+24 °С
Ямғыр


Мин көнләшмәйем байҙарға
Көнләшәм мин һауҙарға.
Һауҙың эше гөрләп бара
Бирешмәй һынауҙарға
Һау - сәләмәт булһаң ғына
Дәрт - дарман ташып тора.
Хыялдағы ниәттәрең
Тормошҡа ашып тора.
Бер нәмә лә ҡыҙыҡтырмай
Сирҙәр йыҡһа аяҡтан.
Йәшәү йәме бөтөп китә
Ваз кисәң донъялыҡтан..
Эй Хоҙайым,ғүмер бирһәң,
Һаулығын да ҡушып бир!
Бәхетле ҡартлыҡ кисереп
Йәшәү мөмкинлеге бир !!!
Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова