Әле лә һуң түгел бит...
Хикәйә
(булған хәл)
“Бәлки кире уйларбыҙ, ә, ҡара инде миңә?”,- яҡын да, сит тә кеүек тауышҡа уянып китте Гөлнара.
Аптыраҡ. ”Бер булмаһа, бер инәлерһең”,-тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашты күрәһең. ”Уйлама ла, бисә кешегә инәлер көнөм етмәгән!”,- тип Рауилы, дорфа ғына ауыҙын яптырып ҡуя ине бит.
Эй, ғүмер тигәнең... Береһе белмәй. Нимә күреп-нимә кисеререңде. Ошондай тормош көтә инеме, ун һигеҙ генә йәшендә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ баланы? Ике йыл әрме хеҙмәтенән көттө һөйгәнен. Яратышып, ҡауыштылар ҙа бит. Холоҡ тигәнең күренмәгән, мөхәббәттән ҡапланған күҙ пәрҙәһенә. Башҡаса нимә тип үҙеңде йыуатып була?Тәүбә...
..Ҙур булмаһа ла, йөҙҙән ашыу хужалыҡ ауылдарында. Тирә-яғын бәләкәй генә күлдәр баҫып алған. Урман, яландар бихисап. Тәбиғәт, Серемле ауылына байлыҡтарын йәлләмәгән. Һәр береһендә тейерлек, күп итеп эре мал, ҡош –ҡорт. Анһыҙ, ауыл тормошо йәнһеҙ. Совет осорондағы кеүек, күпләп бала тапмаһалар ҙа, кәмендә өс бала үҫтерә йәштәр. Яҡшы булды бер яҡтан, ”путинка” программаһы, балалар иҫәбе лә артты, йорттар ҡалҡып сыҡты. Ике ҡуянды- бер юлы, атты хөкүмәт. Исмаһам, күҙгә күренеп ҡалды ауыл төҙөклөгө, тере аҡсаға әйләндереп, файҙаланыу форсаты ла тәтене йәштәргә. Үҙ ҡайғыһын онотоп өлгөргән Гөлнара,тағы сәйәсәткә төшөп китте...
...Иренең был һүҙҙәре, нимәнән ғибәрәт. Айырылышыу ҡағыҙын йыртып, разводҡа кисә биреп ҡайтты Гөлнара. Күп йәшәмәһәләр ҙә, багаждары арыуыҡ, ун бер йыл бергә ғаилә ҡороп йәшәүҙәр. Ике йылын ғына, матур итеп һөйләп була. Яңы өй ҡалҡты, тотонолған булһа ла машина алдылар. Уныһында хикмәт түгел, теремек, ике малайға йән өрҙөләр. Бигерәк шуҡтар, кавалерист олаталарына оҡшап, тик тормаҫтар. Урамда көрәк, һепертке, сыбыҡ ҡалдырып булмай. Елдерәләр генә...
....Әллә судьяның һүҙҙәре барып етте, әллә кәләшенең туҙыныуы. Рауилына ҡарарлыҡ түгел бөгөн. Матур ғына йәшел күҙҙәренең төҫө юҡ. Төш мәле етһә лә, сәй ҡуйып эсмәгән, йыуынмаған-ҡырынмаған. Эшенә лә барманы.
-Ике баламды алып, баш һуҡҡан яҡҡа китәм дә барам,- тигән һүҙ тәҫьир иттеме, билдәһеҙ. Ысынлап,ҡасып китер типме, һағалай күрәһең.
- Машинаға чехол алайыҡ,- тип, алдап алып сығып китте кисә ирен, райцентрға.
Үҙенең машинаһына булһа, алдан йүгерә тормош иптәше. Ҡурсаҡтай ҡарай «атын».
-Һеңлемдең танышы, мировойҙа эшләй, һөт-ҡаймағымды һатып сығайыҡ әле,- тип суд йортона керетте.
Барыһын да, алдан уйлаған ине. Йәш, дыуамал ҡатынды туҡтатырлыҡ көс, Йыһан киңлегендә юҡтыр кеүек. Йәһәт кенә, Рауилы аңын-тоңон уйлағансы, ҡаршылағы асыҡ ишеккә төртөп индереп тә ебәрҙе. Кереү менән ишекте шап итеп ябып, һүҙен башланы. Яуҙырҙы ғына, иҫкә төшөрһәң, ғәләмәт хәл. Судьяның,рус милләтенән икәне күренеп торһа ла, теҙҙе генә башҡортса. Хәҙер уйлаһаң, оят, нисек ул судья ҡыуып сығармаған, охрана саҡырмаған? Барыһын да аңланы шикелле, ҡатын һиҙгерлеге менән. Монолог кеүек килеп сыҡты хәбәре, теле-теленә йоҡмаған ире, төймә ҡапты. Айырылыуға ғариза килтереүен, донъя бүлешмәүен, алименттан баш тартыуын теҙеп һалды ғына. Китер урыны, эше билдәләнеүен, барыһын, түкмәй-сәсмәй уртаға һалды. Сәбәбе лә шул, эскегә әүрәп китеп бара һуңғы осорҙа Рауилы, ипләп тә, ҡатыраҡ әйтһәң дә аңламай. Йомшаҡ һүҙ менән йыуатып ҡарай, киреһенсә, юхаланма тип үкереп кенә ебәрә. Ҡул күтәрҙе. Эш хаҡын йәшереп ҡалдыра, аҙнаға һуҙыла эске байрамдары. Ҡуй, һөйләһәң һүҙ, һөйләмәһәң түҙ тигән әйтем буштан-буш халыҡ телендә йөрөмәйҙер. Түҙгеһе килмәй шул Гөлнараның. Сөнки,инде аяҡҡа баҫып, балалар ҡул араһына керә башлағанда, ен һуҡты мени ғаилә башлығына. Эштән һуң, иҫереп ҡайтыуҙары, нахаҡҡа көнләшеүҙәре үҙәгенә үтте. Донъя көтөү ҙә, көндән-көн ауырлаша. Айыҡ аҡыл менән кәңәшләшеп, ваҡ-төйәк, йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу, барыһы ла артта ҡалды. Паспортының күсермәһен, ғаризаһын, судьяның өҫтәленә һалып сығып киттеләр.
-Ярай,ярай,- тип ҡалды судья ҡатын.
Һиҙҙеме, әллә аңланымы ҡатын зарын, билдәһеҙлек. Баш һелкеп тик ултырҙы фемида һаҡсыһы.
-Һөт ризыҡтары ла, онотолоп, тороп ҡалған, изгелеккә булып, кемдер тәғәм итһен,- тип уйлап тышҡа атылды йәш ҡатын.
Рауилды күреү ҙә юҡ, әллә бар, әллә юҡ..
- Бер яҡтан оят, икенсе яҡтан, ҡыйыулыҡ килде бит ә!,- тип, уйлап та өлгөрмәне, Рауилы машинаһын килтереп тә туҡтатты. Таныш-тоноштар уҙғылай, арыуҙар рәтендәләр, тауышһыҙ ғына инеп ултырҙыГөлнара.
Бер һүҙ әйтмәй, егерме алты километр ҙы елферҙәтеп ҡайтып та керҙеләр. Балаларға күстәнәс юҡ, өйҙә - ҡәбер тынлығы. Ҡош-ҡорттарын ашатып, аш-һыу хәстәрләп, сабыйҙарын ашатыуға, кис тә етте һиҙелмәй. Ике сабыйының уртаһына килеп ятып, йоҡоға сумды йонсоу ҡатын
Уҙып китте шулай беренсе көн...
Эштән ҡурҡмаһа ла, көтөүгә ауыр тора Гөлнара, саҡ –саҡ, бөгөн дә һуңлай яҙа килеп торҙо. Таң менән, сәй эсергә яратмаһа ла, ғәҙәте шул. Өйҙөң ҡото килһен тип, сәй ҡайнатырға ҡуйып ебәрә. Нисектер, күңеллерәк шулай. Эш-ҡоштарын бөтһә, Рауилы тора. Нишләптер, бөгөн торманы. Сәғәт ун етте.. Май бешеп, ҡатыҡ ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡышҡы-көҙгө кейемдәрен, тышҡа елләтергә элеп керҙе. Ваҡ-төйәк эш бөтә меней, ауыл ерендә, көндәр шулай уҙҙы. Эшенә йөрөмәҫ булды ире. Әллә балалар менән, ысынлап сығып ҡасыр тип уйланы. Урам эштәре менән булышты. Һуңғы арала йөҙ әйтеп, бер тыңламаған, мал аҙбары алдын йүнәтеп ҡуйҙы. Ҡул тик тора мени, күңел сыҙаймы? Буяп та ҡуйҙы хужабикә. Ҡыяр орлоғо ҡалған ине, ер ҡаҙҙы, сәсте. Кискеһен, алдан уҡ саҡырылғас, Айбулат класташының тыуған көнөнә, байрамға барып ҡайттылар. Эсмәне был мәжлестә ире. Күпме ҡыҫтаһалар ҙа. Гөлнараға ла еңел булды, эсмә инде, балалар көтә, иртәгә эшкә тип ҡарауылламаны. Ихлас итеп ҡунаҡ иттеләр, хужалар. Үҙе лә, кухня тирәһендә ярҙам итеп, ҡунаҡ тәрбиәләште.
Көндәр уҙа, алдан әйтелгән план сәғәте яҡынлай.
-Эшкә китеүең була, һыпырып ҡасып китәм!- тип әйткән һүҙ, баштан сыҡмай.
Байтаҡ ваҡыттан, колхоздары бөтһә лә, МТС хужалығы эшләй әле силсәүит ҡарамағында. Сварщик булып эшкә керҙе Рауил. Яҙғылыҡта, ҡыҙыу эш ваҡытында, эшкә йөрөмәгәс, эшһеҙ ҡалыр инде тип,үкенеп тә ҡуйҙы Гөлнара. Ауылда,эш урыны өсөн көрәш. Тик был турала уйлау ҡаралмаған.
Таң ата ла кис була. Көндәр уҙа... Матур итеп ултырып ашайҙар. Урамда эш ҡайнай. Атай эсеп йөрөмәгәс, ике тубырсығы, килеп тә әйләнмәй әсәләре эргәһенә. Ял да, итеп алды шикелле. Күҙҙәр асылып, йөҙ һөйкөмлөләнеп китте хатта.
.- Өйөңдән һүҙ сығарма, кешегә күрһәтмә,- тип өйрәтте шул өләсәһе.
Ҡырыҫлыҡ та бар, кемгәлер һөйләге, серләшке килә лә бит, тик кемгә? Дуҫтарының үҙ донъяһы, яҡын әхирәте Нурзидә, өсөнсөгә бәпәй көтә. Ярамаған эш, ҡайғыртып. Шулай үтте-китте һигеҙенсе көн. Кейемдәрен, иң кәрәклеләрен, төндәрен йыйып ҡуя башланы. Рауил, бер нимә белмәй йоҡлай. Күнде шикелле, айырылыу «историяһына”. Балалар бәләкәй, ҙурына туғыҙ, кесеһенә, бише лә тулмаған. Аңламайҙар,сабыйҙарым. .Ысынын да, эш белешеп ҡуйылған, балалар баҡсаһы ла, училищела бергә уҡыған, курсташы Алина менән аралашҡанда, һөйләшелде барыһы ла. Тик мең тапҡыр уйларға ҡушты әхирәте. Аҡыллы ҡатын ул, йәтимлекте өнәмәй. Стәрле эргәһендәге, Ҡоғанаҡ ауылында, апаһының бәләкәй генә буш өйө тора. Ут менән йылытыла. «Башҡорт аҙыҡтары “исемле пекарня асҡандар. Эшселәр етешмәй. Килеп урынлашҡандары ла, эсеү йә булмаһа, фатир юҡлыҡтан тиҙ китә тей.
Судья бүлмәһендә, был пландар яңғыраны. Белә хәҙер Рауилы, киткән хәлдә лә, ҡайҙа буласаҡтарын.
Уйҙар,уйҙар... Нисек сисергә, яңылышмаҫҡа? Дөрөҫмө аҙымдарым? Йырсы Ирек Ноғомановтың “Ултыр әле әсәй яндарыма” тигән йырын тыңлап, ойоп китте йәш ҡатын.
Ошо, фани донъяларҙы, әсәһенең ташлап китеүенә ун алты йыл. Атаһы менән әсәһе айырылғандар. Ҡайҙалыр Ростов на Дону ҡалаһында йәшәй тиҙәр. Аралар өҙөлгән. Береккән күңел хистәре юҡ. Хәбәрләшеп торорға. Атайҙың үҙенән дә тауыш-тын булмағас, яҡындары юҡ шикелле Ер йөҙөндә. Өләсәһе вафат булғас таяныр кешеһе лә ҡалманы шул.
-Эй, Хоҙайым, минең ғаиләм иң ныҡлыһы, мәңге бергә булырбыҙ,- тип төҙөгәйнеләр ҙә бит.
Юҡ,шул. Яратмай түгел, ярата ул ирен, тик былай йәшәргә лә риза түгел. Өс йылға яҡын түҙҙе, аңлатып, тәрбиәләп тә ҡараны. Киреһенсә, ҡыҫылмай ҙа ҡараны. Боҙолған дан, боҙола шул. Ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота. Әсәкәйе лә, шул сирҙән ҡапыл йығылды. Шуның өсөн ҡотолорға кәрәк! Тыныслыҡта йәшәргә! Малайҙар ваҡ, килеп йөрөр аталары- тип тынысландырған була үҙен. Тынысланамы һуң йөрәк...
...-Әле лә һуң түгел бит, Гөлнарам!, - тигән һүҙгә тертләп уянып китте. Ун көнләп ваҡытҡа, исемен тәү ишеткәндәй, иҙрәне ҡатын.
-Эшкә сығырға кәрәк, һаҡлап ята алмайым. Айырылыуҙы онот, Гөлнарам.
Шаҡ ҡатып ултырған ҡатынды, ни рәүешле тиҙ арала ире, ҡосаҡлап та алды. Ҡулдарын ирененә тейгеҙҙе.
-Аңланым мин, ышан ғына. -Китмә, йәме!
Рауилының башы, яурынбашына төшкәндә, йылдар дауамында йыйылған диңгеҙ-күҙ йәштәре, ярҙарынан сыҡҡан ине инде.
- Ғәфү ит, Гөлнара, аңланым мин, аңланым мин...
Башҡаса был һүҙҙәрҙе ишетергә яҙманы йәш ҡатынға. Аҡ төҫ ҡараға әйләнмәй тиһәләр ҙә, ҡара төҫ - аҡҡа әйләнде. Тик ауылда ғына был хәбәрҙе ишетмәй ҡалманылар. Участковый һөйләгән тип тә һөйләнеләр, мировой судта һөт ризыҡтары эйәһен эҙләгәндә кем икәнен белеп, шулай эҙенә сыҡҡандар тип тә. Рауил үҙе, донъяһын болартҡан йәш ирҙәргә аҡыл өйрәтеп һөйләй икән тип...Ысҡындырған, йәнәһе лә, ғаилә серен...
Ә, шулай ҙа, сер булып ҡалды был хәл икеһенә лә. Ҡуҙғатманылар, бер ҡасан да. Тик, ҡушамат ҡына йәбеште ауылда, мадам Икс тигән. Файҙаһы күп тейҙе был ҡушаматтың. Башҡа ваҡытта яҙылыр. Кемгә һәм нисек икәнен.
Римма Саньярова.