Башҡорт теленә ҡағылышлы

Туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын һәм технологияһын камиллаштырыу маҡсатында һәм яңыртылған стандарттарға ярашлы «Туған (башҡорт) теле», «Туған (башҡорт) әҙәбиәте», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) теле» уҡыу предметтары буйынса федераль программалар әҙерләнгән...

Башҡорт теленә ҡағылышлыБашҡорт теленә ҡағылышлы
Башҡорт теленә ҡағылышлы

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яңыртыу буйынса әүҙем эшен дауам итә. Мәҫәлән, туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын һәм технологияһын камиллаштырыу маҡсатында һәм яңыртылған стандарттарға ярашлы «Туған (башҡорт) теле», «Туған (башҡорт) әҙәбиәте», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) теле» уҡыу предметтары буйынса федераль программалар әҙерләнгән.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыу-методик совет ҡарары менән федераль программаларҙың хупланыуы һәм тейешле кимәлдәге федераль белем биреү программаларына индерелеүе билдәле булды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас