

8 сентябрҙә республикабыҙҙа сағыу байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә.
Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап.
Беҙ ҙә һеҙҙең милли кейемдәге фотоларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Район-ҡалабыҙҙа милли кейемде оҫта итеп тегеүселәр ҙә күп. Ошондай матур-матур, зауыҡлы кейемде башҡаларға ла еткерәйек һәм тәжрибә уртаҡлашайыҡ!