-5 °С
Болотло
Бер кеше аҡыл эйәһенә: “Һин һәр саҡ тынысһың, бер кемгә лә асыуланмайһың да, үпкәләмәйһең дә. Миңә лә шундай булырға өйрәт әле”,-тип үтенгән. Аҡыл эйәһе уға кемгәлер үсеккән йәки асыуланып рәнйеткән һайын ҡапсыҡҡа картуф һалып барырға һәм уны үҙе менән алып йөрөргә ҡушҡан. Тиҙҙән ҡапсыҡ бик ауырайып киткән, алдан һалынған картуфтар сереп, һаҫый башлай. Кеше килеп: “Был ысул миңә ярҙам итмәй. Тоҡ бик ауыр, алып йөрөүе ҡыйын. Икенсе төрлө ысул юҡмы?”-тигән.
Аҡыл эйәһе уға былай тип яуаплаған: “Һинең һәр ҡыланышың-ғәҙәткә, ғәҙәттәрең характерға әүерелә. Насар һыҙаттарың ауыр, һаҫыҡ йөккә әүерелә. Кемделер рәнйетер алдынан бындай йөк һиңә кәрәкме икәнлеге хаҡында уйлан”.