Доға ҡылам

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам, Шөкөр итҽп матур тормошҡа.  Рәхмәтлемен иҫән-һау булыуыма, Хоҙай биргән ошо яҙмышҡа.

Доға ҡыламДоға ҡылам
Доға ҡылам

Бисмилламды әйтеп юлға сығам, 

Ел-дауылдарына ҡарамай. 

Өмөт итеүсегә ярҙамлашамын, 

Кем булыуына ҡарамай. 

 

Зарланмайым, ауырлыҡтар килһә, 

Эстән саҡырһам да, тыштан тын.

Сөнки бҽләм, сабыр булырға кәрәк, 

Сабырлыҡтың төбө - һары алтын. 

 

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам,

Шөкөр итҽп матур тормошҡа. 

Рәхмәтлемен иҫән-һау булыуыма,

Хоҙай биргән ошо яҙмышҡа.

 

Зәлиә НУРИӘХМӘТОВА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас