Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һендер-гендер-генәйем

Концерттан бер көн алда ғына ятлай башлаған ҡобайырҙы, әммә урталағы ике юлы хәтеренән төшә лә ҡала. Аптырағас, малай әсәһенән кәңәш һорай. Ә уныһы һис аптырамай, былай тип аҡыл өйрәтә...

Һендер-гендер-генәйем
Һендер-гендер-генәйем

Һендер-гендер-генәйем

Беҙҙең ауылда 8-9 йәштәрҙәге Иршат исемле йырсы малай бар. Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына арналған концертта мәҙәниәт йорто директоры Иршаттың ҡобайыр менән сығыш яһауын үтенә. Малай тартынып тормай, риза була.

Тик ул ҡобайырҙың һүҙҙәрен ятламаған икән. Концерттан бер көн алда ғына ятлай башлаған ҡобайырҙы, әммә урталағы ике юлы хәтеренән төшә лә ҡала. Аптырағас, малай әсәһенән кәңәш һорай. Ә уныһы һис аптырамай, былай тип аҡыл өйрәтә: “Онотҡан урында һендер-гендер-генәйем тип ал да кит”.

Концерт бара. Иршатты сәхнәгә саҡыралар. Көр тауыш менән ул ҡобайырҙы теҙеп алып китә:

Ай, Уралым, Уралы-ым,

Уралып ятҡан Уралы-ым.

Атай кейәү булған ер

Һендер-гендер-генәйем

Һендер-гендер-генәйем ,

Елек майын эскән ер...

З. Сыңғыҙова.

Ҡолсора ауылы.

Һаҡмар” гәзите архивынан (2001 йыл)

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: