Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Рәнйемә, Аҡтырнаҡ!

– Ай! Харап итте! Билһеҙ ҡалдырҙы! Үлтерҙе, тыума! – Буш ихата эсен йөрәк өҙгөс сәрелдәк ауаз яңғыратты. Сарға бисә бәлә һалып, боҙ өҫтөндә аунаны. Көтөлмәгән шау-шыуға хафаланған Искәндәр йүгереп тышҡа сыҡты. Ах-уах килеп өйәҙәп ятҡан төпөш-йыуан ҡатынын, һөйрәкләп, көскә индерә алды...

Рәнйемә, Аҡтырнаҡ!
Рәнйемә, Аҡтырнаҡ!

Рәнйемә, Аҡтырнаҡ

хикәйә

Аҡтырнаҡ! Аҡтырнаҡ!.. – Үҙ аяғына үҙе эләгә-йығыла йөрөгән туҡыш Сажиҙә этаяҡҡа һөйәк-һаяҡ ырғытты ла, этен саҡырҙы. Һәр саҡ ас булғанлыҡтан, исемен ишетеү менән уныһы атылып килеп етә ине. Был юлы күренмәне. Хужабикә утынлыҡҡа күҙ һалды. Хәстрүштең көн иткән урыны шунда. Ярҡанан әтмәләнгән тишек-тошоҡ ояһына ҡарағанда, утын һарайын ҡулайыраҡ күрә ул. Ышыҡ та, йылы ла. Дүрт тәпәй осо менән түше аҡ, ә ҡалған яғы сөм-ҡара лайка тоҡомло баҫалҡы тәбиғәтле Аҡтырнаҡ, ысынлап та, шунда ине. Бөгәрләнеп ятҡан да, гүйә, хужабикәһенең өндәшкәнен ишетмәгәндәй, ҡымшанмай ҙа. Тик күҙҙәре генә бер асыла, бер йомола. Уларҙа ниндәйҙер әрнеү ҡатыш һыҙланыу сағыла.

Аһ, аһ, тамағың туҡ икән! – тине Сажиҙә, муйырылып ҡарап ятҡан эткә асыуланып. – Башҡа саҡта элмәндәп йөрөгәнеңде...

Искәндәр, анауы аснәҡәтең һалғанды ашаманысы. –Утын күтәреп өйгә ингәс тә яңылыҡты иренә еткерә һалды. – Ҡыбырларға ла йыбанып ята, ата ялҡау.

Кемде әйтәһең? – Быйма табанлап ултырған Искәндәр һүҙ айышына төшөнмәне.

Шул эшкинмәгән этеңде инде, кемде булһын...

Ашар әле, – тине ире ырыя ғына. – Туҡтыр. Бәлкем, иштиһаһы юҡтыр.

Нимә тинең? – Сажиҙә ауыҙын салышайтып, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Иштиһаһ! Таптың һүҙ! Туйынып, бер ҡәнәғәт йөрөгән сағы булырмы икән уныңдың? Мәңге элмәндәй, мәңге темеҫкенә.

Ни өсөн шул тиклем Аҡтырнаҡты яратмайһың, Сажиҙә? – Искәндәр, әсенеп, бисәһенә ҡараны. – Берәй шойҡаны ҡағылдымы әллә?

Абау! Яратам, тип ҡосаҡлап алып ятайыммы уны? Минең ҡуйынға бер тинтәк тә еткән, хатта артығы менән…

Һин бигерәк инде…

Ҡоро тамаҡ яуы бит уның, урынына берәй баш сусҡа аҫыраһам...

Уның ҡарауы, һунарҙа алыштырғыһыҙ.

Һунарыңды ла әйтер инем инде. Файҙаһы бер тинлек ҡуян, ә расхуты...

Ҡатынының холҡон белгән Искәндәр тиҙерәк сығып китеү яғын ҡайырҙы. Абайламай һөйләп, утҡа тағы кәрәсин һипте түгелме? Ифрат ҡапыл тоҡана ла китә шул Сажиҙәһе. Дөрләп китә, тиҙ һыуына.

Малдарын ҡарағас, Искәндәр утын һарайына инде. Иркәләнергә, һикерәңләп уйнарға әүәҫ эт был юлы ҡыбырларға ла уйламаны. Хужа, эйелеп, уның яҫы маңлайынан һыйпаны, йомшаҡ итеп һүҙ ҡушты.

Нимә булды, Аҡтырнаҡ, берәйһе ҡыйырһыттымы әллә?

Эт ҡойроғон теләр-теләмәҫ һелкә биреп ҡуйҙы ла, ауырлыҡ менән башын ҡалҡытты. Уның ярым асыҡ ауыҙынан һеләгәй аға ине. “Ағыулағандар!” Искәндәрҙең башына килгән тәүге уй ошо булды.

Аҡтырнаҡты ағыулағандар, буғай, – тине ашығып өйөнә ингән хужа әрнеүле тауыш менән. – Йылы һөт бир әле.

Дөмөкһә ярар ине, аскернә! Йылы һөт уға, ишеү, етмәһә! – Сажиҙә оторо енләнеп китте. – Юҡ һөт! Булһа ла бирмәйем!

Аҡтырнаҡ ҙур ҡыйынлыҡ менән һауығыуға барҙы. Үлеп терелде. “Эт йән” тип ундайҙарға юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Танымаҫлыҡ булып ябығып хәлһеҙләнгән эт көслөк менән аяғына баҫты, тәнтерәкләп, сайҡала-сайҡала ихатаға, көн яҡтыһына сыҡты.

Мә, аҡыллым, тамаҡ ялғап ал. Әҙәм күргеһеҙ булғанһың бит. – Искәндәр уға икмәк һынығы ырғытты. Ә тегеһе, мәғәнәһеҙ ҡарашын хужаһына төбәгән килеш, урынында тороуын белде. Ҡарт һунарсының һиҙгер күңеленә шик йүгерҙе. Ул этенең мороно алдында ҡулын тегеләй-былай болғаштырҙы, эйелә биреп шом тулы, йәм-йәшел күҙҙәренә ҡараны. Этенең күҙҙәре күрмәй! Шундай һунар этен әрәм иттеләр, их, ҡара эслеләр!

Зәғифләнгән Аҡтырнаҡ Сажиҙәнең хас дошманына әүерелде.

Суртыма аҫырайһыңмы шуны? – тип ябырыла ул иренә. – Бысағыма кәрәкме эттең һуҡыры? Ни хәжәте уның? Дөмөктөр! Кәрәгенән аҙыраҡ ашатҡанмын икән ағыуҙы! Белгән булһам…

Ошо һүҙҙәрҙән һеңгәҙәгән Искәндәр шулай ҙа уйлап ҡуйғыланы-ыҙа сиктергәнсе, әллә атырға ла ҡуйырғамы ғәрипте? Тик йәлләне. Уныһы, томана күҙҙәрен тауыш килгән юҫыҡҡа төбәп, башын йә ул, йә был яҡҡа аушайтып торған була. Хас та бер гонаһһыҙ сабый инде. Нисек итеп йәлләмәйһең, ҡалайтып ҡыҙғанмайһың шунан? Искәндәр тәүәкәллек менән тоҫҡаған мылтығын әкрен генә кире төшөрә. Ҡайһы аралалыр еүешләнеп киткән күҙҙәрен ең осо менән ҡоротоп ала, ауыр көрһөнөп ҡуя. Тәтегә баҫырға көсө лә, намыҫы ла етмәй уның. Етмәҫ тә. Һунарсымын тигән һунарсы һунар этен бер ваҡытта ла атып үлтерә алмаҫ.

Декабрь баштарының томанлы бер көнө. Ни ҡар, ни ямғыр, тигәндәй, аяҡ аҫты боҙлауыҡтан ялтырап ята. Сажиҙә Аҡтырнаҡҡа мөнйөлгән ҡаҡ һөйәк быраҡтырҙы.

Тик ятҡансы, кимереп ят, онҡот!

Эт тауышты ишетте, әммә үҙенә тәғәйен ризыҡтың ҡайҙа барып төшкәнен ҡапыл-ҡара абайлай алмай, йәнһеҙ күҙҙәрен баҙырайтып, еҫкәнә-еҫкәнә, болдорға яҡынлашты. Һарыуы ҡайнаған хужабикә, асыуына баш була алмаҫтан, туйтанлап болдорҙан төштө.

Аңшайған, аңра һуҡыр! – тип эткә килтереп типмәксе итте. – Мә, нишана, тәре!

Аҡтырнаҡ ниндәйҙер эске һиҙемләү менән янтайып өлгөрҙө. Эткә йүнәлтелгән аяҡ яҙа уҙҙы, икенсеһе тайып китте һәм Сажиҙәнең ауыр кәүҙәһе туң ерҙе тетрәтте. Ҡоймос һөйәге бәрелеүҙән ҡатындың һыны ҡатты, әммә тауышы баҫылманы.

Ай! Харап итте! Билһеҙ ҡалдырҙы! Үлтерҙе, тыума! – Буш ихата эсен йөрәк өҙгөс сәрелдәк ауаз яңғыратты. Сарға бисә бәлә һалып, боҙ өҫтөндә аунаны. Көтөлмәгән шау-шыуға хафаланған Искәндәр йүгереп тышҡа сыҡты. Ах-уах килеп өйәҙәп ятҡан төпөш-йыуан ҡатынын, һөйрәкләп, көскә индерә алды.

Күпме әйттем һиңә, юҡ ит шуныңды, тип! Башымды ашаны, ер йотҡоро, үләт йыҡҡыры, ҡәбәхәт! – Бәләгә тарыған хужабикә ҡарғанып-ҡарғана. Һис тыныслана алмайса, бер зыянһыҙ эткә бәддоға уҡый.

Ныҡ һелкенеүҙән Сажиҙә оҙайлы ваҡытҡа билдән яҙҙы, айҙан ашыу хәстәханала ятып сыҡты. Унан ҡайтҡас та иң әүәл ихата эсендәге эт эҙҙәренә иғтибар итте.

Теге емтегеңде һаман да йөрөтөп ҡуйғанһыңмы? – тип иренә йәнә бәйләнде.

Ҡуй, Сажиҙә, йәберләмә шул мәхлүкте. – Искәндәр һаман этен яҡлашты. – Йәшәһен, байғош. Бер ғәйебе лә, зыяны ла юҡ бит уның.

Ғәйебе юҡ, имеш. Ә кем мине ошо көнгә төшөрҙө? Кем минән ғәрип яһаны? Ярар, һин йәлләһәң, үҙем…

Буранлы бер төндә, Искәндәр ҡарауылға киткәс тә, Сажиҙә ике урам аша йәшәгән мал табибына юлланды. Маҡсаты ҡәһәрле һанаған эткә эсерер өсөн ағыу алып ҡайтыу ине. Бараһы ере ярайһы алыҫ ҡына. Өҫтәүенә йылға аша сығырға кәрәк. Төн ҡараңғы, ҡаршыһына сасҡау әсе ел иҫә.

Ҡатын, сыҡҡан еренән өйгә кире инергә лә уйлап ҡуйҙы, әммә алама холоҡ үҙенекен итте. Ҡулындағы таяғын уңлы-һуллы һелтәштереп, ваҡ аҙымдар менән ул алға, ҡараңғылыҡҡа атланы. Их, белгән булһа шунда…

Үҙенсә иң ҡурҡыныслыһы, тип иҫәпләгән тар баҫманы үткәйне инде. Артабан хәүефләнерлек урын да юҡ һымаҡ ине.

Көтмәгәндә-уйламағанда аяғы аҫтында ер уйылып киттеме ни! Ҡараңғы-юҡҡа йөҙөн ыжғыр елдән ышыҡлап бер ни уйламай барған Сажиҙә йәһәннәмгә осто. Һәр хәлдә үҙенә шулай тойолдо. Хатта ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡалды. Башы бәрелеүҙән күҙ алдында сатҡылар уйнаны, ҡот осҡос ауыртыныу мейеһен һелкетте. Ҡатын күпмелер ваҡытҡа иҫен юғалтты.

Һушына килгәндә аяҡ-ҡулы ныҡ ҡына өшөгәйне. Бар көсөнә тырышып-тырмашһа ла, тәрән соҡорҙан сыға алманы. Яр һалып ҡысҡырып маташты, һөрәнләп илап та ҡараны – ишетеүсе булманы, эҙләп бер кем дә килмәне. Ғинуар һыуығында ҡалын бейәләй ҙә, йылы быйма ла ярҙам итмәй икән ул. Аяҡтарының да, ҡулдарының да бармаҡтары өшөүҙән иҫ белмәй башлағанда Сажиҙә ысынлап ҡурҡыуға ҡалып, күңеленә шом йүгерҙе. Гонаһ шомлоғо. Әжәле ошо микән әллә? Үҙәгенә үткәргән боҙло ел йә яндырып өтөп ала, йә туңдырып иҫен китәрә. Бер ни тоймай башлаған ҡатындың күҙҙәренә ялҡын күренә. Уф, ниндәй эҫе! Ул бейәләйҙәрен сисә, устарын утҡа яҡын килтерә. Йылы! Йомшаҡ, наҙлы ҡағылыуҙан ҡатын бер аҙға ғына асылына ҡайта. Ҡулдарын эт ялай икән! Ҡалай рәхәт, ә!

Аҡтырнаҡ! Аҡтырнағым минең! – Сажиҙә әллә ҡыуаныстан, әллә үкенестән иламһырай, күҙҙәренән йәш сыҡмай. Күҙ йәштәре туңған! – Бар, ҡайта һал, ҡәҙерлем! Хужаңды – Искәндәремде әпкил…

Йәнә билдәһеҙлек, тағы ялҡын…

Искәндәр болоттай боҫ эйәртеп, бер аҙ ғына йылынып алмаҡ булып, ҡарауыл өйөнә ингәйне. Ауыр тунын сисеп, урындыҡҡа ырғытыуға тыштан кемдер ишекте тырнаны. Ел олоуына ҡушылып, эт сыйылдағаны ишетелде. Аҡтырнағының инәлеүгә тартым тауышын таныған Искәндәр ишекте шар асып ебәрҙе. Ни сәбәптәндер ярһыған эт сәңкелдәп, элекке, һау сағындағы һымаҡ, хужаһының ҡосағына ташланды. Искәндәр ҡапыл-ҡара ни уйларға ла белмәне. Аҡтырнаҡ лауылдап өрөргә тотондо. Хужаһының еңенән, балағынан эләктереп тартты, уның тирәләй туҡтауһыҙ әйләнде. Аптырауҙан иҫ-аҡылы ҡороған хужаһының кинәт зиһене асылды: “Өйҙә ниҙер булған!” Хәтәр уй ток һуҡҡандай тәьҫир итте. Искәндәр тунын кейергә лә онотоп, сығып йүгерҙе. Эт, шатлығынан һикерәңләгән бала ише уйнаҡлап, алдан төштө. Тик ул нишләптер өйҙәре яғына түгел, бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа, йылға аръяғындағы урамға ҡарай тартып, шул яҡҡа әйҙәй. Байтаҡ барғас, эт ҡапыл юҡҡа сығып, йәлп-йөлп иткән ҡара шәүләһе ғәйеп булды. Искәндәр, йүгереп барышлай, саҡ соҡор эсенә осмай ҡалды. Һыу үткәргес өсөн ҡаҙылған ике метрҙан ашыу тәрәнлектәге канау ине был. Соҡор төбөнән эт шыңшығаны ишетелде, кемдер ғазаплы итеп ыңғырашып ҡуйҙы.

Сажиҙә!!!

Асырғанып ҡысҡырған ир тауышын ел үкереүе йотто.

 

Урам буйлап аҡ түшле, аҡ тәпәйле эт етәкләп, ҡара күҙлек кейгән йыуантыҡ кәүҙәле ҡатын килә. Аҙымдары ауыр һәм ифрат аҙаплы.

Һаумы, Сажиҙә инәй! – тип сәләмләй уны танығандар. Танымағандары иһә үтеп киткәс тә, сәйерһенеп, артына боролоп ҡарап ҡала. Оло кешегә ауыл ерендә көпә-көндөҙ эт етәкләп йөрөүе – ят күренеш. Ҡала булһа, бер хәл. Сит-ят кешеләр әлеге инәйҙең көнө ошо, күрер күҙгә матур ғына эткә ҡалып, ҡасандыр үҙе көн күрһәтмәгән шул эт бөгөн уның күҙе лә, ҡолағы ла икәнлеген белмәй. Әлеге уй баштарына инеп тә сыҡмай. Эйе, эт менән хужабикә бөгөн икеһе бер хәлдә. Тәҡдир тигәнең уларҙы шулай тигеҙләп ҡуйҙы. Тәүгеһенең күҙҙәре ыу зәхмәтенән күрмәһә, икенсеһе, мейеһе һелкенеүҙән тома һуҡыр өҫтөнә, шыпа һаңғырау ҙа булып ҡалды. Аҡтырнаҡ хәҙер шыҡһыҙ утын һарайында йәшәмәй. Мәрхәмәтле хужаһы уға йылы, ҡупшы, уңайлы ла итеп, иркен оя яһап ҡуйҙы.

И-и, Аҡтырнағым минең! – Сажиҙә этенең башынан һыйпап, яшыҡ арҡаһынан һөйөп ала. –Һин булмағанда ниҙәр генә эшләй алыр инем йә инде? Тәңрем һинән айыра күрмәһен берүк. Ни уйлап алағайымға шулай рәнйеттем икән үҙеңде? Белмәнем шул былай килеп сығырын. Белгән булһам…

Иҙрис Ноғоманов.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: