Туған тел

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!..

Рәми Ғарипов. ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да - йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

 

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле миңә - сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас