Баймаҡтарға миҙал тапшырылды

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башҡортостан википедияһы, йәғни энциклопедияһы – республикабыҙҙың тормошон һүрәтләй. Унда Башҡортостандың тарихы, бөгөнгөһө, ер-һыу атамалары, арҙаҡлы шәхестәре һәм башҡа күп төрлө мәғлүмәттәр тупланған. Энциклопедияны тулыландырыу эше менән редколлегия хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Улар рәтендә баймаҡтар ҙа бар. Өмөтбай ауылынан Әнүзә Мәжитова, Баймаҡтан Артур Иҫәнов, Икенсе Этҡолдан Әкрәм Ҡәйепҡолов һәм Баймаҡ ҡыҙы, әлеге ваҡытта Сибайҙа йәшәгән Ләйсән Абдрахмановалар энциклопедияны районыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр менән тулыландырыу өсөн ҙур көс һала. Уларҙың тырыш хеҙмәте Башҡортостан википедияһының миҙалы менән баһаланды. Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев наградаларҙы тапшырҙы.

Баймаҡтарға миҙал тапшырылды
Баймаҡтарға миҙал тапшырылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас