Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор

Бөгөн Рәйес Түләктең тыуған көнө

Һеҙҙең иғтибарға шағирҙың исемен йөрөткән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының яҡташыбыҙға арналған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. НИНДӘЙ ТҮЛӘКҺЕҢ ҺИН? ТҮЛӘК тигән һүҙебеҙ бар беҙҙең, Башҡорттоң был холоҡ - фиғеле. Ауыр түләк, тиҙәр сабырҙарҙы, Еңел түләк - шуның киреһе...

Бөгөн Рәйес Түләктең тыуған көнөБөгөн Рәйес Түләктең тыуған көнө
Бөгөн Рәйес Түләктең тыуған көнө

Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләккә бөгөн 64 йәш тулған булыр ине.

Рәйес Ғоссам улы Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Башланғыс белемде Беренсе Этҡол урта мәктәбендә алғандан һуң Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 10-сы класты Беренсе Этҡол ауылында тамамлай. 1977—1979 йылдарҙа әрме сафында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғас, колхозда малсы булып эшләй. 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Баймаҡ районының төрлө ауыл мәктәптәрендә уҡыта.

1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь булып эшләй. 1994 йылдан - Сибай педагогия колледжында, 1996 йылдан Сибай институтында уҡыта. 2000 йылдан башлап «Тамаша» журналында, «Башҡортостан» гәзитендә һәм башҡа матбуғат баҫмаларында хеҙмәткәр булып эшләй.

2007 йылдың 31 мартында Өфөлә вафат була. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ошо йылдан Рәйес Түләк исемен йөрөтә.

1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995) Рәйес Түләков башҡорт шиғриәтенә «Ирәндек таңдары» (1988) исемле шиғырҙар китабы менән аяҡ баҫа. Уның шиғырҙарының төп идея-тематикаһы — Башҡортостан яҙмышы, уға исем биргән милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге. Рәйес Түләковтың «Ҡашмау йәки «Йүгәнем бар — атым юҡ» (1992), «Егет һүҙе» (1997), «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып» (2002), «Мең дә бер кис» (2007) китаптарына тупланған ижадында башҡорт характерының бөтөн яҡтары: саялығы ла, сәмһеҙлеге лә, мәғәнәлелеге лә, мәғәнәһеҙлеге лә, моңлолоғо ла, моңһоҙлоғо ла үҙенсәлекле сағылыш таба. Шағир башҡорт образын яңыса, заманса тыуҙырырға ынтыла. Шиғри әҫәрҙәре халыҡ рухы, халыҡ өсөн янып-һыҙланыуҙарға ҡоролған.

Һеҙҙең иғтибарға Р.Түләк исемен йөрөткән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының яҡташыбыҙға арналған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА

НИНДӘЙ ТҮЛӘКҺЕҢ ҺИН?

ТҮЛӘК тигән һүҙебеҙ бар беҙҙең,

Башҡорттоң был холоҡ - фиғеле.

Ауыр түләк, тиҙәр сабырҙарҙы,

Еңел түләк - шуның киреһе.

 

Ә һин, Рәйес, ниндәй түләк инең?

Шуҡ, дыуамал, ҡыян түләкме?

Күктән йондоҙ сүпләп, ноҡот һалып,

Яҙмыш юраған хыял - түләкме?

 

Көтөүсе саҡта уҡ күккә баҡҡан

Ярһыу хисле сая түләкме?

Сәсен тарар өсөн күлдән ҡалҡҡан

Һыуһылыулы Заятүләкме?

 

Һиндәйҙәр бит ергә һирәк килә.

һанда - һаяҡ ғәҙел түләктәр.

Шиғырҙарың, затлы "Ҡашмау"ҙарың

Башҡорт өсөн оло бүләктер.

Ауыр түләк Ғоссамдың малайы,

Алдан сапҡан сая Түләк һин!

Телен, ерен, милләтен ҡурсыған

Саҡма телле ҡая Түләк һин!

 

Насип ҺАҠМАРОВ

Рәйес Түләктең яҡты иҫтәлегенә

 

Тап мәлендә тыуғанһың һин

Бунтар шағир - Рәйес Түләк.

Буталсыҡ саҡ - туҡһандарҙа

Һиндәй шәхес - оло бүләк.

 

Һүҙҙәр эҙләп маташманың,

Бәреп әйттең ҡаҡ маңлайға.

Яныуыңды, көйөүеңде,

Күптән ваҡыт та аңларға...

 

Ода йырлағандар күмәк.

Тик биреүсе юҡ шул үрнәк.

Шундай уттай ҡыҙыу мәлдә

Нисек була ятып үлмәк

Нисек була ятып түҙмәк!?

Һин етмәйһең, Рәйес Түләк!

 

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Өмөт итмәнең

"Кемдән генә ҡалмай, һай, был донъя,

Яҡшы, яманды ла ер ала..."

З. Биишева.

Маҡтауҙарға өмөт итмәнең һин,

Улар, тиеп, ҡыҫҡа ғүмерле.

Хурлауға ла һәр саҡ әҙер инең,

Уның яҙмышы ла әҙ кәрле.

 

Кеше, тинең, бик күп ҡырлы бит ул,

Әле маҡтай, йәнә хурлап ҡуя.

Әйтерһең дә, мәңге тынмаҫ дауыл.

Күңелдәргә яраларға уя.

 

Баймағымдың саҡма ташы инең,

Һаҡмар һыуҙарынан көс алған.

Милләтемдең сағыу йондоҙо һин,

Мең төр төҫтәр менән ҡойонған.

 

Һинең йөрәк халыҡ ғәме менән

Милләт ҡайғыһында йәшәне.

Йәшәне лә халҡы өсөн йәнә

Мәңге шаңдау булып йәшнәне.

 

Һин бер нигә мохтаж түгел хәҙер -

Ундағылар ожмах түрендә.

Халҡың хәҙер үҙе зарлай һинһеҙ

Мәңге бөтмәҫ һағыш эсендә.

 

Яҙған һүҙең хистәр менән тулған,

Халҡың уҡып шуны уйлана.

Йөрәгеңде яҙҙың итеп йырҙар,

Ҡан һауҙырған ауыр хафала.

 

Битарафлыҡ һәр саҡ һиңә ситен,

Кәрәкмәгән тутыҡ тәңкәләй.

Вайымһыҙлыҡ - ҡырағайлыҡ, – тинең,

Башҡортомдоң бәҫен ебәргән.

 

Башҡорт бәҫе, Милләт ҡото өсөн

Ижад иттең, изге уй менән.

Халҡым өсөн түктең рухи көсөң,

Игелеккә тулы аң менән.

 

Ижадыңда Һаҡмар моңо менән

Моңһоуҡайын йәнәш йәшәне.

Бөркөт саңҡыуына әйләнгән

Һинең ижад мәңге йәшнәне.

 

Милләт йәшәй икән – теле тере,

Һин дә тере беҙҙең күңелдә.

Заман менән заңы киткәндә лә

Ҡабатланмаҫ рухың мәңгегә.

 

Шәхес менән шәхес оҡшаһа ла,

Шағир менән шағир оҡшамаҫ.

Моңдары ла башҡа, уйҙары ла,

Ваҡыт үҙе уны оҡшатмаҫ.

 

Һинең ижад гөлдәр йәме булды,

Йәнә һыҙланыуы халҡымдың.

Һинең ижад йән һыҙлауын баҫты,

Уйҙарыма батҡан алҡымдың.

 

Һинең йырҙа Тыуған илем зары,

Батырҙарын уйға һалырлыҡ.

Һинең йырҙа елдәр моңо таңғы

Ғашиҡтарың наҙға батырлыҡ..

 

Буранбайҙың аманатын алып,

Оран һала һинең һүҙҙәрең.

Заманыма һалып ғәҙел уйың,

Нурың сәстең Рәйес Түләгем.

 

Һәр заманым үҙенеке итһен,

Һәр аңлыһы әйтһен: ТҮЛӘГЕМ.

Шулай булһын, шулай ҡабул итһен,

Һинең өсөн минең теләгем!

 

Айгөл АҠҠУЖИНА

ҠАБАЛАНЫП КИТТЕҢ

Яңғыҙ ғына ат һылтыҡлап килә,

Юғалтҡандыр инде яугирын.

Күҙҙәр йәшкәҙәгән, керпектәрҙә

Әллә ысыҡ, әллә таң нуры.

 

Хоҙай һине беҙҙән ҡыҙғандымы,

Әллә кәрәк булдың үҙенә —

Ҡабаланып киттең йәшләй генә,

Менеп еткәс тауҙың үренә.

 

Ағастарҙа былбыл һайрағанда,

Һинең моңоңдор был, тиәмен.

Йондоҙҙарым ҡабынғанда күктә,

Береһе, моғайын, һиндер, Түләгем!

 

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

АЛЛАҺ бирҙе аманатҡа

Рәйес Түләкте.

Иблистән һаҡламаныҡ

Оло бүләкте.

Яуыз ҡулынан ысҡынып

Китте осоп.

Ер-әсәһе ҡуйынына

Алды ҡосоп.

 

Рәйсә МОТАЛЛАПОВА

Күбә менән кәбән араһын

Яҙа баҫмай үтеү сараһын

Таба алманың шул...”, - тиһәк тә

Кем белә һуң ҡайҙа ҡоларын?

 

Шулай ҙа ул илтте кәбәнгә:

Сәнсеп алған мөһим бер йөгөн

Бабич лауреаты Түләк”, - тиеп

Иҫкә алабыҙ бит беҙ бөгөн...

 

Әлфиә ЮЛЫҠ

Рәйес Түләккә....

Шағир тураһында һүҙ сыҡһа

Шиғыр талап ителә!

Саҡматаштан осҡон ялҡынға

Хис даръяһы түгелә!

 

Яманатын ҡурсып ялағай

Ялағанда майлы ҡалъяһын -

Татып ҡына ҡалмай, йота шағир

Ғәҙеллектең әсе һурпаһын....

 

 

Ул ваҡытта шағир башҡайын

Сәйнәмәйҙер бары ялҡауҙар..

Тере саҡта яҡлау ишетмәгәс,

Үлгәс нимәгә ул маҡтауҙар???

 

Земфира КӘРИМОВА

Ай, Рәйес Түләк...

Беҙгә һеҙ кәрәк!

Шуны аңлатыр

Нисек һуң йөрәк?

 

Илдең хәленә

Ник түҙмәк кәрәк?

Тап ошо мәлдә

Һеҙҙең һүҙ кәрәк!

 

Һүҙегеҙ терәк,

Шағирҙар һирәк...

Һеҙҙәй бер зирәк

Илгә бик кәрәк –

Ай, Рәйес Түләк!.

 

Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе рәйесе Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас