Бөтә яңылыҡтар

Йәй уртаһы сәскәһе (хикәйә)

Бер кисте Илфат Сулпанға: "Ауылға ҡайтып килергә кәрәк, эш бар", - тип ҡайтып китте. Төн йоҡламаны Сулпан. Бына, бөттө бәхетең, Илфат һөйгән ҡыҙы янына ҡайтып китте, туйға әҙерләнәләрҙер. Ә һин, ҡарт ҡатын, ниҙер көткән булаһың, тип әсенде. Тыуасаҡ балаһын яңғыҙы үҫтереү уны ҡурҡытмай ине...

Йәй уртаһы сәскәһе (хикәйә)
Йәй уртаһы сәскәһе (хикәйә)

Сауҙа буйынса үҙ эшен уңышлы ғына алып барған Сулпанға тауар, башҡа кәрәк-яраҡ ташыу өсөн шофер кәрәк булды. Бер танышының тәҡдиме буйынса ул үҙенә эшкә ауылдан яңы килгән 26 йәшлек мөләйем йөҙлө, таҙа буй-һынлы Илфатты алды. Ауылда эшкә өйрәнеп үҫкән, эсмәгән-тартмаған, уңған егет ҡыҫҡа ғына арала, башҡарған эштәренә яуаплы ҡарап, Сулпандың абруйын яулап алды. Сулпан уның хеҙмәтен баһалап, яҡшы ғына эш хаҡы ла билдәләне. Йәшәгән ауылы ҡаланан алыҫ булмағанлыҡтан, Илфатҡа эш машинаһында өйөнә йоҡларға ҡайтып йөрөүе лә уңай ине. Ял көндәренән тыш башҡа көндәрҙә уларҙың ваҡыты бергә үтте. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Сулпан егеттең ата-әсәһе, киләсәккә пландары тураһында һорашты. Илфат та 38 йәшлек зифа буйлы, тырыш Сулпанға апайға ҡараған һымаҡ яҡын итеп, серен асып, кәңәшләште.

Илфаттың, шөкөр, ата-әсәһе иҫән-һау, ауылда матур итеп донъя көтәләр. Мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Егет йәшермәне, һөйгән ҡыҙы Гөлйемеш хаҡында ла әйтте. Ҡыҙының киләһе йыл уҡыуын бөтөргәс, көҙгә туй яһарға йыйыныуҙары хаҡында ла белгертте. Сулпан да үҙ тормошо тураһында асылды. Ете йыл элек тол ҡалған Сулпан ауыр булһа ла ире менән башлаған эште ташламаны, тырышып-тырмашып эшләне. Ял тимәй, көнө-төнө эштә булды. Ярай, улы Рәмис үҫеп, әкренләп ҡул аҫтына инеп бара. Шундай болғансыҡ заманда ҡатын кешегә бер терәкһеҙ йәшәү ауырыраҡ шул. Бүреләр араһында бүреләрсә йәшәй белергә лә кәрәк бит. Әҙ генә мах бирһәң, ашарға әҙер торғандар бар. Ир-егеттәр иғтибарынан мәхрүм булмаған Сулпан быға ҡәҙәр күңеленә хуш килгәнен осратманы, бер ир менән дә бәйләнмәне. Ҡыйын булһа ла, донъя йөгөн яңғыҙы тартты.

Тора-бара Сулпан менән Илфат араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәте икенсе боролош ала башланы. Ҙур ғына йәш айырмаһына ҡарамай, улар бер-береһенә яҡынлашты, эҫенеште. Мөхәббәт наҙына һыуһаған ҡатын йәш егет ҡосағында уянғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Икеһе лә тәбиғәт хистәренә буйһоноп, шулай йәшәй бирҙеләр. Илфат та ауылына ҡайтмай, Сулпан янында ҡуна ҡала башланы. Егеттең ҡыҙы барлығы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылманы. Йәш айырмаһы ла ҡаралманы.

Шулай йәшерен-батырын, кеше күҙенән ҡурҡып, бер йылға ҡәҙәр осраштылар. Бер-береһенә бер ниндәй вәғәҙә бирешмәнеләр. Ауылына ҡайтһа ла, Илфат Сулпанды һағынып, тиҙерәк уның янына сапты. Ләкин бер көндө 40 йәшкә етеп килгән Сулпан ауырға ҡалды. Башта ни уйларға ла белмәгән ҡатын, тәүҙә врачҡа күренеп, хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Ҡыҙ бала... Ҡырҡ йәштә бала табыу Сулпандың планына инмәһә лә, уны төшөртөү тураһында уйлап та бирмәне. Илфат йәш егет, бөгөн булмаһа, иртәгә китер. Ҡарт көнөндә яңғыҙ ҡалмаҫ. Ә бында уның ҡыҙы үҫер. Хоҙай юҡҡа ғына бирмәгән бит был баланы. Шулай уйланы Сулпан. Ауырға ҡалыуы тураһында ул Илфатҡа бер ни ҙә әйтмәне. Бала менән үҙенә бәйләргә тырыша, тип уйлар тине. Үҫтерер, Алла бирһә. Ҙур байлығы булмаһа ла, көсө етер. "Әле мин ғүмер йәйемдә генә, көҙҙәремә йыраҡ. Бәпесем... Ғүмер йәйемдең көтмәгәндә атҡан сәскәһе һин..."

Бер кисте Илфат Сулпанға: "Ауылға ҡайтып килергә кәрәк, эш бар", - тип ҡайтып китте. Төн йоҡламаны Сулпан. Бына, бөттө бәхетең, Илфат һөйгән ҡыҙы янына ҡайтып китте, туйға әҙерләнәләрҙер. Ә һин, ҡарт ҡатын, ниҙер көткән булаһың, тип әсенде. Тыуасаҡ балаһын яңғыҙы үҫтереү уны ҡурҡытмай ине. Һөйөү күктәрҙә осороп йөрөттө-йөрөттө лә, хәҙер бына ергә төшөрҙө. Ана, улы Рәмисе лә ярҙамлашыр. Әҙме-күпме йыйған запасы ла етерлек. Улы менән бергә эшләгәс, эше туҡтамаҫ. Ул бары тик Илфатҡа эйәләшкән генә. Нисек уны оноторға икән? Шулай уйлай-уйлай ул йоҡоға китте...

Зың-зың... ишектә ҡыңғырау зыңланы. Шул арала төшөндә бәләкәй ҡыҙын да күрә һалды... Ана бит ул бәләкәс устары менән уға ҡағыла... Зың-зың... Сулпан ишек ҡыңғырауын төшө менән бутап, уяна алмай байтаҡ ҡына ятты. Ишекте кемдер шаҡ-шоҡ ҡаға башлағас ҡына ишектең асҡысын борҙо. Унда ҡосаҡ тултырып сәскәләр тотҡан, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан Илфат баҫып тора ине. Инде уны өйөндә күрергә өмөтө һүнгән Сулпан күҙҙәрен егеткә төбәп, өнһөҙ ҡалды.

- Эх, һин! Шулай яраймы һуң? Ниңә миңә әйтмәйһең тыуасаҡ ҡыҙыбыҙ хаҡында? - тип Илфат йомшаҡ ҡына тауышы менән шелтәләп алды. - Һинеке генә түгел, минеке лә бит ул.

- Ҡайҙан белдең?

- Ана бит, ҡағыҙҙарың өҫтәлдә ята. Йәшерергә бигерәк оҫта һин, - тип көлөмһөрәне Илфат.

Араларында тынлыҡ урынлашты. Сулпандың Илфаттың туйы тураһында һүҙ ҡуҙғатаһы килмәне. Уның уйҙарын һиҙгәндәй:

- Туй булмаясаҡ, - тине ул. - Гөлйемеш менән ҡайтып аңлаштым. Ике ҡатын-ҡыҙҙы алдап йөрөй алмайым. Һинең менән мөхәббәт күленә сумғас та ул күңелемдән сыҡты. Ышанһаң – ышан. Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Яратам һине, Сулпан! Күптән аңлашырға кәрәк булған да бит. Ҡурҡтым. Байлығыма, аҡсама ҡыҙыға тип уйлар, тинем. Миңә һиндәге ошо байлыҡ та етә, - тип Илфат Сулпандың бәпәйле билен ҡосаҡлап алды.

Сулпан, өмөт ҡатыш бәхет менән тулған дымлы ҡарашын Илфатҡа төбәп, бармаҡтары менән уның сәсен туҙратып: “Атай бит һин...” - тип балконға йүнәлде. Илфат уның артынан эйәрҙе. Ә унда шундай матурлыҡ!.. Тышта йәй уртаһы ғына... Буласаҡ атай менән әсәй, бер-береһенә һыйынышып, зәңгәр офоҡҡа төбәлде...

Физәлиә Дәүләтгәрәева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: