+24 °С
Ямғыр
Бер егет өс йыл моряк булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан да, башҡортса бөтөнләй һөйләшмәй йөрөй икән. Нимәне күрһә лә, а это что такое, на русском говори, ти икән.
Шулай һарайға барған да, ундағы һәр нәмәгә төртөп, это что тип йөрөй икән.
Шулай, ҡапыл тырмаға баҫҡан да, уныһының һабы маңлайына ныҡ итет тондорған. Шул саҡ егет әәә, тырма икән, ти икән. Шунда уҡ башҡорт теле иҫенә төшкән.