Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет - ҡош түгел

Роза етеҙ аҙымдар менән улар уртаһына килеп баҫты ла бөтәһе лә ишетелерлек тауыш менән:– Оят түгелме һиңә, туҡтауһыҙ кеше ире артынан йүгерәһең?! Ҡайҙа һинең ҡыҙ намыҫың, оятың?! – тип ҡысҡырҙы. Мәһәҙи:– Туҡта, Роза, нимә һөйләйһең? – тип, уны еңенән тартып, туҡтатмаҡсы иткәйне, ҡатыны ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп:– Теймә миңә! – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Райхана атылып тышҡа сыҡты ла ямғыр күҙҙәре һибәләй башлаған урам буйлапяҡындағы йылға яры туғайлығына йүгерҙе. Кешеләр күрмәҫ ышыҡ урынға барып еткәс, ямғырға ҡушылған күҙ йәштәрен берсә уң, берсә һул ҡулы менән һөрткөләйһөрткөләй, ергә сүгәләне. Унан, тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Ғәрлеге тамағына төйөн булып тығылды…

Бәхет - ҡош түгел
Бәхет - ҡош түгел

«Жигули»ҙы гаражына бикләп, эшенә ноябрҙең тәүге көндәренән үк автобуста йөрөй башланы. Уңайһыҙ, ваҡытын бигерәк күп ала. Әммә ни хәл итмәк кәрәк, машина йөрөтөүҙә тәжрибәһе ҙур түгел. Хәйер, «Лихач»тар һәр миҙгелдә лә, һәр урында ла етерлек. Кеше генә түгел, үҙ башын да уйламай улар.
Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте. Еңен, плащ, хатта салбар балаҡтарын, боҙланған ерҙе ҡан тамсылары «биҙәй» башланы.
Нимә булғанын аңламаған Ғилман әйләнеп әлеге бағанаға ҡарап ҡуйҙы. Абау, кемдер тоҙаҡ бәйләп киткән! Эшһеҙлектән йонсоп, ел ҡыуып йөрөгән малайҙарҙың этлегелер.
Ус ярып ебәрерлек булғас, бик ҡаты тоҙаҡ осо булған. Ҡанды туҡтатып, йәһәтерәк ҡулды бәйләргә кәрәк. Ғилман, салбар кеҫәһенән һау ҡулы менән ҡулъяулыҡ сығарып, ҡан таптарын һөрткөләне лә, ҡып-ҡыҙыл булғас, яралы усына шуны ҡыҫып, тағы нимә эшләргә тигән һораулы төҫ менән аптырап ҡалды.
Туҡталышта тиҫтәгә яҡын кеше таптана. Шул саҡ уның янына бер ҡатын яҡынлашты.
– Һаумыһығыҙ. Күреп торам, бәләгә тарынығыҙ, – тине ул башҡортса. – Әйҙәгеҙ, ҡулығыҙҙы бәйләйек.
Ғилман өсөн, ҡапыл алған ҡул яраһы кеүек, был өндәшеү ҙә көтөлмәгән хәл ине.
– Рәхмәт, борсолмағыҙ, – тине ниңәлер балаларса уңайһыҙланып.
– Юҡ, былай ярамай, аҙып китеүе бар. Мин бынау поликлиникала эшләйем, ҡатын уң яҡтағы бинаға күрһәтте лә урынынан ҡуҙғалды. Профессорға уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Төнгө һаҡта ултырған ҡарттан ишек астырғас:
– Чечняла ғына түгел ир-егет юлда ла яралана, ярҙам итмәйсә булмай, – тине лә ҡатын икенсе ҡатҡа – үрләй башланы. Яйлап ҡына баҫҡыстарҙан күтәрелгән Ғилман, таныш булмаған ҡатындың ҡыҫҡа ғына ҡуныслы итектәре ҡаплап бөтөрә алмаған матур балтырҙарына ҡарап. хәлдең шулай килеп сығыуына хатта һөйөнөп тә ҡуйҙы.
Эйе, ҡәнәғәтлек, хатта әҙ генә рәхәтлек кисерҙе. Тиҙерәк исемен һорашҡыһы, танышҡыһы килде. Бүлмәһенә ишеген асып кереү менән ут яҡтыртҡас, ҡатын өҫтөндәге пальтоһын, ялтлап торған йомшаҡ йөнлө һорғолт бүркен һалғас, халатын кейеп, ултырғысҡа күрһәтте.
– Әйҙә, ултырығыҙ. Шунан Ғилмандың уйында булған, тел осонда ғына торған һорауына үҙе үк яуап биреп:
– Мин Ҡунаҡбаева Райхана Саматовна булам. Ошо поликлиникала эшләйем, врачтерапевт, – тине.
– Эске ауырыуҙарҙы дауаламайһығыҙ икән. Мин һеҙгә «врач психолог» тигән исем дә бирер инем.
– Бәй, – тип йылмайҙы Райхана, – шулай тиҙ арала дәрәжәне күтәрәһегеҙ түгелме?
– Cөнки һеҙ кешенең эске серҙәренә тиҙ төшөнәһегеҙ, уны ла уңышлы
дауалайһығыҙҙыр, моғайын. Артабан ике аралағы һөйләш еп-еңел барҙы. Райханаға көтөлмәгәндә ҡабул итергә тура килгән пациент Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы, профессор булыуы, кафедраға етәкселек итеүе хаҡында әйтте.
Бүлмәнән сығыр алдынан Райхана:
– Ә мин Ғилман Хәйруллин тигән яҙыусыны ла беләм. Телевизорҙан һөйләгәнен күргәнем, ишеткәнем бар. Ниңә ул һеҙҙең исем-фамилияғыҙҙы алған? – тип һораны ла ҡара күҙҙәрендә нур уйнатып, тигеҙ тештәрен күрһәтеп яғымлы йылмайып, яңы танышына текәлде. Ғилман ике ҡулын күтәрҙе лә:
– Биреләм! – тине, кинәнесле, шатлығын йәшермәй. – Ҡатын-ҡыҙ белмәгән донъяла бер генә сер ҙә юҡ, тигәндәре дөрөҫ икән…
Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, улар яңынан урамға сыҡты. Ниңәлер, Ғилмандың бер ҙә йортона ҡайтаһы килмәне. Хатта эстән генә Райхана йәшәгән яҡҡа транспорттың оҙағыраҡ килмәүен теләй ине ул. Төнгө һалҡын һауа бер ни тиклем йылынып киткәндәй тойолдо Ғилманға. Ҡулындағы яраһы ла бөтөнләй һыҙламай кеүек.
Туҡталышта бер нисә автобус торғанын күреп, Ғилман тертләп ҡуйҙы. Ысынлап та, Райхана арттағыһының номерын күргәс тә:
– Беҙҙең яҡҡа бара, ярар, таныштыҡ, һау булығыҙ, – тип ашыҡты.
– Һеҙгә йүнләп рәхмәтемде лә әйтергә өлгөрмәнем… бәлки, такси тоторбоҙ, оҙатып ҡуярмын… Былай әллә нисек килеп бит әле… Хәҙер такси тотам… – Ғилман шулай һөйләнеп, ҡулынан килгәнсә яңы танышына ярҙамлаша-ярҙамлаша уның эргәһенән йүгерә-атлай барҙы.
– Рәхмәт, борсолмағыҙ, ҡулығыҙҙы яңынан бәйләргә онотмағыҙ, – тине лә Райхана автобус эсенә инеп юғалды.
– Ә мин һеҙҙе табырмын! – Ғилмандың был вәғәҙәһен Райхана ишетмәне – автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы. Ғилман, ҡулын бәйләтеп ҡайтҡас, ҡатыны менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп-серләшеп
ултырҙы. Ул нимә булғанын һөйләп бирҙе. Тик ҡулын кем бәйләүен өндәшмәне, дежурҙағы больницаға барырға тура килде, тине. Әллә ҡасан Алма-Атанан Ғилманға күстәнәс итеп бирелгән матур шешәле шараптарҙың берәүһен алып, ике рюмка ауыҙ иткәс, икеһенең дә кәйефе күтәрелеп китте. Тик Гөлзифа ғына бер мәл әллә балалары
хәсрәтенән, әллә иренең бәләһе ҙур булмау шатлығынан әҙ генә балауыҙ һығып алды. Ғилман уны бәләкәй балалай итеп һөйөп ҡуйғас, иркәләгәс тиҙ тынысланды, йәш саҡтағыса күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре алһыуланып китте. Иренә нығыраҡ һыйынды ла, уның һау ҡулын ыуғылап:
– Һин дә ныҡ арының, берәй ерҙә ял итергә кәрәк, – тине.
– Ял итеп ултырам бит… Ул «ял» тигәндәре нимә була һуң ул? – Ғилмандың был яуабында әҙ генә шаярыу ҙа, аҫтыртын ғына төрттөрөү ҙә һиҙҙе Гөлзифа. Ысынлап та, уның яңғыҙ ғына ла, ҡыҙы менән дә ял йорттарында булғылағаны бар. Ә бына Ғилманға элегерәк бары бер генә тапҡыр Абхазиялағы Пицунда санаторийында ял итеп (дөрөҫөрәге, яҙышып) йәшәргә тура килде. Ул йә ғилми, йә яҙыусылыҡ эшенән
башын күтәрә, ял-йәйҙәрен төҙөлөш, ер мәшәҡәттәренән бер көн дә арына алмай. Ошо хәлгә күнеп бөттө, ғәҙәти тормошо тип һананы. Һуңғараҡ, илдә буталыштар, уны бүлеүҙәр башланғас, аҡсалары ла, форсаттары ла булманы. Хәҙер улар матди яҡтан, уның эш хаҡын бер ни тиклем күтәргәс, китаптары ла сыҡҡылай башлағас, ярайһы
ғына аяҡҡа баҫтылар.
– Льготалы путёвка таба алмаһаң, үҙ хаҡына һатып алырбыҙ. Ял кәрәк һиңә, – тип һүҙен дауам итте ҡатыны. – Беҙҙең күҙ терәп торған кешебеҙ – һин бит!.. –
Гөлзифаның тауышы йомшаҡ та, бер ни тиклем ҡәтғи ҙә ине. Ғилман, ниндәй ваҡытлы тәҡдим тип уйлап ҡуйһа ла, ҡатынының баш тартасағын белеп:
– Барһаҡ, бергә барабыҙ инде, – тине. – Айырым-айырым йөрөргә, беҙ бит йәш егет, йәш ҡыҙ түгел хәҙер.
– Эй-й-й, – тине Гөлзифа үкенесле итеп һуҙып, көрһөнөп, – биш аяҡлап, рәхәтләнеп барыр инем. Малайҙың бер үҙен нисек ҡалдырып китәйем… Ҡыҙыбыҙ тормошоноң да рәте юҡ. Әле ҡайта, әле китә. Эштәге хәлдәрҙе лә белеп тораһың. Ә һиңә, сәбәбен табып, китергә була. Кафедраң күтәрелеп осмаҫ, ана, йәштәр күпме – эшләһендәр.
Көндәр буйы шундаһың… Һинең өтәләнеүеңдән нимә үҙгәрә? Хәҙер бер кем дә бер нимәгә лә яуап бирмәй. Үҙ һаулығыңды уйла.
– Ярар, әсәһе, путёвка табырмын, ял итермен. – Был мәлдә Ғилман, үҙенең һаулығынан бигерәк, теге ҡатынды уйлай ине. Һылыу йөҙө, аҡ халат кейгән килешле кәүҙәһе менән күҙ алдында, ниңәлер, баҫып тик торасы.
***
Райхана ваннала йыуынып урынына ятыуы булды, телефон шылтыраны:
– Тыңлайым.
– Райхана Саматовна?
– Эйе, мин.
– Һаумыһығыҙ? Был Ғилман Хәйруллин ине. Уңайһыҙ хәлгә ҡуйһам, трубканы һалам.
– Юҡ, юҡ һөйләгеҙ, тыңлайым.
– Телефонығыҙҙы белгәнгә аптырамағыҙ инде. Һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйткем килде. Борсоғанға ғәфү итегеҙ.
– Рәхмәт әйтер өсөн борсоғандарға мин дә рәхмәт кенә әйтәм.
– Улай булғас, һәйбәт. Тауышығыҙҙы ла ишеттем. Күңел күтәрелеп китте… – Ғилман бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Әммә Райхана телефон трубкаһын һалырға ашыҡманы. –
Беләһегеҙме, мине йома көнгә дуҫ саҡырғайны. Һеҙ минең менән бармаҫһығыҙмы?
– Бына быныһын булдыра алмайым, ғәфү итегеҙ, – тине Райхана.
– Бәлки, бүтән берәй саҡ…
– Ғәфү итегеҙ, килеп сыҡмаҫтыр, моғайын. Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, әлбиттә.
– Һеҙ ҙә ғә ғәфү итегеҙ, йоҡоғоҙҙо ҡалдырһам. Шулай ҙа уйлай ҡуйһағыҙ, минең сотовый телефон номеры…
– Туҡтағыҙ, яҙайым, юҡһа, йә тағы өйгә шылтыратырһығыҙ. Өйҙә гел генә яңғыҙ булмайым бит. Әйтегеҙ…
Райхана һандар яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡул сумкаһына һалып ҡуйҙы ла йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Тәҡдимдән баш тартһа ла, Ғилмандың шылтыратыуына үҙе бик ҡәнәғәт ине. Эстән генә көтөп тә йөрөгәйне. Райхана урынына барып ятҡас, яңынан тороп, шәрә килеш көҙгө алдына барып баҫты. Ҡырҡ йәше лә тулмаған ҡатын… Әҙерәк ябығырға кәрәк икән тип уйлап ҡуйҙы. Ә күкрәктәре тулы, имсәктәре йомарланған май кеүек әле. Битенә йомшаҡ ҡына кершән һөртөп, сәстәрен тараны ла, телевизор тоҡандырып, яңынан урынына барып ятты. Тик
уның кино ҡарағыһы килмәне, йоҡо ла алманы. Ниңәлер йөрәге ярһып типте. Һыуытҡысты барып асты ла, башланған кагор алып, әҙерәк һалып эсте. Сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтте, тик ире һаман да шылтыратманы. Тағы бер нисә рюмка төшөргәс, Райхана бөтөнләй иҫерә башланы. Сәғәт ун беренсе китеүгә телефон шылтыраны. Трубканы күтәреүгә иренең тауышы ишетелде.
– Командировканы кәмендә ике-өс көнгә оҙайтырға тура килә, – тине ул, – бәлки, икенсе аҙнаға ла ҡалырға тура килер. Үҙең нисек? Ҡыҙ шылтыратамы? Ауылға ҡасан бараһың?
– Бөтәһе лә һәйбәт. Ҡыҙ шылтыратып тора. Ауылға теге аҙнала барырмын тип торам.
Был аҙнала минең дә мәшәҡәттәр күп.
– Ярар, ауылға барып ҡайт. Мин дә, ашыҡмай, теге аҙна аҙағына тиклем булырмын. Был осорға ҡыҙҙың дә сәйәхәте бөтә булһа кәрәк. Үбәм…
Ире менән һөйләшеүе тамамланғас, Райхана тағы ла урынына барып ятты. Күңелен елкенеүле хис-тойғолар биләп алды, йәнендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ырғып торҙо ла, тағы бер рюмка төшөрөп, сумкаһынан Ғилмандың телефоны яҙылған ҡағыҙҙы,
унан сотовый телефонын ҡулына алды. Таныш тауыш ишетелгәс:
– Алло, мин инем был, Райхана, – тине. Һеҙҙе ҡайҙа көтөргә?
– Әйтермен…
Университеттың филология факультетын тамамлаған Ғилман студент йылдарында бер кемгә лә ғишыҡ тотманы, ҡатын-ҡыҙҙар менән артыҡ буталманы. Юҡ, йыуашлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан түгел ине был. Киреһенсә, оҙон буйлы, ҡара һөрөнкө йөҙлө, һоро төҫтөге күҙле, артыҡ йәйелмәгән йәлпәк танаулы егеттә тел дә, йылғырлыҡ та, кәрәгендә ҡыҙҙар ҡаратыр шаянлыҡ та бар ине. Тик ул барлыҡ һәләтен, тырышлығын уҡырға бирҙе. Бөтә маҡсаты, теләге карьера эшләүгә, юғарыға үрләргә ҡоролғайны.
Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, филология фәндәре докторы, тел кафедраһы мөдире Йәмил Ғәлиәхмәтов уны аспирантураға алып ҡалды. Бер йыл үтерүтмәҫтән биология факультетының бишенсе курсында уҡып йөрөүсе, ошо юғары вузда эшләүсе философия фәндәре докторының ҡыҙы Гөлзифа менән бары ике ай танышып йөрөнө лә һәләт кенә уға өйләнеп тә ҡуйҙы. Кандидатлыҡ диссертацияһы
яҡлауға, ҡыҙҙары тыуыуға уларға ике бүлмәне фатир бирҙеләр.
Бына шулай Ғилмандың тормошо ла, ғилми уңышы ла ыңғай барҙы. Фән кешеләренең күптәре яҙыусылыҡ ижады менән дә шөғөлләнгәс, был өлкәгә ынтылыу сире уға ла йоҡто, берәүҙән да ҡалышҡыһы килмәне. Тәүҙә балалар, тора-бара, ололар өсөн хикәйәләр, повестар ижад итеүгә күсте. Һәр редакцияла, һәр урында кисә үҙе лекциялар уҡыған шәкерттәре ултырғас, ҡайһы берҙәре әҙәбиәт буйынса ситтән тороп
аспирантурала уҡығас, уға әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу әллә ни ауырға тура килмәне.
Таланттың бер өлөшө тыумыштан, туғыҙ өлөшө тырышлыҡтан икәне билдәле. Ғилмандың иһә ун өлөшө лә тырышлыҡтан ине. Көн тимәҫ, төн тимәҫ – төрлө әҙәби китаптар, фәнни йыйынтыҡтар, дәреслектәр менән тыңҡыслап тултырылған шкафтары уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәле артында ҡулдан йә яҙып, йә машинкаһында туҡылдатып ултырҙы ла ултырҙы ул. Бынан ике йыл элек ошо ныҡышлығы менән тырышлығы уны тағы бер баҫҡысҡа күтәрҙе: әллә күпме йылдар яҙған романы, төрлөсә «төрткөләй торғас», ниһайәт, айырым китап булып донъя күрҙе. Бынан һуң инде, ғалимдар араһынан тағы ла бер әҙип артты, тип, хуплап-маҡтап, уны Яҙыусылар союзына алдылар. Ағзалыҡ билетын кеҫәгә һалғас, Ғилмандың күңеле күккә күтәрелде. Сөнки был хәл ижтимағи даирәлә мода ғына түгел, тел һәм әҙәбиәт ғалимдарында һәр кем мотлаҡ өлгәшергә тейеш оло абруй иҫәпләнә.
Ғилмандың кеше араһында, тантаналарҙа хәҙер рәсми телгә алыр исем-дәрәжәләре байтаҡ. Ләкин өлгәшмәгәндәре күберәк шул әле. Юллау ҡағыҙҙары тейешле инстанцияларға барып етеп, яҡын йылдарҙа атҡаҙанған фән эшмәкәре булып китһә, унан инде берәй төрлө премия юллауҙы ла башларға мөмкин. Ҡайныһы дөрөҫ әйткән уға: исемдәрҙе, премияларҙы төрлө бүләктәрҙе хәҙер талант өсөн генә бирмәйҙәр, кәрәк урында шарап, ҡайһы саҡ талап ҡуйып, һорап, яйлап, хатта яулап алалар. Эйе, ҡартластан күп нәмәләргә өйрәнергә мөмкин ине. Фәндә өс тинлек асыш булмаһа ла, ә исем-дәрәжәләре байтаҡ ине уның! Тик яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы. Таянысы ҙур ине Ғилмандың. Хәҙер бына яңғыҙына уйларға, үҙенә юл ярыр кәрәк. Юҡ, бирешмәҫ, өлөшөн ебәрмәҫ Ғилманов. Байтаҡ тәжрибә лә туплап өлгөрҙө бит.
Тормошонда иң ышаныслы тоғро Гөлзифаһы бар. Унһыҙ нимә ҡылыр ине. Балалар ҡарау, аҙыҡ ташыу, аш-һыу әҙерләү кеүек донъя көтөүҙең бөтмәҫ хәстәрлекмәшәкәттәрен ул үҙ өҫтөнә ала. Ҡәйнәһенә лә рәхмәт. Иренең – Гөлзифаның атаһы үлгәс, ул күберәк уларҙа була.
Кейәүен үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе. Ғилман да уны ныҡ хөрмәт итә. Ата-әсәһе донъянан йәшләй киткәйнеләр, әйтеп аңлатмаһа ла, уларға һаҡлаған күңел йылыһын ҡәйнәһенә бүлергә тырыша. Йыл да тип әйтерлек ул, ҡатыны – өсәүләп – ауылда ғаиләһе менән йәшәгән берҙән-бер апаһына ҡайтып әйләнәләр. Ә инде балалары өләсәләрендә үҫте тиергә лә була. Әле лә Артур күберәк ваҡыт шунда йәшәй.
Бер-береһенә йән мөхәббәттәре артыҡ булмаһа ла, Ғилман менән Гөлзифа үҙ-ара татыу, күп осраҡта аңлашып, килешеп йәшәнеләр. Бигерәк тә туған-дуҫтары араһында күрер күҙгә уларҙың мөнәсәбәттәре һоҡланғыс тойолдо, өлгөлө ғаилә ҡороусы юғары интеллектлы кешеләр һаналдылар. Асылда, Ғилман үҙен йыш ҡына япа-яңғыҙ итеп тойҙо, йәнен ҡайһы саҡ әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш-хәсрәт сорнап алды. Ул ирем һәм балаларым тип йәшәгән Гөлзифаһы янына ла ҡайтҡыһы килмәй, кафедрала ҡалып, бүлмәләге сейфынан коньяк һалып эскеләне, күңеле урынына ултырмағас, толҡа тапмай, яңы башлаған яҙмаларына тотонғоланы. Ундай мәлдәрҙә ҡулына эш барманы, аң-аҡылына йүнле уй-фекер килмәне. Бары ҡанына һеңгән ғәҙәти хеҙмәтен башҡарырға тырышыу ғына ине был. Их, курсташ, бүлмәләш дуҫы Сәлих иҫән булһа икән. Йөрәгендәген асыр ҙа һалыр, ә ул уны тыңлар, аңлар, үҙенекен дә һөйләр, һиҙҙермәй генә кәңәшен дә әйтеп ҡуйыр ине. Иртә китте шул дуҫы. Бергә эшләгәндәрҙән кемгә һөйләйһең? Улар бары үҙ-ара көндәштәр…
Ғилман менән Гөлзифа араһында, оло талаш-тартыштар булмаһа ла, йәшерәк саҡтарында һауыт-һаба шылтырап ҡуйғылай торғайны. Әммә бер-береһенә ышанмауҙан, кемгәлер көнләшеүҙән, ҡыҙғанышыуҙан килеп сыҡманы улар. Тәүҙәрәк әйтелгән һүҙҙәре аҡсаға, әйбергә бәйләнешле булһа, балалары үҫә төшкәс, үҙ-ара аңлашылмаусылыҡҡа, күберәк тәрбиәгә ҡайтып ҡалды. Һәр кем үҙ хәҡиҡәтен яҡларға тырышты.
Өфөнөң биология фәнни тикшеренеү институтында эшләүсе Гөлзифа Сәхи ҡыҙының балаларына йоғонтоһо ҙур ине, әлбиттә. Бигерәк тә улдары Артурға. Ҡыҙы Эльза бәләкәй ваҡытында, киреһенсә, атаһына нығыраҡ яҡынланы. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡымаһа ла, уның өлгәшеүенә артыҡ һүҙ тейҙерерлек түгел ине.
Университетҡа ла көсәнмәй, еңел барып керҙе. Атаһы имтихандар мәлендә ҡыҙына бары күҙ-ҡолаҡ булып ҡына йөрөнө. Ҡыҙҙары сит телдәр факультетының икенсе курсында уҡығанда уҡ дүртенсе курс студентына – буласаҡ инженер-технологҡа кейәүгә сыға һалып та ҡуйҙы. Уҡыуыңды бөтөрмәй һөйләнмә лә, тип тыйып та
ҡаранылар, юҡ, барыбер үҙенсә эшләне. Ата-әсәләр бик бай кейәүҙәренең фатиры, бөтә нәмәһе булһа ла, тик йәштәр рәтле йәшәй алманы. Ҡыҙҙары күп тигәндә ярты йыл ире менән торҙо ла яңынан ҡайтты, тағы барҙы. Бына шулай бергә лә, бергә лә түгел йәшәп яттылар. Хәҙер бына Эльза яңынан үҙҙәрендә. Ә инде Ғилман менән Гөлзифаның малайы Артурҙың бәләһе тыуыу менән башланды.
Сабый сағында уҡ әле һыу сәсәге, әле скарлатина менән йонсоно. Әллә нисә тапҡыр хәстәханаға һалдылар, әжәл тырнағынан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған мәлдәре булды. Мәктәптә лә йүнләп уҡый алманы. Төрлө мажараларға эләгеп бөттө. Гөлзифа бөтә ваҡытын, көсөн улын ҡарауға бирҙе. Ғилманды ла бала сағында Артурының ауырыуы, уҡыуы борсоһа, малайы үҫә төшкәс, улы уның баш, аҙаҡ инде «кеҫә сиренә» әүерелде.
Бер бәләһенә икенсеһе өҫтәлеп кенә торҙо. Этеп-төртөп урта мәктәпте тамамлағас, атаһы уны университеттың тарих факультетына урынлаштырҙы, тик унда Артур тәүге курсты ла тамамлай алманы. Бер ҡыҙҙы көсләүҙә ҡатнашып, уҡыуынан ҡыуылды, саҡ-саҡ төрмәгә ултыртыуҙан ҡотҡарып ҡалдылар. Ул саҡта Гөлзифа менән Ғилмандың ҡайғырыуҙары, йөрөүҙәре…Үҙҙәре генә белә.
Ғилман улын армияға алыуға башта ныҡ ҡаршы булһа ла, һуңынан, бәлки, төҙәлеп ҡайтыр тигән уйға килеп, уны алып ҡалыу өсөн бер ни ҙә ҡылманы. Гөлзифаһы иһә, Чечняға эләкһә, күрәләтә улымды үлемгә ебәрәйемме, тип бөтә йөрәге, булмышы менән ҡаршы булды, бының өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине.
Осрашырға ризалашһа ла, дуҫы йортона саҡырған Ғилман тәҡдименән Райхана баш тартып, фатирына яҡын, әммә кеше күҙҙәренән йырағыраҡ, тынысыраҡ урынды – Өфөнөң Якутов исемендәге парктың күл ярын һайлағас, Ғилман әҙ генә шымып торҙо ла:
– Һеҙ тигәндә – мин күл төбөндә! – тине, шатлығын йәшермәй.
Һөйләшеүҙең икенсе көнөндә сәскәләр бәйләмен, һалҡын тиеүҙән бигерәк таныштар күҙенә салынмаһын өсөн ҡат-ҡат урап, һау ҡулына тотоп паркка юлланды. Ул килгәндә алты тулмағайны әле. Һәр урындағыса, күл янындағы ағастарҙан, бөтә нәмәнән ҡыштың яҡынлашҡаны һиҙелеп тора. Баҡсала кешеләр һирәк-һаяҡ ҡына
күренә. Күл эргәһендә бары бер нисә пар йөрөп ята.
Ғилман Райхананы әллә ҡайҙан таныны, әйтерһең, көн дә осрашып торалар. Бер күреүҙә лә ҡайһы берәүҙең атлауы, һәр хәрәкәте хәтергә инеп ҡала икән. Бығаса берәүҙе лә ул шулай иҫендә ҡалдырғаны юҡ ине. Бәлки, ошо араларҙа тик уны көн-төн уйлағанғалыр. Ғүмер уртаһы үтеп барғанда, уйламағанда-көтмәгәндә, осраҡлы ғына осрашыуҙан ғашиҡтар күленә ҡолағына тиклем сумған үҫмерҙәй йөрөп ят сәле!
Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, тиҙәр ҙә ул. Яҙҙырмай торғаны микән?..
Ғилман бына шулай, уйлана-ҡыуана, Райханаға ҡаршы атланы. Гөлләмә тапшырғас, Райхананың бит осонан саҡ ҡына, һаҡ ҡына үбеп алды ла:
– Килгәнегеҙгә рәхмәт, – тине шым ғына, үҙен бының өсөн ғәйепле кеше һымағыраҡ тойоп. – Саҡырғанығыҙға рәхмәт, – тип йылмайҙы ла Райхана, – ҡулығыҙ ни хәлдә? – тип һораны.
– Һеҙ һаман минең хаҡта хәстәрлек күрәһегеҙ. Яңынан бәйләттем. Уның хаҡында онотоп барам инде. Ә һеҙ онотмайһығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә.
– Мин үҙем ҡабул иткән пациенттарымды онотмайым. Бигерәк тә күҙ алдында яраланғандарын…
Ғилман менән Райхана араһында бына шулай тәбиғи, ихлас башланған әңгәмә осрашыуҙың аҙағынаса дауам итте. Улар был кисте оҙаҡ аралаштылар, парктан тыш башҡа урындарҙа ла йөрөнөләр. Бер-береһенең тормошонан, яҙмышынан күп нәмә белделәр. Мөхәббәткә, ғаиләгә ҡағылғандарҙың да иң мөһимдәре асыҡланды, ләкин ҡайһы берҙәре күңел диңгеҙе төбөндәге сер булып ҡалды. Бер-ике осрашып ҡына уларҙы ҡайҙан беләһең. Ир менән ҡатындың күпме йылдар бер түшәкте уртаҡ итеп тә бер-береһен аса алмаған, тик үҙе өсөн генә ғәзиз һәм мөҡәддәс серҙәре була.
Донъянан киткәс, ошо серҙәре тәне-йәне менән бергә серей. Юҡҡа ғына халыҡ, ҡатын менән ир – ике сир һәм ике сер, тип әйтмәгәндер. Кешелек донъяһы башланғандан бирле күпме рух һәм һүҙ даһиҙары шул серҙе асырға тырышҡан, бөйөк әҫәрҙәр тыуҙырғандар, ләкин ул һаман йәшәүҙең иң оло сере булып ҡала килгән, килә, киләсәк.
Райхана менән Ғилман да быны ғына аңлау түгел, бер кем белмәҫ һөйөү серҙәрен йөрәктәрендә яңғыҙ һаҡлап атлаған донъяның яп-ябай йән эйәләре. Тәжрибәләре әллә ни ҙур түгел, бигерәк тә Ғилмандыҡы. Шуға ла һүҙ үткән тормош, ғаилә, үҙ-ара мөхәббәт, мөнәсәбәт кеүек мәсьәләләргә килеп төртөлһә, быларҙы артыҡ ҡуйыртманылар, дөйөмләштереп тормайынса, күп осраҡта шаярыуға борҙолар.
Осрашыу-танышыуҙарҙың дауамында Ғилман:
– Быйылғы көҙ һеҙгә оҡшаймы? – тип һорай ҡуйҙы.
– Көҙ-көҙ инде, – тине Райхана иҫе китмәй генә, – яҙ түгел, һалҡын. Башҡа йылдарға ҡарағанда һыуығыраҡ кеүек. Ә һеҙгә нисек?
Ғилман көткәйне был һорауҙы.
– Һоҡланғыс! – тине ул, хатта ян-яҡҡа ҡулдарын йәйеп. – Ниңә, тип һорағыҙ?
– Ниңә?
– Cөнки был көҙҙә донъялағы иң сибәр, иң аҡыллы ҡатынды осраттым, үәт!
Шул саҡ улар йылмайышып бер-береһенә ҡарашы. Райхананың күҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп аңлатылмаҫ нурҙар бар, улар, гүйә, рәхмәт, дауам итегеҙ, тиҙәр кеүек. Ғилман дауам итте.
– Әйт әле, Райхана, мин хәҙер һинһеҙ нисек йәшәргә тейеш? – Ғилман үҙенең «һеҙ»ҙән «һиңә» күсеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Яуабын таба алмайым.
– Һин, беҙ ҡасан тағы осрашабыҙ, тип һорайһыңмы? – Райхана ла «һиңә» күсте. – Мин был көндәрҙә япа-яңғыҙ…
Ошо саҡ Ғилман, уның алдына боролоп баҫты ла, Райхананы ҡапыл үҙенә тартып, һығып ҡосаҡлағас:
– Иртәгә үк! – тип, уның ирендәренә үҙ ирендәрен батырҙы… Тирә-йүндә кеше күренмәне, шуға ла ҡосаҡлашыуҙары ихлас, оҙаҡ булды.
– Ә хәҙер мине оҙатып ҡуй, – тип Райхана йәшәгән йорттары яғына ыңғайланы.
Оҙаҡламай улар, шылтыратышырға һөйләшеп,йылы хушлаштылар…
Һуңлап ҡайтҡан Ғилман иртәгә Нефтекама ҡалаһынан килеүҙәре, унда үтәсәк фәнни конференцияға уны ла алып китәсәктәре хаҡында әйткәс, бындай сараларға күнегеп бөткән ҡатыны: «Булғас ни, бараһың инде», – тип кенә ҡуйҙы. Гөлзифаһының үҙ ҡайғы-хәстәрлектәре башынан ашҡан: больницаға малайы янына көн дә йүгерә, уға Мәскәүҙәге таныштары яңы дарыуҙар ебәрергә тейеш, ҡыҙына бәйләнешле мәшәҡәттәр ҙә етәрлек…
Ысынбарлыҡта, кисләтеп кенә Ғилман Райхана йортона килде. Хужабикә, һалҡын урамда йөрөргә беҙ йәш егет менән ҡыҙ түгел, тип үҙенә саҡырғас, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай торҙо ла, сәскә гөлләмәһе, төрлө күстәнәстәр күтәреп уның фатирына килеп керҙе. Килеүен тәҙрәнән күҙәтеп торған Райхана ул инер саҡта, биктәрен ысҡындырып, ишеген ҡыҫып ҡына асып ҡуйғайны инде. Ғилманға, ҡулындағы бүләктәрен тоттороп, уны ҡосаҡлап үбеп, сисенеп, тәҡдим ителгән ҙур бүлмәгә үтеү мәшәҡәте генә тороп ҡалды.
Райхана ҡыҙ сағындағыса һаҡланған еңел, уртаса буйлы кәүҙәһенә килешле йомшаҡ бәрхәт халат кейеп алғайны. Электр утында ялтлап торған ҡарағусҡыл сәстәре, шундай уҡ күҙҙәре уның алһыу йөҙөнә тағы ла алсаҡлыҡ, мөләйемлек өҫтәгән. Ә инде килешле тура танауы менән тулы ирендәре сибәрлеген арттырып, гүйә, уны бер алиһә иткән. Ризыҡ, шешәләр менән тулы түңәрәк өҫтәлгә йәнәш ҡунаҡлаған ултырғыстың береһенән Райхана урын күрһәткәс, Ғилман ҡулдарын йыуырға йүнәлде. Залға сығып,
ултырғыстарҙың береһенә йәнәшәһенә Райхана ултырғас, көтмәгәндә күктән төшкән ошо бәхеттән Ғилман, нимә әйтергә, ни ҡылырға ла белмәй, алйып-аптырап ҡалды.
Шуны һиҙептер, Райхана:
– Аҡты һалһам, ҡаршы килмәйһеңме? – тип һораны ла, ҡунағының ризалағын аңлап, ғәжәп һырҙар менән семәрләнгән ҙур шешәнән уға, үҙенә һырлы бәллүер рюмкаларға эсемлек ҡойҙо. – Беҙҙе осраштырған көҙ өсөн, – тине.
– Һине күргән онотолмаҫ кис өсөн, – тип Ғилман рюмкаларҙы сәкәштерҙе. Икеһе лә бөткәнсе эсеп ҡуйҙылар. Шунан улар бер-береһенә яҡыныраҡ ултырҙылар. Тойғолар, теләктәр әйтелеп, тағы ла бер нисә рюмка эселгәс, Райхана йоҡо бүлмәһенә атланы, унда яй ғына тауышҡа музыка ҡуйҙы ла Ғилманды тансаға саҡырҙы. Улар бербереһенең ҡулдарына тотоноу менән ирендәре иренгә уйылды, телдәре иркәләште.
Ғилман Райхананың биленән тағы ла нығыраҡ үҙенә тартты. Икеһе лә шул хәлдәге рәхәткә бер нисә секундҡа ғына, тындары бөткәндәй, ҡатып ҡалдылар. Ғилман, Райхананың ирендәренән айырылып, уның муйынын үбә башланы. Ҡапыл ғына Райхана халатының бауын тартты. Эстән уның бер нәмәһе лә юҡ ине. Ғилман түштәренә лә ирен тейҙергәс, Райхана уларҙы алғараҡ кирҙе. Ҡараштары менән осрашмаҫҡа тырыштылар. Ғилман уң ҡулын аҫҡа төшөргәс, Райхана:
– Һин нимә эшләйһең? – тип һаҡ ҡына бышылданы.
– Белмәйем… аҡылдан яҙам, ахыры…
Ваҡыт һиҙелмәне. Ҡушылған тәндәре аша йәндәре лә бер бөтөнгә әүерелеп, гүйә, бүлмә биләмендә түгел, зәңгәр күк бейеклегендә бәүелде… Ләззәт йыһанында…
Улар һүҙһеҙ генә йәнәшә ятҡас, тәүләп Ғилмандың теле асылды:
– Беҙ тағы ла бер нисә осрашһаҡ, мин һинең алдыңа тубыҡланып, миңә кейәүгә сыҡ, тиәсәкмен.
– Ә һин тағы осрашыуға икеләнәһеңме ни? Һин баш тартырһың, тип ҡурҡам.
– Ҡурҡма!
– Рәхмәт.
– Нимә өсөн?
– Был донъяла һин булған өсөн… Мин икебеҙгә лә берәй ял йортона путёвка алам.
– Ал, тик үҙеңә генә. Мин яныңа барырмын.
– Ғүмеремдә беренсе тапҡыр ял иткем килә. Бары һинең менән.
– Ә мин ғүмер буйы бары һинең менән ошо йортомда. Ошо урында ошолай йәнәш ятҡым килә.
– Ә нимә ҡамасаулай?
– Выждан… Ҡыҙымдың, иремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын?.. Былай ҙа гонаһҡа баттым…
– Үкенәһеңме?
– Юҡ. Эҙләгән кешеңде тапҡан өсөн ниңә үкенергә? Тик һуң шул инде. Барыбер бөтәһе лә элеккесә ҡаласаҡ.
– Ә минең элекке тормошом селпәрәмә килде кеүек.– Ғилман, Райхананы ҡыҫып ҡосаҡланы ла, тағы ла ирендәрен, күҙҙәрен үбеп алды. Һинең менән осрашҡандан һуң…
– Йә әйтеп бөтөр, – тине Райхана уға нығыраҡ һыйынып.
– Йәшәй генә башланым, ахырыһы…
– Ҡуй, Ғилман, илатма мине… Бәхетте ҡурҡытып ҡуймайыҡ…
Улар шым ғына оҙаҡ яттылар. Тик ваҡыт менән тормош, билдәле, туҡтаманы, үҙ яйы, үҙ хөкөмө менән алға тәгәрәне.
***
Башҡортостандың төньяк-көнсығыш районының ҙур ғына ауылында донъяға килгән Райхана бала саҡтан уҡ тиҫтерҙәре, бигерәк тә әхирәттәре араһынан айырылыбыраҡ торҙо. Төҫкө-башҡа һылыулығы, ыҡсым буй-һыны менән генә түгел, аң-аҡылы, һәр
нәмәне зирәк төшөнөү менән дә башҡасараҡ, өҫтәүенә, һәр саҡ шат, ғәҙел, игелекле ҡыҙ ине ул. Беренсе кластан уҡ яҡшы уҡыны. Улар, атаһы әсәһенән киткәнсә, өсәүләп, мәктәпкә яҡын ғына йортта йәшәнеләр. Оләсәһе менән олатаһы, ҡыҙы һәм малайы
менән уларҙан алыҫта – оҙон ауыл урамының иң осонда торҙо. Улар өйө тирәһендә һәр саҡ кеше йыйылыр, бигерәк тә Райхананың тиҫтерҙәре күп килер ине. Дәрестәр бөтөп, әҙерәк буш ваҡыттар булһа, бөтәһе лә уның менән бергә булырға тырышты. Башланғыс кластарҙа уҡығанда мәктәптә, клубта нимә генә уйлап
сығармай торғайнылар! Күпме концерт, спектакль ҡуйҙылар. Һәр яңылыҡҡа әйҙәүсе, уны ойоштороусы Райхана булды. Юғары кластарҙа уға ғашиҡ булмаған егет ҡалманы, тик был хаҡта белдерергә береһе лә батырсылыҡ итә алманы. Һәр кем Райхананың һәр йәһәттән унан бер башҡа юғары тороуын белә, аңлай ине.
Бына шулай ваҡыт үтә торҙо. Райханаға урта мәктәпте тамамларға бер йыл ҡалғас, ауылға яңы уҡытыусы килде. Ошо уҡ райондан, мәктәп директорының дуҫы, математика факультетын бергә тамамлағандар икән. Өйләнгән, ҡатыны, бәләкәй ҡыҙы бар. Уларға Райханаларҙан йыраҡ түгел хужалары йәшәргә ҡалаға күскән бәләкәй генә бер йорт бирҙеләр. Ҡатыны колхоз бухгалтерияһына урынлашты. Үҙен «Мәһәҙи Мәхмутович» тип танытҡан яңы уҡытыусы Райханалар класында физика фәнен уҡыта
башланы. Урта буйлынан саҡ ҡына оҙонораҡ, яҫы ғына ҡаштарын ҡаплап торған ҡарағусҡыл йөҙөндәге көмөрөрәк танауҙағы ҙур күҙлеген һис һалмаған был физик уҡыусыларға тиҙ оҡшаны. Ауыл халҡы ла уны ятһынманы. Белемле, күп һөнәрҙәргә маһир был ир кемдеңдер йә телевизорына «йән өрҙө», йә берәйһенә тейешле урынға ғариза, юллау кеүек ҡағыҙҙар яҙырға ярҙамлашты. Аралашып бармаҫ, үҙен бер ни тиклем һауалыраҡ, көнләшеүсән, ҡылтым ҡатынын ғына ауыл халҡы әллә ни өнәп етмәне.
Райхана яңы уҡытыусыны күргән көндән үк йән тыныслығын юғалтты. Байрамдарҙа, төрлө тантаналы сараларҙа кейгән матур күлдәген, килешле джинса салбарын ҡыҙыл кофтаһы менән ғәҙәти көндәрҙә лә мәктәпкә кейә башланы. Әсәһе: «Бөтөрәһең бит, имтихандар бирергә ҡалаға нимә кейеп барырһың?!» – тип, бер ниcә тапҡыр әйтеп ҡараны – тыңламаны. «Бер ике йыл үҙебеҙҙең мәктәптә эшләйем, директор менән һөйләштем», – тип кенә ҡуйҙы. Әсә кеше, үҙ һүҙле ҡыҙын барыбер еңә алмаҫын белеп, ҡул ғына һелтәне лә башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы.
Райханаға физика фәне иң көтөп алған дәрескә әүерелде. Һәр саҡ әҙерләнеп килде, тик бишлегә генә уҡыны. Дәрестәрҙә төрлө һорауҙар бирҙе, гелән һәр урында яңы уҡытыусы күҙенә салынырға тырышты. Ҡайһы бер көтөлмәгән һорауҙары йәш физикты хатта ауыр хәлгә лә ҡуйғылай ине. Тик ул һиҙҙермәне, бары уҡыусыһының ғәҙәти булмаған ҙур күҙҙәрен үҙ күҙҙәре менән осраштырмаҫҡа ғына тырышыр ине.
Райхананың яңы уҡытыусыға үлеп ғашиҡ булғанын мәктәптә лә, ауылда ла тиҙ белделәр. Күптәр аптыраны, тик ҡайһы берәүҙәр генә һис иҫтәре китмәй: «Ниңә, бербереһенә торош, һәйбәт пар булырҙар ине», – тип кенә ҡуйҙы.
Мәһәҙиҙең ҡатыны Розала был хәл тәүҙәрәк ҡыҙыҡһыныу ғына уятһа, тора-бара уны нәфрәт, үс алыу тойғоһо биләп алды.
Райхана тирәһендә уралған, күңелдәрендә
ниндәйҙер өмөт-хыял йөрөткән егеттәргә лә
еңел түгел ине был күренеш. Башҡа саралары булмағас, өлкән синыф уҡыусылары, уны элеккесә Мәһәҙи Мәхмүтович тип түгел, яңы ҡушамат уйлап, үҙ-ара Күҙлек тип кенә йөрөтә башланылар. Асыуҙарын нисек тә булһа әҙерәк баҫырға кәрәк шул. Мәһәҙи, йәш ҡыҙҙың мауығыуы ваҡытлыса ғыналыр, үҙемдә лә булды бындай хәл, үтеп китер, тип уйлаһа ла, көндәр үткән һайын үҙенә ҡарата Райхананың етди икәненә төшөнә барҙы, үҙ күңелендә лә ниҙер ҡуҙғалғанын, уянғанын һиҙҙе, тойғоларының ҙурға китеүенән ҡурҡа башланы. Розаһының бына-бына ене ҡуҙасағын тойоп йөрөнө.
Бер тапҡыр һүҙ башлағайны бит инде.
– Уның өсөн яуап бирә алмайым. Йәште
эҙләйһеңме, тиһең, мин һиңә шулай уйларға
берәй сәбәп бирҙемме? Ауылда бөтә нәмә үтәнән-үтә күренеп тора. Бигерәк тә ситтән килгән кешеләрҙең һәр аҙымын күҙәтеп-ҡарап торалар.
Мәһәҙиҙең ошо һүҙҙәренән һуң, ире үҙен тыныс, бәҫле тотҡас, ҡатыны туҡтап ҡалғайны. Хәйер, бөгөн туҡталды, иртәгә тоҡанды, тигәндәй, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығы бер тәүлектә ҡырҡҡа үҙгәреп ҡуя. Роза ла шулар нәҫеленән. Ә Мәһәҙи
урынын-яйын табып, Райхана менән аңлашып, мөнәсәбәттәрен асыҡлап ҡуйырға тигәйне лә, уйлана торғас, быны эшләмәҫкә булды. Тиҙҙән мәктәпте бөтә, иң алдынғы уҡыусы, моғайын, берәй юғары уҡыу йортона имтихан тапшырыр, уҡыр, башҡалар менән аралаша башлаһа, бөтәһе онотолор ҙа бөтөр, тигән уйы еңеп ҡуйҙы. Ләкин
Райхана уны бер генә көнгә, бер генә сәғәткә
онотманы. Һаман да бөтә һылыулығында йәш уҡытыусыһының күҙенә нығыраҡ салынырға, янында булырға ынтылды. Бер көн шулай мәктәп эргәһендәге уҡыусылар, уларҙан бушағас ололар өсөн ойошторолған ауыл ашханаһына төштән һуң Райхана барып инде. Байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған, кешеләр ашарға сиратҡа баҫҡан. Иң артта – Мәһәҙи. Райхана уның эргәһенә килеп торҙо ла уҡытыусыһы менән һөйләшә башланы. Шул саҡ ашхана ишегенән Мәһәҙинең ҡатыны күренде. Роза етеҙ аҙымдар менән улар уртаһына килеп баҫты ла бөтәһе лә ишетелерлек тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә, туҡтауһыҙ кеше ире артынан йүгерәһең?! Ҡайҙа һинең ҡыҙ намыҫың, оятың?! – тип ҡысҡырҙы. Мәһәҙи:
– Туҡта, Роза, нимә һөйләйһең? – тип, уны еңенән тартып, туҡтатмаҡсы иткәйне, ҡатыны ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп:
– Теймә миңә! – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Райхана атылып тышҡа сыҡты ла ямғыр күҙҙәре һибәләй башлаған урам буйлап
яҡындағы йылға яры туғайлығына йүгерҙе. Кешеләр күрмәҫ ышыҡ урынға барып еткәс, ямғырға ҡушылған күҙ йәштәрен берсә уң, берсә һул ҡулы менән һөрткөләйһөрткөләй, ергә сүгәләне. Унан, тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Ғәрлеге тамағына төйөн булып тығылды…
Ҡараңғылатып ҡына өйҙәренә ҡайтҡан Райхана был көндө аттестат алыу менән ауылдан китергә тигән ҡәтғи ҡарарға килде. Тик йортонда яңғыҙ ҡаласаҡ әсәһен уйлаһа, яңынан йәнен хәсрәт биләп алды… Уның бындай аптырап ҡалған көсһөҙ сағы ошоғаса булғаны юҡ ине ләбаһа. Мөхәббәт
шулай була микән ни? Юҡ, ул башҡаса ғашиҡ булмаясаҡ, булһа, кешегә күрһәтмәйәсәк,
һиҙҙермәйәсәк…
***
Райхана, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү, йәки башҡа берәй ҙур ҡаланың юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләһә лә, иптәштәренән берәү ҙә бармағас, был хыялынан баш тартты. Алыҫыраҡ яҡта булһам, ауылға һирәкләп ҡайтылыр, физика
уҡытыусыһы менән осрашмам, тип уйлағайны, тик яңғыҙы ғына сәфәр тоторға йөрәге етеңкерәмәне. Өҫтәүенә, әсәһе быға ҡаршы булды. Ул ҡырт киҫмәһә, бәлки тәүәкәлләр ҙә ине.
Уларҙың мәктәбенән дүрт кеше Өфө медицина институтына барҙы. Райхана менән бер
егет кенә, имтихандарҙы уңышлы биреп, ҙур конкурстан үтеп һөйөнә алды.
Һылыу ҡыҙға күҙ һалыусылар баш ҡалала ла әҙ булманы. Үҙең яратыу ғына бәхет килтермәүҙе тәүләп татыған Райхана хәҙер инде ир-егеттәрҙең ул тип йән атыуҙарын теләне. Маҡсат ҡуйһа, бөгөндән кейәүгә сыға ала ине ул. Бығаса осрағандарҙың матур итеп һөйләгәндәре, күңелле итеп көлгәндәре күп, ә бына ул тип үлгәндәре, ул тип көйгәндәре күренмәй һымаҡ Райханаға. Шуға ла кейәүгә сығырға ашыҡманы, дөрөҫөрәге, Альберт Фәйзуллин тигән егет менән аралашҡанға тиклем. Бер группала уҡыған егет бишенсе курсты бөтөрөүҙе байрам итергә, атаһының ҙурбаҡсаһына алып барғайны. Бында башҡа йәштәр ҙә булып сыҡты. Асылда уларҙы таныштырыу өсөн
ойошторолған кисәлә Райхананың теләк-хыялы тормошҡа ашты ла инде. Оҙон буйлы, ҡыр моронло, етди уйлы лейтенант ҡыҙҙы, халыҡ теле менән әйтһәк, «күрҙе лә – үлде!» Бөтәһе лә ҡыҙып алғас, уйын-көлкө, йыр-таҡмаҡ башланғас,
Райхананы икенсе тапҡыр тансыға саҡырҙы ла:
– Мин һеҙҙе яратам. Һеҙҙе бер кемгә лә бирмәйем!– тип, уңайын килтереп, уның ҡолағына шыбырҙаны.
– Быны әйтергә оҙаҡ уйланығыҙмы? – тип Райхана егеттең йөҙөнә матур күҙҙәрен
төбәне.
– Һеҙҙе күргәс тә… Ә бына башҡортса нисек әйтергә күп уйланым. Сөнки мин гел русса уҡыным.
– Һәйбәт һөйләшәһегеҙ ҙә.
– Мин һеҙҙән яуап көтәм.
– Шулай тиһегеҙме? Уйлашырбыҙ…
***
Альберттың мөхәббәте лә, ныҡышлығы ла үтә ҡайнар һәм ихлас булып сыҡты. Ул юлын, яйын табып, Рязань яғынан Өфөгә бер йылда әллә нисә тапҡыр килде.
Архангель районында тыуып, баш ҡалала йәшәгән туғандарын (ата-әсәһе бала сағында уҡ вафат) буласаҡ кәләшенең әсәһе, туғандары менән осрашып та өлгөрҙө. Дипломын алғас, Өфөлә танышыу кисәһе үткәреп, яҙылып, Райхананы ҙур булмаған ҡалаға бер көндө алды ла китте. Уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, бер йылдан ҡыҙҙары Розалина тыуҙы.
Йәштәрҙең тормошо бына шулай һәйбәт кенә башланғайны. Йәшәгән туғыҙ ҡатлы
дөйөм ятаҡта ла кешеләр менән танышып, бер-береһенә йомошҡа, ҡунаҡҡа йөрөшәләр ине. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, былар бөтәһе лә әллә ҡайҙа була барҙы. Был ятаҡтан, фатир алып, йүнлерәк ғаиләләр ҡайҙалыр күсә, киреһенсә, бында эшһеҙҙәр, эскеселәр һаны көнләп арта торҙо. Ятаҡ күргеһеҙ хәлгә килде. Сүп-сар, эт, бесәй тиҙәге еҫтәре һәр этажға таралды. Күп осраҡта лифттар ҙа бер аҙналар буйы
урынынан да ҡуҙғалманы. Аптырағас, Райхана үҙҙәре подъезын дежур итеү графигын төҙөп, элеп, йәшәүселәрҙең байтағын йыйып, һөйләшеп ҡараны. Дөрөҫ, кәрәк, тип шаулаштылар ҙа – эш тә бөттө: берәү ҙә һепертке, сепрәк тотоп сыҡманы, күренмәне. Этаждарҙа бысраҡтан баҫыр
урын ҡалмағас, уларҙа көпә-көндөҙ тараҡандар йөрөй, сысҡандар йүгерә башлағас, тамам нервыһы ҡаҡшаған Райхана:
– Етте, башҡа түҙер хәлем ҡалманы: йә һин беҙҙе машинаң менән Өфөгә алып барып ҡуяһың, йә баланы үҙем күтәреп сығып китәм, – тине. – Күпме шулай йәшәргә мөмкин?!

Риф МИФТАХОВ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: