+24 °С
Ямғыр


Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт...
Мин ҡый һауыты түгел дә,
Ташламағыҙ сүп-сарҙы.
Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт,
Һөйләмәгеҙ юҡ-барҙы.
Донъя ығы-зығыһынан
Күңел былай ҙа тулы.
Насарлыҡтан, яманлыҡтан
Ҡайҙа ҡотолоу юлы?
Ҡай саҡ тормош үҙе тотош
Бер сүп һауыты һымаҡ.
Ошондай көнитмештәрҙә
Ихластар һирәк ҡунаҡ.
Күңелдәрҙе яҡтыртайыҡ
Йәйғор балҡыштарынан.
Ғүмерҙәрҙе – шатлыҡтарҙан,
Бәхет алҡыштарынан.
Зөһрә Ҡотлогилдина.