдарҙы йылытам. Үҙем ҡәнәғәт – атай йомошо үтәлде, хәҙер тыныс күңел менән ҡайтып йылы юрған аҫтына сума алам.
Атайымдың, үҙе аңлапмы, аңламаймы тигәндәй, эшкә яуаплылыҡ, етди ҡараш тәрбиәләргә тырышҡанын күрәм хәҙер. Дөрөҫөн әйткәндә, ул был турала уйламағандыр ҙа, бер ниндәй программаһы, әҙер рецепттары булмағандыр, тормош тәжрибәһенә, интуицияһына таянғандыр. Һин шулай булырға тейеш, былай ярамай йәки былай ярай, тип нотоҡ уҡығанын иҫләмәйем, әрләмәне, игәп өйрәтмәне, хеҙмәт менән тултырҙы уҡыуҙан тыш ваҡытты. Яҙға сыҡҡас, мал ҡураһын, аҙбар эсен ҡышҡы тиреҫтән таҙартыу, урам тирәһен һепереү, оло баҡсаның сүбен йыйып яндырыу, бәләкәй баҡсала ер ҡаҙыу һымаҡ эштәрҙе ҡуша ла ҡайтҡас тикшерә, ҡарай. Үҫә килә мин быларҙы ул әйтмәһә лә үтәй башланым. Өләсәйем әйтмешләй, эше – өйгә, өйрәнеүе үҙемә булған.
Эйе, иҫтәлектәр күп. Мәрәкәләре, ҡыҙыҡтары, аяныслылары, аңлашылғаны, аңлашылмағаны. Тик ҡайһыһынан башларға һуң? Ҡайһыһынан башлаһам да, атайымдың холоҡ-фиғелен аса алмам, асып еткерә алмам төҫлө. Һайлап алыуы бик ауыр. Тегеһе бармаҫ, быныһы ярамаҫ, үтә лә шәхси килеп сығыр һымаҡ. Әҙиптәр, һәр әҫәрҙә авторҙың үҙ биографияһы сағылыусан, тиһә лә, фотоһүрәт шикелле әллә ни оҡшатҡы ла килмәй. Былай ҙа, о, атаһын яҙған, тиеүселәр табылыр. Документаль йәки автобиография түгел, ә художестволы әҫәр икәнлеген аңламаҫтар. Был – бер. Икенсенән, атайҙың һыны үҙ быуынының типик вәкиле булырға тейешлеген дә онотмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта айырым, уға ғына хас индивидуаль холоҡло шәхес рәүешендә тасуирларға бурыслымын, тип уйлайым.
Бынан өс йыл элек әсәйем бер ваҡиға тураһында һөйләгәйне. Күрше кескәй генә ауылдан (колхоздың бер бригадаһына ҡарайбыҙ) биш-алты километр самаһы йыраҡлыҡта шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы бар, дөрөҫөрәге, булған икән. Унда хәҙер алмашлап борсаҡ йәки кукуруз сәсәләр. Көҙ. Колхоз ҡыҙыу рәүештә әлеге шәкәр сөгөлдөрөн сығара. Саҡ ҡына яйлаһаң, ямғырҙар башланыуы, ҡар яуыуы ихтимал, шуға күрә һәммәһе яланда. Бүтән етәкселәр менән атайым да көнө буйы тигәндәй шунда. Бер мәл кисләтеп кенә баҫыуҙан ҡайтып килһә, юл буйына сөгөлдөр һибелгәнен күрә. Ә алдараҡ арбаһын саҡ һөйрәп ат китеп бара икән. Ҡыуып етә тегене. Арба өҫтөнә бер нисә һәнәк бесән ташланған, уның аҫтынан сөгөлдөр күренеп ята. Күрәһең, арба төбө тишек, йәшелсә юл буйы шунан ҡойолоп килгән. Атайым ҡайҙан килеүен, сөгөлдөрҙө ҡайҙан алғанын һорай бесән өҫтөндә һуҙылып ятҡан ят егеттән. Уныһы аптырағандай итә. Ҡайҙан алғанһың, шунда илтеп түк, тигәс, күп түгел, унлапты ғына һалғайным юл буйынан йыйып, тип яуаплай. Атайыма егетте торғоҙоп, бесәнде асырға тура килә. Ә унда – ярты арба сөгөлдөр. Көтөүсе Мөхәрләмдең ҡалала эшләп йөрөгән өлкән улы булып сыға был. Ауылға ҡайтҡан да атаһына ярҙамлашырға булған, дөрөҫөрәге, икәүләп тейәгәндәр ҙә, тегеһе ҡайҙалыр ҡалған, быныһы өйөнә ҡайтып барған.
Оҙаҡламай көтөүсе үҙе лә килеп етә. Атайым уға, ҡайҙан алғанһығыҙ, шунда кире алып барып түгегеҙ, ти. Тәүҙә шаяртырға, унан инәлергә керешкән көтөүсе, бүтән ҡабатланмаҫ, рәйескә әйтеп ҡуйма инде, тип үтенә. Юҡ, барыһы ла бушҡа, атай тегеләрҙе кире бора.
Иртәгәһенә иртәнсәк шул уҡ баҫыуға китеп барһа, юл ситендә бер нисә башмаҡтың юл ситендә сөгөлдөр ашап торғанын күрә. Тимәк, Мөхәрләм кисәге йөгөн баҫыуға алып бармаған, юл ситенә ауҙарған да киткән. Үсегеү, һинең һүҙең сүп миңә, барыбер үҙемсә эшләйем, тигән ҡылыҡ бит инде был. Наянлыҡ, кешегә, колхоз милкенә төкөрөп ҡарау.
Атайым урман эсенән эҙләргә тотона тегене. Таба. Менгән атынан һөйрәп төшөрөп, ниңә баҫыуға алып барманың, ниңә юл буйына түктең, тип асыулана. Һинең баҡсаңдан алған сөгөлдөрмө, колхоздыҡы бит, тип ҡаршы әйтә башлағас, тегене һуғып осора. Уныһы, бәләсел, ирҙәрсә аңлашыу урынына, колхоз рәйесенә, парткомға барып ошаҡлай. Китә шау-шыу. Милиция саҡырып, кешегә ҡул күтәргәне өсөн ун биш тәүлеккә ябып та ҡуялар. Атайым әйтеп ҡарай, тик көтөүсенең сөгөлдөр алып ҡайтып барғанын бер кем дә күрмәгән, шаһиттар юҡ, етмәһә, баҫыуға кеше-маҙар килгәнсе, юл ситендә ятҡанын да мал ашап бөткән. Тап һин дөрөҫлөктө! Йыйылышта, бригадирҙың ундай ҡылығына ышанмайбыҙ, эш тип янып-көйгән кеше ләһә, барыбыҙ ҙа уның ише эшләһәк, колхоз күптән ҡотайыр ине, ә көтөүсенең ҡулы оҙон икәнен беләбеҙ, тип атайҙы яҡлаусылар байтаҡ була. Шулай ҙа, ярты арба сөгөлдөр өсөн кешегә ҡул күтәрергә уның ни хаҡы бар, етмәһә, етәксе вазифаһында, тиеүселәр яғы еңә. Мажаралар бының менән генә бөтмәй әле. Бер мәл кис ҡайтып килгәнендә ауыл осонда таш бәреп ҡалалар, икенсеһендә ҡыш көнө аңдып тороп, ҡороҡ ташлайҙар. Ярай ҙа бейек яғалы толоп кейгән була атай, муйынына уралғас-иткәс, толобон сисеп өлгөрә. Өлгөрә алмаһа, ҡороҡ муйынын һығыр ине.
Ваҡиға күңелле түгел. Шулай ҡыланғандарҙың үҙҙәрен эләктереп, Мөхәрләм үҙе йөрөгәндер тип уйламайым, башкиҫәр малайына ҡушҡандыр, кәрәктәрен бирергә ине лә. Атай ҡул һелтәй, дөрөҫөрәге, әсәй тыя. Ни өсөн ҡайһы бер битһеҙҙәр бер нәмәнән ҡурҡмайынса теләгәнен эшләй, икенселәр, хаҡлы була тороп, дөрөҫлөктө иҫбат итә алмай? Тормоштоң иң ҙур парадокстарының береһе шулдыр инде. Икенсе яҡтан, атайҙың колхоз эше, колхоз мөлкәте тип тырышҡанына бөгөн һоҡланам да. Ундайҙар арабыҙҙа күберәк булһа икән дә бит...
Бала саҡтың йәнә бер ваҡиғаһы йөрөй күңелдә. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уны үҙем менән булған итеп иҫләмәйем дә: армияға китер алдынанмы, әллә ҡайтҡасмы инде, әсәйем һөйләгәйне. Шулай ҙа ул үҙем кисергән, үҙем менән булған хәл рәүешендә хәтергә һеңгән. Мин уны тәүҙә әсәйемә һөйләгәнмен дә, унан һуң ғына, байтаҡ йылдар үткәс, үҙемә ҡайтарып бәйән иткән төҫлө. Бына шундай парадокс. Тәү ҡарамаҡҡа уның шаҡ ҡатырғыс әллә нәмәһе лә юҡ, ғәҙәти бер бала саҡ шуҡлығы, ә онотолмай.
Уҡырға төшмәгән саҡ ине әле. Күршелә минән өс йәшкә өлкән Миңлегәрәй исемле малай йәшәне. Оҫта ине үҙе: беҙгә ағастан ҡылыс, ҡалҡан, мылтыҡ, уҡ-һаҙаҡ яһап бирә, иҫке сеүәтә, кәстрүлдәрҙән каскалар әтмәләй һәм ауыл осондағы ереклек араһында һуғыш уйыны ойоштора. Үҙе һәр саҡ – генерал йәки маршал, бүтән малайҙар – һалдат. Төнгөлөккә аттар ҡыуғанда ла алдан йөрөй, кеше баҡсаһынан кишер, ҡыяр сәлдерергә лә оҫта. Минән хатта атайҙың тәмәкеһен урлатып тарта торғайны. Алып килмәһәң – уйнатмай. Ҡыҫҡаһы, сос, әрһеҙ, әллә нәмәләр уйлап сығара торған малай ине ул. Атаман, батша. Шуғалырмы, беҙ, ауылдың үр яҡ урамы малайҙары, гел уның эргәһендә өйөрөләбеҙ. Ҡушҡанын үтәү, йомошон тыңлау йәки ул яһаған ҡоралды алыу һәм уның командаһында уйнау – һәр ҡайһыбыҙ өсөн оло мәртәбә.
Бер шулай уйнап йөрөгәндә Миңлегәрәй минән өлкәнерәк малайҙар менән лапаҫтары башына менде лә беҙҙе, бәләкәйерәктәрҙе, аҫта ҡалдырҙы – баҫҡысты өҫкә тартып алып ҡуйҙы. Етмәһә, юғарынан кемеһелер сәптереп ҡуйҙы. Быйыл көҙ генә атайым Өфөнән алып ҡайтып биргән күн бүреккә өй башына тапылдаған ямғыр тамсылары ише һыҡра ҡойолдо. Йәндең үртәлеүе! Әлбиттә, илар сиккә етеп ҡайтып киттем, дөрөҫөрәге, ҡайтҡан булдым да шым ғына өй мөйөшөнән ҡарап-күҙәтеп торам. Тегеләр ҡыйыҡ аҫтына кереп мөңгөрләшә башлағас, үҙебеҙҙән баҫҡыс һөйрәп килтереп һарайҙары стенаһына терәнем дә шым ғына өҫкә үрмәләнем. Тәүҙә һиҙмәнеләр, менеп еттем тигәндә генә, табанға боҙ ҡатҡан аяҡ тайып китеп йығылып төшкәс, килеп еттеләр. Мин ҡалҡынып яңынан менә башлағас, Миңлегәрәй этеп ебәрҙе – баҫҡысым менән бергә көрткә барып сумдым. Өҫтәгеләр ыржайышып көлөштө. Миңә баҫҡысымды һөйрәп ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Асыу килә, ҡыр типһәләр ҙә, яндарына менеп, улар менән бергә уйнағы килә.
Күршеләрҙең лапаҫтарының бер яғы ябылған, икенсеһе, беҙҙең яғы, асыҡ. Ни эшләргә, тип уйланып торҙом-торҙом да, ә былай ғына һис ҡайтҡы килмәй, ҡар йомарлап лапаҫ башына бәрҙем. Берәйһенә тейгәндер инде, йүгереп килеп сыҡты ла алан-йолан ҡаранып эҙләнергә тотондо Мине күрмәй, йәшенгәнмен. Йәнә ҡар йомарлайым да, еүешләп, тегеләргә тондорам. Икенсеһе күренә. Боҫҡан килеш тағы ҡар йомарлайым, тик бәреп өлгөрөп булмай, тегеләр ҡабаланып лапаҫ башынан төшә башлай. Минең уларҙан һис тороп ҡалғым килмәй, боҫҡан еремдән сығам да ситән башына менәм һәм, эй, һеҙ ҡайҙа, мин дә һеҙҙең менән барам, тип һөрәнләйем. Үәт балалыҡ, үәт бер ҡатлылыҡ. Тегеләр бер мәлгә генә аңшайышып ҡарап тора ла яныма килеп, мине ситән башынан һөйрәп төшөрә һәм ҡарҙа тулата башлай. Шаяртыуҙарылыр, тип уйлайым тәүҙә, яныма килеүҙәренә ҡыуанам да хатта. Һин бәрҙеңме, һинме, бына шуның өсөн, тигәс кенә быларҙың ысынлап туҡмауына төшөнәм. Ауыртыныуҙан бигерәк ғәрлектән, үҙемдең алданғанлыҡтан илап ебәрәм. Тегеләр минең мышҡылдағанды күрә лә этешә-төртөшә ҡасышып бөтә...
Һарай артлап үҙебеҙҙең урамға керҙем дә илай-илай ҡағынып тора инем, атайым ҡайтып керҙе. Ҡапыл ғына унан үҙемде йәлләткем, ә тегеләрҙе әрләткем килде. Малайҙар туҡманы, тинем, нимәгә мышҡылдайһың, нимә булды, тип һорағас. Шуларҙан туҡмалып тораһыңмы, тине атайым, көлөмһөрәп. Улар күмәк, мин бер үҙем, тинем. Лапаҫ башына мендермәнеләр, шуға һейҙекләп ҡар бәргәйнем, төшөп туҡманылар ҙа ҡастылар, тип һөйләп тора алмайым бит инде. Ниңә башҡалар бөтәһе лә бер яҡта, һин яңғыҙ һуң, тип һорай атайым, тимәк, йә үсектергәнһең, йә элек берәйһе менән сәкәләшкәнһең, бушҡа туҡмамаҫтар. Миңлегәрәйҙе барып әрләп китер тип көткәйнем атайымдан, ә ул, өйҙә ултыр, бергә уйнай белмәгәс, һин – малай кеше, ауыҙыңды бәлшәйтеп йөрөмә, ошаҡлашма ла, тине лә өйгә кереп китте.
Ошонан һуң бер ҡасан да уға ошаҡлашып йөрөмәнем. Сат та сот һуғышҡан саҡтар ҙа, туҡмалған мәлдәр ҙә булды, иланым да, әммә өйгә илап ҡайтманым. Уйнағанда йәки урамға урам ҡаршы һуғышҡанда балауыҙ һыҡҡан малайҙарҙың аталары, өлкән ағалары яҡлашһа, көнләшә лә, асыу ҙа килә ине...
Быны әсәйем һөйләгәнгә бер ҙә ышанғы килмәй. Барыһын да үҙем иҫләйем, барыһы ла бер нисә көн элек кенә булған кеүек.
Ҡулы оҫта ине атайымдың. Дөрөҫ, ғүмеренең һуңғы йылдарында йышҡы, ҡасау, балтаға һирәк тотондо – ваҡыты етмәне. Элегерәк, мин бәләкәй саҡта, яңы ғына һалып кергән ҙур өйөбөҙҙөң мейес артындағы мөйөштә верстагы ултырыр, кис (күпселектә ҡыш көндәрен) шунда нимәлер яһар ине. Мин юнысҡы, тап-топ, бысылған таҡта киҫәктәре араһында уйнайым. Өйҙәге бар йыһазды ул үҙе яһаны. Китап кәштәһе, сынаяҡ, һауыт-һаба шкафы, һандыҡ, ултырғыстар. Торараҡ солан ҡороп ҡуйҙы. Сәңгелдәк. Әйткәндәй, үҙем дә, ике һеңлекәшем менән ике энекәшем ул яһаған бишектә үҫтек. Бөгөн дә байтаҡ әйберен атай төҫө, атай иҫтәлеге итеп һаҡлайбыҙ.
Ваҡиғалар, ваҡиғалар... Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡәҙерле һәм яҡын. Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың ҡайһыһы онотолған да, күңелһеҙҙәре, араға йылдар ятҡанғамы, хәҙер әллә ни күңелһеҙ ҙә тойолмай. Шуғалырмы, береһен алһаң, икенсеһен дә алғы, яҙыласаҡ хикәйәлә файҙаланғы килә. Хәйер, барыһын да хронологик тәртиптә теҙеп сығыу ҙа килешмәҫ. Маҡсат атайымды тик һәйбәт яҡтан ғына күрһәтеү ҙә түгел. Ҡыуаныслы, бәхетле тип һанаған минуттар менән йәнәш күңел ҡабул итеп бөтөрмәгән ҡылыҡтары ла һаҡлана. Уларын да яҙырмын, тим. Донъяла фәрештә юҡ, китап теле менән әйткәндә, һәр кешенең ыңғай һыҙаттары ла, кире яҡтары ла була. Ниндәй ракурстан ҡарайһың да, нисек ҡабул итәһең – бөтә эш шунда.
Дүртенсеме, бишенсеме класты тамамлаған йәй булһа кәрәк. Атайым үҙе йөрөгән ерән бейәне яҙҙан уҡ һабантуйға әҙерләтә башланы. Был мәшәҡәтле эш Әбүбәкер бабайға ҡушылды. Ат ҡараусы бейәне айырым ашата, таҙарта, эшкә ектермәй, йүгертә. Һөҙөмтәлә бейәбеҙ күҙгә күренеп көрәйҙе, һырт-осалары йылтырап китте, хәрәкәттәре йылдамланды.
Мин көнө буйы тигәндәй, каникул бит, ат һарайында. Әбүбәкер бабай ваҡ-төйәк йомоштар ҡуша, төнгөлөккә ҡыуғанда ла, арба тултырып йәшел үлән сабып килтергәндә лә үҙе менән ала, мендерә, саптырып та ҡарай.
Иртән китеп һуң ғына ҡайтыуымды һиҙгән атайым, ярар, һабантуйҙа үҙең саптырырһың, мен, өйрәнә тор, тине. Ниндәй ҡыуаныс! Бер көн, беренсе килгәнгә ниндәй бүләк бирәләр, тип һорағас, тәүҙә рәхәтләнеп көлдө, унан мәғәнәле генә йылмайҙы. Шунан ғына, әлегә әйтә алмайым, ғәҙәттә, еңеүсе атҡа сбруй, кешеһенә гармун йәки радиоалғыс була торғайны, быйыл нишләрҙәр, тип яуапланы ла, ә һинең ниндәй бүләк алғың килә һуң, тип һораны. Мин, гармун, тип яуапланым. Йәнә кинәнеп көлдө атайым. Ни өсөн тигәндә, гармунда уйнарға өйрәнергә күптән хыяллана инем. Күршеләге Әсҡәткә Өфөлә йәшәгән өлкән ағаһы яҙ гармун алып ҡайтып бирҙе, тик ул үҙе лә йүнләп уйнамай, кешегә лә бирмәй. Боҙоп ҡуйыуыбыҙҙан ҡурҡа. Аҙна самаһы кереп, бер яғынан көй сығара башлағайным, әллә нәмәгә үсекте лә тоттормаҫ булды ла ҡуйҙы. Бына һиңә күрше, бына һиңә дуҫ! Үҙе сығара алмағанға үсекте, ахыры. Мунсаға кереп тә бысҡылдатып ҡарай, лапаҫ башына ла менә, әммә һыҙҙыртҡаны һис көйгә оҡшамай. Әгәр һабантуйҙа беренсе килһәм, минең дә гармун буласаҡ. Ул сағында, өйрәт әле, тип Әсҡәт үҙе йүгереп киләсәк.
Кистән һуң ғына ҡайтып, атайым, иртүк сығып китәм, һине үҙем алып ҡайтырмын, көт, тине. Иртүк уяндым. Атайым өйҙә юҡ ине. Ҡабалан-ҡарһалан еңелсә генә ашап (Әбүбәкер бабай, күп ашама, эсеңә ҡатыу сығыуы бар, атҡа ла ауыр булмаһын, тигәйне), атайымдың ҡайтҡанын көтә башланым. Түҙемһеҙләнеп ҡапҡа тышына ла сығам, күренмәйме, тип лапаҫ башына ла менеп ҡарайым – юҡ. Әсәйемдән һораһам, әйткәс, ҡайтмай ҡалмаҫ, тип яуаплай миңә ҡарамай ғына. Үҙе йөҙөн йәшерә. Һин бармайһыңмы ни, тим. Атайың ҡайтһа, икебеҙҙе бергә алып китә инде, ти. Артабан да көтөргә тәҡәтем ҡалмағас, эстән генә атайымды әрләй-әрләй киттем дә барҙым һабантуй буласаҡ ауылға. Юлда кеше күп – машиналар, атлылар, һыбайлылар, йәйәүлеләр, велосипедҡа, мотоциклға атланғандар... Бер машинаға йәбешеп барып еттем. Бер бабайҙан, ҡайһы ерҙә ат сабыштыралар ул, тип һораным. Анау ағастар янында йыя торғайнылар сабыш аттарын, тип һөҙәк тау яғына күрһәтте. Бер аҙ атлағас, ысынлап та, аттар күренде. Мин, һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡып, кешеләр араһынан шул яҡҡа йүгерҙем.
Кәкре-бөкрө тәпәш ҡарт имәндәр һалҡынында унлап ат. Ҡайһылары бәйләнгән, ҡайһыларын минең һымаҡ, минән ҙурыраҡ малайҙар тотоп тора. Ошонда уҡ ололар ҡайнаша, эйәк ҡағып, ҡулдарын төртөп теге йәки был атҡа күрһәтәләр ҙә бәхәсләшеп китәләр, көлөшәләр, усҡа-ус һуғышалар. Ә беҙҙең ерән бейә күренмәй. Алан-йолан ҡаранып йөрөй торғас, әллә атайым алырға ҡайтты ла, мин өйҙә булмағас, бейәне сабыштырмаҫҡа уйланымы икән, тип шикләнә лә башланым. Ҡуҙғалмаҫҡа, әсәйем менән бергә килергә кәрәк булғандыр. Ерән бейәне Әбүбәкер бабай иртәнге һалҡында уҡ был ауылға килтерергә тейеш ине. Мин аттар өйкөмөн йәнә бер тикшереп сыҡтым да, бейәне осрата алмаһам да, атайымды күрермен исмаһам, тип уны эҙләргә керештем.
Йөрөй торғас, имәндәр яғына китеп барған ерән бейәне шәйләнем. Уға миңә таныш түгел бер малай атланып алған. Трико, кеды кейгән, башын әллә ҡулъяулыҡ, әллә таҫтамал киҫәге менән ураған. Тимәк, ерән бейәне мин түгел, ул саптыра! Тыным ҡыҫылып, кешеләргә бәрелә-һуғыла имәндәр яғына йүгерҙем.
Малайҙарҙы өйкөмгә йыйып, бер ағай, судьялыр, ахыры, барлай һәм ниҙер һөйләй. Теге малайҙың аттан төшөүен дә көтмәйенсә, йүгереп килгән ыңғайға бар ҙа йәбеш!
– Төш, был минең атайымдың аты! Уға мин менәм!
– Кит бынан, – ти ят малай, аяғы менән тибергә тырыша. – Һеҙҙең ат юҡ бында, колхоздыҡы.
– Юҡ, атайымдыҡы! Мин үҙем менәм, атайым, һин сабышаһың, тине.
- Тапатам! – тәүҙә аптырабыраҡ ҡалған малай ҡыйыулана төштө, аяҡтарын нығыраҡ һелккеләй башланы, йүгәнде тегеләй-былай тартҡыланы. Ә ерән бейә, мине танығас, урынынан ҡуҙғалмай, малай йүгәнде тартҡылағанда башын өҫкә сөйә, әммә атламай. Малайҙы һөйрәп төшөрөргә тырышып, бөтә көсөм менән тегенең аяҡтарынан аҫҡа тартам.
Шул арала бәйгеселәрҙе йыйып нимәлер аңлатҡан ағай беҙҙең янға килде.
– Ни булды, ниңә талашаһығыҙ? – тине ул бер миңә, бер теге малайға ҡарап.
– Атайымдың аты тип килде лә йәбеште, – тине малай сәрелдек тауыш менән.
– Ул – беҙҙең ат, атайым һин менәһең тине, – тинем, илар сиккә етеп.
- Һин ҡайһы ауылдан һуң, энекәш?
Мин ауылдың исемен әйттем.
- Атайыңдың исем-фамилияһы кем?
Уныһын да әйттем.
– Хәҙер аңлашыла, – тине ағай һуҙып ҡына. Елкәһен тырнап тирә-яғына ҡарап алды. Ул миңә атайымды эҙләйҙер һымаҡ тойолдо. – Мин дә, был егет тә бер нәмә ҡыла алмайбыҙ, энекәш. Атайың үҙе рөхсәт иткән уға. – Ағай ат өҫтөндәге малайға ымланы. – Икенсе йыл һин саптырырһың. Үҫә төшкәс.
– Юҡ, атайым бөгөнгө һабантуйҙа менерһең, тине. Әллә ҡасан уҡ әйтте. Атайым алдашмай. Әбүбәкер бабай ҙа, һин саптыраһың, тине. Был малай урлаған беҙҙең атты.
– Бөгөн күрҙеңме һуң атайыңды?
– Юҡ, ул мин йоҡлағанда уҡ сығып киткән, – тинем иламһырап. Мин һаман атайымдың үҙ атын ошо өтөк малайға биргәненә ышанмай инем.
- Ҡуй, энекәш, ул тиклем дә бөтөрөнмә, булыр әле сабышыр саҡтарың. Бөтәһе лә алда, – ағай шулай тине лә яурынға ҡулын һалды, арҡанан ҡаҡҡылып һөйгәндәй итте, шунан ҡапыл ғына тауышын күтәреп, тирә-яҡтағы малайҙарға өндәште. – Иғтибар, егеттәр, әҙерләнәбеҙ!
Ауыҙлыҡтарын сәйнәп тыпырсынған аттар урынынан ҡүҙғалды. Улар байтаҡ, унлап ҡына түгел, егермеләп булып киткәйне.
- Ишеттеңме? Кит, тапалаһың, – теге малай мыҫҡыллы йылмайып телен күрһәтте лә ерән бейәнең бөйөрөнә типте. Миңә уның аяғын ысҡындырып, ситкә китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Күҙгә йәштәр тығылды, аҡырып илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрҙе тешләнем. Тиҙҙән тау һыртының теге яғында, селек ҡаплаған битләүҙә старт алыр өсөн аттар еңелсә юртып шул тарафҡа китте. Бында тороуҙан фәтүә ҡалманы. Аттар китте, улар менән ерән бейә лә китте, килеүҙәренә байтаҡ ваҡыт бар, шуға ла мин түбәнгә атланым.
Көрәш майҙаны янынан үткәндә атайҙы күреп ҡалғандай булдым. Тәүҙә, үпкәләп, янына бармайым да, өндәшмәйем дә, тип уйлағайным да, торараҡ, алдағаны өсөн асыуымды белдерергә ниәтләнеп, артынан атланым, әммә тиҙҙән күҙҙән яҙҙырҙым. Кеше араһына кереп юғалды. Бәлки, ул да булмағандыр. Минең өсөн һабантуйҙың ҡыҙығы бөткәйне инде. Көршәк ватҡандарын, ҡатыҡ эсенән ваҡ аҡса эҙләгәндәрен, тоҡ кейеп йүгергәндәрен бер аҙ ҡарап торҙом да йәйәүләп ҡайтып киттем. Яндарына алырға теләгән арбалыларға ултырыу юҡ.
Үҙе әйтер, һис юғы, һорар, ҡыҙыҡһыныр, тип көтһәм дә, атайым һабантуйҙағы ваҡиғаны ҡуҙғатманы. Әллә онотто, әллә кәрәк тапманы. Үҙе өндәшмәгәс, унда барғанымды, ерән бейәне менгән ят малай менән сәкәләшкәнде лә әйтмәнем. Атыбыҙҙың беренсе килгәнен Әбүбәкер бабайҙан һорап белгәс, ифрат ҡыуандым, теге малайға гармун биргәндәрен белгәс, күңел һыҡраны. Инәлә-инәлә булһа ла, Әсҡәткә йөрөргә тура килә инде.
Байтаҡ йылдар үткәс кенә, бер һөйләшеп ултырғанда һүҙ артынан һүҙ сығып, әсәйем, ул бит һине отторған, тип әйтеп һалды. Нисек отторған? Баҡһаң, иртәгә һабантуй тигән көндә шул ауылдағы бер дуҫында, кемдең аты беренсе килә, тип бәхәсләшеп киткәндәр ҙә, атайым, билдәле, минең ерән бейә, тигән. Кемде ултыртаһың һуң, тип ҡыҙыҡһынғандар. Улымды, тип яуаплаған атайым. Юҡ, унан булмаҫ, бәләкәйерәк, сымыры түгел, икенсенән, үҙ атыңа үҙ малайыңды атландырыу килешмәй, тип күңеленә тейгәндәр. Дуҫы, бына минеке сос, өлкәнерәк тә, давай, шуны мендерәйек, тип ныҡышып алған да киткән. Ризалашҡан атайым. Уға бит кем менһә лә ярай, иң мөһиме – ерәне беренсе килһен. Шулай итеп, атайымдың иртәнсәк мине алырға ҡайтмауының сәбәбе байтаҡ йылдар үткәс кенә асыҡланды. Сапҡан малай гармунда уйнарға өйрәнә алғанмы-юҡмы, белергә насип итмәне, ә мин Әсҡәткә йөрөп тәки өйрәндем, әле лә уйнайым.
Белмәйем, иҫләүен иҫләйем, тик бармаҫтыр, ахыры, был ваҡиға хикәйәгә. Былай мауыҡтырғыс ул, ҡыҙығып уҡылыуы ла ихтимал, шулай ҙа атайымдың характерын асыуҙан бигерәк мәҙәк һөйләү булмаҫмы тип ҡурҡам. Әллә ни бәрелеш, низағ юҡ, эске конфликт, күңел конфликты ғына бар, уныһы ла малай, йәғни минең күңелдә, ә атай холҡона әллә ни өҫтәмәй. Һәр хәлдә, үҙемә шулай тойола. Хәйер, уйларға кәрәк. Бында биргән һүҙеңә тоғролоҡ, вәғәҙә иткәнеңде үтәү һымаҡ фекер сығарырға мөмкин.
Әлбиттә, атайым тормошонда героик эштәр юҡ. Күптәрҙән ул егәрлелеге, колхоздың һәр эшенә яуаплы ҡарауы һәм, бригадир булараҡ, ҡулы аҫтында хеҙмәт иткәндәрҙән шуны уҡ талап итеүе менән айырыла ине. Уның бар уйы, ынтылышы, хатта йәшәү маҡсаты хужалыҡ эшендә булды. Мин быны бөгөн бөтә яуаплылыҡ менән әйтә алам: әсәйем менән һөйләшеүҙәрен, йәй ҡоро килһә, иген яна, ямғырҙар оҙаҡҡа китһә, игенде серетә инде, тип илауҙарын, ял көндәрһеҙ, хатта отпуск алмай хеҙмәт итеүен күреп үҫтем. Күпселек тиҫтерҙәре ғүмер баҡый тирләмәйенсә генә эшләп, быйыллы-былтырлы пенсияға сыҡты, олатай булып ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләй, ауылдың оло быуыны, ихтирамлы кешеләре булып йөрөп ята. Ә ул юҡ...
Уның ҡайһы бер ҡылыҡтары бөгөн мәрәкә лә кеүек тойола. Бер мәл көтөүҙән беҙҙең ике һарыҡ юғалды. Байтаҡ эҙләгәндән һуң эҙенә төшә әсәйем: колхоз көтөүенә ҡушылған икән. Яңғыҙы алып ҡайта алмағас, атайыма әйтә. Ә ул, юғалмаған бит, йөрөһөн, йөнөн ҡырҡҡас, барып алырбыҙ, йөн тапшырыу планына әҙ булһа ла ярҙам, тип яуаплай. Әсәйем, бәй, үҙебеҙгә йөн кәрәкмәйме ни, тип әйтеп ҡараһа ла, атайым әйткәнсә эшләйҙәр.
Ҡабалан йәшәгән һымаҡ, үлеме лә ҡапыл булды. Шәкәр сөгөлдөрөн ул йылда йылға аръяғына сәскәйнеләр. Утау мәле. Йәй уртаһы булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың һыу кискеһе килмәгәнлектән, иртүк ҡуҙғалалар, ә тау йылғаһы һыуыҡ, быларҙы кәмә менән сығарып йөрөтәләр. Сығыу урыны – ауылдан байтаҡ аҫтараҡ, колхоздың дүрт ауылына электр тогы биреүсе станцияға етәрәк. Бер көн шулай кәмәсе Яҡшығол бабай, сырхап торам, бара алмайым, тип үҙенең урынына етенсе класты бөткән ейәнен ебәрә. Уныһын ишкәк тота белмәй тип әйтеп булмай, йылға буйында үҫкән һәр малай-шалай атлай башлау менән йөҙөргә, кәмәлә йөрөргә өйрәнә. Өҫтәүенә, ул ғына ишмәй ишкәкте, йәшерәк ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡыҙыҡ күреп ярҙамлашып ҡуя, ҡайсаҡ улар менән берәй ир-ат та сыға. Унлап ҡатынды тейәгән кәмә ярҙан айырылып китә. Күрәһең, яйыраҡ ишкәндер теге үҫмер, йылға уртаһындағы шәп ағымды үтеп өлгөрә алмайҙар ҙа, кәмә электр станцияһы тапҡырына тиклем аға ла ҡуя. Ә унда бейек арыҡтан ағып төшкән һыу хасил иткән өйөрөлтмәк ҡайнап ята. Ҡатын-ҡыҙ хафалана башлай, хәҙер кәмәне әйләндерә, батабыҙ, тип ҡурҡа. Ишкәксе, тик кенә ултырығыҙ, ҡуҙғалмағыҙ, кәмәне ҡыйшайтаһығыҙ, икенсе ишкәкте алып ишегеҙ, тип тынысландырырға тырышһа ла, ҡоттары осҡан ҡатын-ҡыҙ уның һүҙенә ҡолаҡ һалмай. Тамам паникаға бирелгән ҡатын-ҡыҙ этешә-төртөшә кәмәнән һикерергә тотона. Һәр ҡайһыһы өйөрөлтмәктән ситкәрәк китергә, теге яҡ ярға йөҙөргә тырыша.
Электр станцияһынан аҫтараҡ һыуҙы һыбай кисеп сығырға әҙерләнгән атайым быны күреп ҡала ла, саптырып килеп етеп, һыуға һикерә. Йөҙөп килеп кәмәгә менә һәм ишкәктәрҙе үҙенә алып, тырым-тырағай таралышҡан ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп мендерә башлай. Дүртәүһен алғас, барыһына ла өлгөрмәҫен аңлап, ишкәкте малайға тоттора ла кире һыуға төшә. Икәүһен һөйрәп килтереп кәмәгә йәбештерә, бата башлаған өсөнсөһөнә барып етә. Тик тегеһе, бөтөнләй ҙә йөҙә белмәгәнлектән, арттан муйынына йәбешә һәм ҡурҡышынан һыға. Тын ала алмағас, атай һыу төбөнә китә, ҡыҙ ишкәккә йәбешә...
Атайҙы ағайҙар һыуға сумып эҙләп ҡараны, тик таба алманы. Өс көндән аҫтағы ауыл тапҡырынан таптыҡ – яҙғы ташҡын ҡалдырып киткән тирәк ботағына эләккәйне...