+24 °С
Ямғыр


МӨЖӘҮИР
Йыр. Рифат Йәмлихин көйө.
Һүҙҙәре: Л. Яҡшыбаева.
Урал тауын яҫтап йәйрәп ята
Башҡортостан тигән изге ер.
Ошо илдә бер әүлиә тыуған,
Исеме булған уның - МӨЖӘҮИР.
Ниндәй генә серҙәр һаҡлай икән,
Манһыр тирәһенең тауҙары?
Мөжәүиргә илһам, дәрт биргәндер
Сәсән Баранбайҙың йырҙары.
Мөжәүир хәҙрәт Ҡөрьән уҡығанда
Ирәндектау тороп тыңлаған..
Әүлиәнең иманлы хаҡ һүҙе,
Бар халыҡты үҙенә туплаған.
Мөжәүир хәҙрәт барлыҡ эшен
Аллаһ хаҡы тиеп атҡара.
Ғәзиз халҡын илен, ерен ҡурсып,
Доғаларын ихлас башҡара.
Ҡушымта:
Мөжәүир - һин ҡото еремдең!
Мөжәүир- һин даны илемдең!
Мөжәүир - хәбибе Аллаһтың!
Мөжәүир - мәңге йәшәр исемең!