"Урал батыр" эпосына арнала

Бөгөн Бөрйән районында "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең 25-се юбилей конкурсының йомғаҡлау этабы башланды...

"Урал батыр" эпосына арнала"Урал батыр" эпосына арнала
"Урал батыр" эпосына арнала

Бөгөн Бөрйән районында "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең 25-се юбилей конкурсының йомғаҡлау этабы башланды. 

Мәғлүм булыуынса, быйыл конкурс төбәк-ара сара статусын алды. Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙан тыш, конкурста Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән балалар бәйге тота. 

Конкурс ике турҙа үтә.Беренсеһе: "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү; зона этаптары еңеүселәре һәм призёрҙары — балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша (57 кеше). Икенсеһе: "Урал батыр" һәм башҡорт халҡының башҡа эпик риүәйәттәре буйынса инсценировкалар.

Сарала 19 муниципаль райондан һәм 3 ҡала округынан 25 фольклор коллективы ҡатнаша.

18 августа "Шүлгәнташ" тарихи-музей комплексында конкурсты ябыу тантанаһы, ярыш еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү сараһы үтә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас