Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәткә һынау

Бер көн Булат осрашыуға килмәгәс, Гөлназ ваҡыты юҡтыр тип уйланы. Уларҙа бит дәүләт имтиханы! Икенсе тапҡыр ҙа килмәгәс, шикләнә төштө. Училищела тәнәфестәрҙә осрашҡанда күҙ ҡарашы ла икенсе төрлөрәк ине. Иптәш ҡыҙҙары Булатты икенсе бер ҡыҙ менән күргәндәрен әйткәс, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Консультациянан ҡайтып килгәндә, Булаттың бер ҡыҙ менән етәкләшеп көлөшә-көлөшә ҡайтып килеүҙәрен күргәс, саҡ һушын юйманы. “Был минең Булатмы?-тигән уй мейеһен телгеләп үтте. Ә иптәш ҡыҙҙары: “Ышандыңмы инде?”- тигәс, бүлмәгә инде лә, карауатына ҡапланып төштө...

Мөхәббәткә һынау
Мөхәббәткә һынау

Мөхәббәткә һынау

Хикәйә

Наилә Мортазина

Көтмәгәндә осрашты улар... Эйе, көтмәгәндә. Һәм көтмәгәндә... айырылыштылар.

Кис булһа, студенттар ятағы гөрләп тора. Берәүҙәр һөйгәндәре менән осрашыуға биҙәнеп-төҙәнә, ә бәғзеләр тәмләп сәй эсергә әҙерләнә. Сәй тигәндәй, егет-елән халҡы, кис булһа, булған тәмле һүҙ запастарын туплап, ҡыҙҙарҙа һыйланып ҡайтырға ярата. Сәй эргәһендә ҡыҙҙарҙың һәр ваҡыт тәм-томдары була! Ә егеттәрҙең ҡара сәй, шәкәр, әгәр булһа!

Булат та бөгөн ике туған һеңлеһенә барып тәмле сәй эсеп ҡайтырға булды. Ҡыҙҙар менән юҡ-бар һөйләшеп кис тә үтә! Шуларҙы уйлап, ул дүртенсе ҡаттан һыҙғыра-һыҙғыра төшөп китте. “Ҡыҙыл мөйөш” тип аталған бүлмәлә яңғыҙ ғына ултырған бөҙрә сәсәле һылыуҙы күреп туҡтап ҡалды. Ул үҙенең йөрәгенең туҡ-туҡ тибеүен генә ишетте. Бик һылыу ҡыҙ! Нисек уны быға тиклем күрмәгән ул? Ә ҡыҙ уны күрмәй ҙә, китабына йомолған. Башын күтәреп, оҙон керпекле күҙҙәрен йомоп, тулы алһыу ирендәрен ҡыбырлатып нимәлер шыбырлай. Шиғыр ятлай шикелле. Булатҡа, ниһайәт, йән инде. Ул “Ҡыҙыл мөйөш”төң ишегенең быялаһын туҡылдатҡан булды ла, ишеген асып: “Мөмкинме һылыу ҡыҙ менән танышырға?” – тине. Ҡыҙ һоро матур күҙҙәрен ҙур итеп асып аптырап ҡараны ла, ни тиергә белмәй ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Мөмки-ин” тине.

Биттәре алһыуланып китте. Һылыу ҡыҙға алһыу төҫ бигерәк килешә икән! Бөтөнләй һылыуланып китте! Бөҙрә сәстәрен елп иттереп артҡа ташлауҙары харап үҙенә килешә инде! Булат бер минут ни тип әйтергә лә белмәй иҫе китеп торҙо ла, бар ҡыйыулығын йыйып: “Исеме нисек икән был һылыу ҡыҙҙың?” – тине. Ҡыҙ ҙа иҫ йыйып өлгөрҙө, шикелле, яғымлы тауыш менән асыҡ итеп: “Был һылыу ҡыҙҙың исеме – Гөлназ” ,- тине. Һәм йылмайып: Был батыр егеттең исеме нисек?” – тип һораны. “Таныш булайыҡ, мин Булат. 3-сө курста. Буласаҡ хеҙмәт уҡытыусыһы”,- тине. Һәм бер-береһенә ҡарашып көлөшөп ебәрҙеләр. Икеһенә лә нисектер рәхәт булып китте. Күптән күрешмәгән таныштар шикелле еңел генә һөйләшеп алып киттеләр. Булат ҡыҙҙың алыҫ райондан икәнен, 1-се курста уҡыуын белде. Икеһенең дә атайҙары юҡ икән. Был Булат менән Гөлназдың араларын тағы ла яҡынайтты. Һәм шунан башланды ла инде уларҙың тәүҙә дуҫлыҡтары, һуңынан мөхәббәттәре! Бер-береһен кискә тиклем шул тиклем һағынышып бөтәләр, осрашҡас, һөйләшеп, һүҙҙәре бөтмәне. Булат Гөлназды киноларға саҡырҙы, етәкләшеп кенә тын кистәрҙә урамда йөрөнөләр. Дөйөм ятаҡтың вахтершаһы: “Иң аҙаҡ һеҙ ҡайтаһығыҙ?” – тип һуҡрана-һуҡрана индерә ине.

Икеһе лә шиғырҙар яҙа икән, бергәләп ижади түңәрәккә йөрөнөләр. Гөлназ саңғы шыуырға ярата икән. Булат та саңғыға баҫты, икәүләп парк буйлап саңғыла шыуҙылар. Конкурсҡа Гөлназ спектакль яҙғайны. Төркөм менән уны сәхнәләштерҙеләр. Ҡыҙҙар ғына булғас, егеттәр роленә Булатты һәм бер нисә егетте саҡырҙылар. Булат оҫта артист та икән! Спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. 1-се урынды яуланылар! Училищеның сәхнәһендә сығыш яһағандан һуң, директор ҙа, ижади түңәрәк етәксеһе лә уңыштары менән ҡотланы. Маҡтауҙан ҡанатланған ҡыҙҙар, егеттәр яҡындағы ауылдарҙа ла сығыш яһарға булдылар.

Дәртле студенттар уҡырға ла, спорт ярыштарында ла ҡатнашырға өлгөрҙө. Имтихандарҙы тапшырып, ниһайәт, ауылдарына таралыштылар. Гөлназ менән Булат араһында хаттар өҙөлмәне. Бер алыҫ райондан икенсе алыҫ районға һөйөү, һағыш менән менән тулы хаттар остолар ғына. Ике ай эсендә күпме һағыныу хаттары яҙылды икән?

Тағы ла уҡыуҙар башланды. Гөлназ уйланып ҡалды: Булат быйыл уҡыуҙы тамамлай, айырылышырға тура килә бит?! Ә ул Булатһыҙ бер көн дә йәшәй алмай! Уның ҡуңыр йөҙө күҙ алдынан китмәй. Уны уйлап йоҡлап китә, уны уйлап уяна. Ни эшләр, нисек йәшәр икән ул Булатһыҙ? Булат та айырылышыуҙарын уйлап, төндәрен йоҡлай алмай сыға. Нисек йәшәр ул Гөлназһыҙ? Хәйер, барыбер айырылышып торорға тура килә! Көҙгә уға армияға бит! Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтыуына Гөлназ да ҡулына диплом аласаҡ. Ул армиянан ҡайтҡас, өйләнешерҙәр. Көтөр мине, Гөлназ, һис шикһеҙ көтөр! Тиҙҙән айырылышасаҡтарын тойоп, Гөлназды ҡыҫып ҡосаҡлай ҙа тын ғына тора. Гүйә, уның сәстәренең, тәненең хуш еҫтәрен үҙенә һеңдереп ҡалырға тырыша. Күҙҙәренән, ирендәренән, керпектәренән яратып үбә лә тағы ҡыҫып ҡосағына ала. Шулай итеп, йәмле яҙ ҙа етте. Студенттар бар көстәрен имтиханға йүнәлтте. Тороп та, ятып та, ултырып та уҡыйҙар. Бер йыллыҡ белемде аҙна-ун көн эсендә һеңдермәксе булалар. Ҡайҙа ҡарама улар – паркта ла, “ҡыҙыл мөйөш”тә лә, кухняла ла, балконда ла. Уҡыйҙар, ятлайҙар! Тышта йәмле яҙ икәнен дә онотҡандар, шикелле? Шулай ҙа һөйгәндәр осрашырға ваҡыт таба. Тик бер аҙна ғына...

Бер көн Булат осрашыуға килмәгәс, Гөлназ ваҡыты юҡтыр тип уйланы. Уларҙа бит дәүләт имтиханы! Икенсе тапҡыр ҙа килмәгәс, шикләнә төштө. Училищела тәнәфестәрҙә осрашҡанда күҙ ҡарашы ла икенсе төрлөрәк ине. Иптәш ҡыҙҙары Булатты икенсе бер ҡыҙ менән күргәндәрен әйткәс, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Консультациянан ҡайтып килгәндә, Булаттың бер ҡыҙ менән етәкләшеп көлөшә-көлөшә ҡайтып килеүҙәрен күргәс, саҡ һушын юйманы. “Был минең Булатмы?-тигән уй мейеһен телгеләп үтте. Ә иптәш ҡыҙҙары: “Ышандыңмы инде?”- тигәс, бүлмәгә инде лә, карауатына ҡапланып төштө.

Бик оҙаҡ ятты ул илап. Йәшәгеһе килмәй ине уның! Кис, ишекте туҡылдатҡас, бер иптәш ҡыҙы ишекте асты. Унда Булат тора ине. Гөлназдың коридорға сығыуын һораны. Булат башын кутәрмәй генә: “Гөлназ, ғәфү ит мине, мин икенсене яратам!”-тине. Гөлназ ике ҡулын йоҙроҡлап уның түшенә һуҡты ла: “Алдаҡсы! Күрә алмайым мин һине!”, - тип илап инеп китте. Ашамай-эсмәй ул тағы ике көн ятты. Бүлмәләш ҡыҙҙар нимә тип кенә йыуатһалар ҙа, бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы. Нурлы күҙҙәре һүнде. Бөҙрә сәстәрен туҙыратып ятты ла, ятты. Уның өсөн ҡояш һүнде, тәҙрәнән тулы ай ҙа моңһоуланып ҡарай, эргәһендәге йондоҙ ҙа күренмәй. Уның ауыр хәлен Булатҡа еткергәндәр, шикелле. Килде ул, килһә лә индермәүҙәрен һораны. Етмәһә, алда уға иң ауыр бирелә торған фәндән имтихан тора. Нисә көн инде бер битте лә уҡып ҡараманы. Ҡыҙҙар: “Тор, инде, иртәгә имтихан бит, уҡы әҙерәк”, - тигәстәре генә тороп ултырҙы. Конспектарын уҡып сыҡты, ләкин бер нимә лә башына инмәне, уҡығандарын аңламаны. Иртәгеһенә көс-хәл менән тороп, йыуынып, бер стакан сәй генә эсеп имтиханға китте. Сираты еткәс, инеп билет алды. Ләкин бер нимә лә яҙа алманы. Этеп-төртөп яуап бирҙе. Уҡытыусы уға “2” билдәһе ҡуйҙы һәм бер аҙнанан яңынан тапшырырға ҡушты. Гөлназ дөйөм ятаҡҡа нисек ҡайтып еткәнен дә, бүлмәһенә инеп нисек ауғанын да белмәй. Иптәш ҡыҙҙары һыу бөркөп, уны һушына килтерҙеләр. Нимәлер эсерҙеләр. Ул тәрән йоҡоға талды. Төшөндә әсәһенең борсолоулы йөҙөн күрҙе, нимәлер әйтергә теләй ине әсәһе ҡулын һуҙып. Иртәнсәк Гөлназ үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойоп уянды. Ҡыҙҙар ҙа ундағы үҙгәреште күреп ҡыуанды. Төрлө йыуатыу һүҙҙәре әйттеләр. “Күҙеңде ас, ҡыҙый, Булаттан да яҡшы егеттәр бар! Төкөр һин уға!” – тинеләр. Гөлназ әсәһен иҫенә төшөрҙө. “Ул бит мине яңғыҙ үҫтерә. Ә мин имтиханды “2”-гә биргәнде ишетһә, йөрәге шартлар! – тип уйланы һәм үҙенә эстән генә: “Бирешмәҫкә! Алға!” – тине.

Гөлназ тынысланып, имтихандарға һәйбәт әҙерләнеп, уларҙы “4”-кә биреп, ауылға каникулға ҡайтып китте. Артынан йүгергән егеттәргә әйләнеп тә ҡараманы. Уның ышанысы бөткән ине.

Бер нисә йылдан уҡып бөтөп, ҡулына диплом алып, күрше ауылда уҡытыусы булып эшләй башланы. Ял көнө өйгә ҡайтҡанында апаһы уға хат бирҙе. Ул Булаттан ине. Үҙенең яңылышыуын, Гөлназдың ғәфү итеүен, унһыҙ йәшәй алмауын әйткән. Уны барыбер эҙләп табасағын яҙған. Гөлназ хатты уҡып сыҡты ла бер аҙ уйланып торҙо һәм уны янып ятҡан мейескә ташланы. Хаттан һәм һөйөүҙән көлдәр генә ҡалды...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: