Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Редакция хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы

"Бишле"гә яҙғанбыҙҙыр, тип ышанабыҙ...

Редакция хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы
Редакция хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы

Бөгөн башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Шуныһы һөйөнөслө, был акцияға республикала йәшәүселәр генә түгел, ә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә дәррәү диктант яҙҙы. Был беҙгә - журналистарға айырыуса мөһим акция. 

Диктант яҙғанда ручканы ҡулға йышыраҡ тоторға кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки һәр саҡ компьютерҙа баҫҡанға, яҙыу хөртәйә башлай икән. 

Башҡорт теленән диктант яҙыу матур йолабыҙға әүерелгән. Был мөһим акция артабан да дауам итһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: