Бөтә яңылыҡтар

Доғала булайыҡ!

 Йә Раббым! Беҙгә бәхетле, иманлы, бәрәкәтле оҙон ғүмер бир. Хәләл ризыҡтарыңды киләсәктә лә беҙгә киң ҡыл, ныҡлы иманыңдан, бәрәкәтеңдән айырма. Йөрәктәребеҙҙе таҙа, саф ҡыл. Хәләл байлыҡ бир, хәрәмдән йыраҡ ҡыл. Беҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ, бәхет, ике донъя рәхәте бир. Эй, Раббым! Беҙҙең үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм нәҫел-нәсәптәребеҙҙе мөьмин мосолмандарҙан ит. Беҙ һәм беҙҙән һуң киләсәк быуыныбыҙ иманлы, тәртипле, тәүфиҡлы булһын. Ҡыҙ һәм ир балаларыбыҙға иманлы, аҡыллы, тәүфиҡлы тормош иптәштәре насип ит! Беҙгә был донъяла ислам динендә йәшәп, мосолман булып, баҡыйлыҡҡа еңел күсергә насип ит. Һуңғы һүҙебеҙ «Лә илаһа иллаллаһ» булһа икән. Йә, Аллам! Ҡәберҙәге һорауҙарыбыҙҙы еңел ал, ҡәбер ғазабынан һаҡла, уны киң һәм яҡты ҡыл. Беҙҙе тамуҡ утынан йыраҡ ҡыл. Ҡәберҙәребеҙгә фәрештәләр уң яғыбыҙҙан килеп, ғәмәл дәфтәрҙәребеҙҙе уң ҡулыбыҙға тапшырһа икән. Фирдәүси йәннәт насип ит! Эй, Раббым! Ҡиәмәт көнөндә лә сират күперенән осоп ҡына сыҡһаҡ ине. Ожмах ҡапҡаларын үҙ ҡулдарыбыҙ менән асып инергә насип ит. Амин. Аллаһ Тәғәлә изге доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын.

Доғала булайыҡ!
Доғала булайыҡ!

Минең, атай-әсәйемдең, туғандарымдың белеп һәм белмәй, йәшерен эшләгән гонаһтарыбыҙҙы, зинһар, ғәфү ит! Мәрхүм булған мөьмин ата-бабаларымдың һәм бөтә мосолмандарҙың гонаһтарын ғәфү әйлә. Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

💚Миңә һәм туғандарыма файҙалы ғилем, камил аҡыл, асыҡ-айныҡ зиһен, күркәм холоҡ, юғары әҙәп-әхлаҡ бир! Юлдарыбыҙҙы асыҡ ҡыл!

💚Уҡыуҙарыбыҙҙа, эштәребеҙҙә еңеллек һәм ҙур уңыштар насип ит! Ниәтләгән изге ғәмәлдәребеҙҙе башҡарып сығырға ярҙам ит!

💚Таҙалыҡ-һаулыҡ бир! Ер менән күк араһында булған барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан, ер йөҙөндәге хәүеф-хәтәрҙән, шайтандың асыҡ һәм йәшерен үәсүәсәһенән, яуыз кешеләрҙең яманлыҡтарынан, насар юлдаштарҙан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән беҙҙе Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла!

💚Беҙҙе хәйерселектән, аслыҡтан, яңылышыу-хаталаныуҙан, гонаһтан, ялҡаулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, бөлгөнлөктән, вайымһыҙлыҡтан, ҡыйын хәлдәрҙән, төрмәнән, ут-һыу афәтенән, яман эштәрҙән, бурысҡа батыуҙан, ғафил булыуҙан, наҙанлыҡтан, зинһар, Үҙең һаҡла! Аллаҡайым! Шулай уҡ беҙҙе үҙ нәфселәребеҙ менән ҡалдырма!

💚Раббым! Миңә, атай-әсәйемә һәм туғандарыма хәйерле, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип ит! Беҙҙе ауыр һынауҙар менән һынама, тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡыл. Ете һаныбыҙ теүәл булһын, тән һәм рухи ғәриплектән һаҡла! Беҙгә әхирәткә күскән саҡта еңел үлем бир. Һуңғы тәһәрәтте лә үҙебеҙ алырға яҙһын. Был донъяла эшләгән барлыҡ изгелектәребеҙ, Аллаҡайым, Һинең ризалығың өсөн булһа икән. Раббым! Беҙҙең имандарыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы, бала-сағаларыбыҙҙы, мал-тыуарҙарыбыҙҙы, мөлкәтебеҙҙе, донъяларыбыҙҙы янғындан, ут-һыуҙан, ел-ямғырҙан, йыртҡыс-хайуандарҙан, ҡош-бөжәктәр зарарынан һәм төрлө ауырыуҙарҙан, афәттәрҙән Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла! Һин – яҡлаусы, һаҡлаусы, шуға ла беҙ Һиңә генә һыйынабыҙ.

💚Эй, Аллам! Беҙгә бәхетле, иманлы, бәрәкәтле оҙон ғүмер бир. Хәләл ризыҡтарыңды киләсәктә лә беҙгә киң ҡыл, ныҡлы иманыңдан, бәрәкәтеңдән айырма. Йөрәктәребеҙҙе таҙа, саф ҡыл. Хәләл байлыҡ бир, хәрәмдән йыраҡ ҡыл. Беҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ, бәхет, ике донъя рәхәте бир. Эй, Раббым! Беҙҙең үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм нәҫел-нәсәптәребеҙҙе мөьмин мосолмандарҙан ит. Беҙ һәм беҙҙән һуң киләсәк быуыныбыҙ иманлы, тәртипле, тәүфиҡлы булһын. Ҡыҙ һәм ир балаларыбыҙға иманлы, аҡыллы, тәүфиҡлы тормош иптәштәре насип ит! Беҙгә был донъяла ислам динендә йәшәп, мосолман булып, баҡыйлыҡҡа еңел күсергә насип ит. Һуңғы һүҙебеҙ «Лә илаһа иллаллаһ» булһа икән. Йә, Аллам! Ҡәберҙәге һорауҙарыбыҙҙы еңел ал, ҡәбер ғазабынан һаҡла, уны киң һәм яҡты ҡыл. Беҙҙе тамуҡ утынан йыраҡ ҡыл. Ҡәберҙәребеҙгә фәрештәләр уң яғыбыҙҙан килеп, ғәмәл дәфтәрҙәребеҙҙе уң ҡулыбыҙға тапшырһа икән. Фирдәүси йәннәт насип ит! Эй, Раббым! Ҡиәмәт көнөндә лә сират күперенән осоп ҡына сыҡһаҡ ине. Ожмах ҡапҡаларын үҙ ҡулдарыбыҙ менән асып инергә насип ит. Амин. Аллаһ Тәғәлә изге доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын.

Фәнирә Ғайсина

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: