

– Ну, прям, изобразила! Таких гранатов в природе не бывает... – тип күргәҙмәлә кешеләр үҙҙәренең уй-кисерештәре менән бүлешәләр.
– Азербайджанда өлгөрә бындай сорттар! – тип яуаплайым мин.
– Һы! Рәссам сығышы менән Еревандан!
Икенселәр:
– Һынлы сәнғәттә был ысул – гипербола... гротеск... – тип фәлсәфә һата башланылар ябай нәмәлә ҙур мәғәнә табырға тырышҡан "сәнғәт белгестәре". Ә минең хәтеремдә иҫтәлектәр уяна...
***
– Бар, кер! Һораштыр!.. Кисә лә илай ине бит...- тип атайым әсәйемә яңы күршеләргә инеп сығырға ҡуша. Өфөнән 10-сы класты тамамлап ауылға ҡайтҡан йәйемдә әсәйемдәрҙең "бәләкәй күршеләре" барлыҡҡа килгәйне.
80-се йылдар уртаһы, күрше поселокта Кавказ яҡтарынан килгән бригада ниндәйҙер ҙур бина төҙөй. Нишләптер, әсәйем әйтмештәй, йәш кенә "малаҡай " үҙенең ғаиләһе менән килгәйне. Уның йәш кенә ҡатыны колонкаға һыуға бәләкәс кенә ҡыҙыҡай менән малайҙы эйәртеп йөрөр ине. Мин үҙемсә уға "Шамаханская царица" , тип исем ҡушҡайным – башында үтә күренмәле ҡара күк төҫтәге япмаһы нисектер беркетелеп, сикәләрен ҡаплап тора ине. Беҙ Яңы йыл бал-маскарадына шулайыраҡ кейенә торғайныҡ.
Ауылда ҡайһы бер кешеләр уға "сиған бисәһе" тип кенә ҡараны. Азербайджандан булһа ла, беҙ бер-беребеҙҙең телде ауыр аңлай инек, Гёлнар ҙа үҙен ниндәйҙер икенсе халыҡ тип исемләп аңлатырға тырышты. Ҡайҙа башҡортсалап, ҡайҙа руссалап, көс-хәл менән һөйләшә инек.
Минән ике -өс йәшкә генә олораҡ булыуын белгәс, нисектер, бөтөнләй, аралашаһым килмәне. Үҙемсә, "Һантый, кем уға шулай иртә кейәүгә сығып, ике бала табырға ҡушҡан”, – тип фекер йөрөттөм.
Апайымдың туйына әҙерләнәбеҙ, ҡапҡа, солан, рәшәткәләр, ихата эсеме- барыһын да буятабыҙ, урамдан кермәйбеҙ. Күрше өйҙөң бүрәнәле стенаһы, соланы беҙҙең ихата менән сиктәш ине. Йәй көнө күршеләрҙең дә ярты ғүмере соланда бешеренеп-төшөрөнөп үтә. Баштараҡ күршеләр беҙҙең ихатанан уларҙы таҡта стена ғына айырып торғананын абайламағандар, күрәһең. Йәш ҡатын, балаларын йоҡлатҡас, көн дә кис соланға сығып илар ине. Бер заман хатта көндөҙ ҙә үкһеп-үкһеп илай башланы. Ир йораты төндә генә ҡайтып инә, унда ла ҡатынына екеренгәне генә ишетелә.
Атайым шул саҡ:
– Дам мин аңа! Кемдеңдер ғәзиз балаһын обижать итергә..! Жилғыуар...
Төҙөүселәр араһында күрше поселокта беҙҙең ауылдаштар ҙа эшләй ине.
– Күршеләр беҙҙең тормошҡа ҡыҫылалар! – тип туҙынған эшендә беҙҙең күрше ирекәй.
– Ярай әле Фәрүәз ағайҙың йоҙроғо эләкмәгән һиңә! – тип көлдөргәндәр ауылдаштар.
Атайым урта буйлы булһа ла, күрше әбей әйтмештәй, "ғифрит" кәүҙәле ине.
Тора-бара күрше ирҙең ҡатынына ярҙам итеп, колонканан һыу ташығаны күренгеләне, балаларын ауылдың быуаһына һыу индерергә йөрөтөр булды...
Атайымдың күңеле килгәнендә һыҙғырып көй көйләр ине. Бер заман үҙенең мастерскойында көйәнтәләргә әҙерләгән заготовкаларының береһен көнө буйы юнып, шымартып йөрөнө:
– Әпкереп бир күрше ҡыҙыҡайға!.. – тип, матур ғына, нескә генә көйәнтәне миңә тотторҙо.
Көлкө лә, ҡыҙғаныс та килеп сыҡты ул матур көйәнтә менән: Гёлнар, атайымдың күңелен китмәйем, тип әллә күпме ыҙаланып көйәнтә менән һыу ташып маташты, барыбер өйрәнә алманы көйәнтәгә...
Күңел төбөмдә атайым менән әсәйемде көнләшеү хисе лә барлыҡҡа килгәйне шул ваҡытта: улар үҙҙәренә тағы "балалар" табып алған һымаҡ ҡыланалар ине. Әсәйем:
– Магазинға өсөнсө көн икмәк килмәй, "бәләкәй күршеләрем"ней ашар," – тип яңы бешкән икмәк керетеп бирһенме, йомортҡа, һөтөн дә тиҙ генә биреп сыҡһынмы.
Ул ҡатын оялсан ғына. Ҡапҡанан кереп, өйгә инмәйенсә һүҙ ҡушып (әсәйемдең исеменә "ханум", тигән һүҙҙе ҡушып өндәшә ине, иҫләүемсә) аҡса бирергә маташыр ине, аңлауыбыҙса, ире шулай ҡуша икән.
Ул заманда күкәй- һөттө һатып биреү тигән нәмә юҡ ине әле беҙҙә. Әсәйем ҡәтғи ҡаршы төшә.
Шул саҡта ул оялсан йылмайып, нимәлер һөйләр ине. Атайымдың аңлатыуы буйынса, тыуған илемә ҡайтһам, һеҙгә посылка менән емештәр ебәрәсәкмен, тей икән. Ул заманда магазинда хәҙергесә йәнең теләгән емеш-еләк һатылмай ине. Гёлнар үҙенсә аңлатырға тырышып, тыуған яғында емеш-еләктең беҙҙәге кеүек үлән араһында түгел, ә ағастарҙа үҫкәнен һөйләр ине. Ул инде аҙыраҡ рус телендә лә аралаша башлағайны...
Мин Өфөгә киттем, аҙаҡ, ике айҙанмы икән, апайымдың туйына ҡайтҡанда "бәләкәй күршеләр" юҡ инеләр инде. Әсәйем әйтмештәй: "Илдәренә ҡайтып киткәйнеләр".
– Гөлнараның ире лә арыу малаҡай булып сыҡты: магазинға бригадтары менән шайылдашып килеп керһәләр (бисә-сәсәләрҙе лә бригадтарында эшкә алғандар, ахыры), мине күрһә, тартынып китә, уважитилнә иҫәнләшә минең менән. "Тиҙҙән эшебеҙҙе бөтөп, тапшырабыҙ, инде ғаиләмә ҡайтам," – тей.
– Балалары, илдәренә ҡайтҡас, тәмле ҡаймаҡ менән тәмле әпәй таптырғандар, икән. Әпәй менән ҡаймаҡтары башҡаса микән анда?! – тип әсәйем "бәләкәй күршеләрен" бер нисә йыл йыш иҫенә төшөрҙө.
Көтмәгәндә бер заман посылка килеп төштө. Оҙаҡ килгән, яңы уңыш сентябрь -октябрҙә өлгөрә, Зөлфиәнен туйына килеп етһә ине, тип көйәләнгәне иҫтә... Ул заманда беҙ күрмәгән, ашап та ҡарамаған әллә ниндәй киптерелгән емештәр... Һәм иң иҫ китмәлеһе – эрреее гранаттар ине: көрәнһыу-ҡыҙыл төҫтәге ҡабыҡтары йоҡа ғына, сатнап ярылырға торалар, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге емештәре эре, һөйәктәре ваҡ ҡына ине...
Атайым да күңеле килеп:
– Үәт, әй! Тәки ебәргән бит емештәрен!!! Бабамдың ҙур емеш баҡсаһы бар, тей, ине шул!..
...Ә инде минең тормоштоң асыһын-сөсөһөн татып ҡарарым алда булған икән. Тик яҡлашырға атайым ғына эргәлә юҡ ине инде...
Күргәҙмәне тантаналы асыуҙан һуң, халыҡ ағымын йырып, төпкө залдағы һүрәттәрҙе ҡарарға ынтылам. Рәссам ҡыҙҙың: "Башҡортостанға мөхәббәтем минең бала саҡтан..." - тигән һүҙе күңелгә ойотҡо һалып ҡуйғайны.
Сәнғәт белгестәре аҡыллы фекерҙәрен дауам итә:
- Аҡ ашъяулыҡта кәрәҙле башҡорт балы менән гранат емештәрен һүрәтләү- символизмдың бер күренеше, сөнки... иғтибар итегеҙ... Ситтәре һырлы түңәрәк икмәк телем-телем булып ята, береһенә ҡуйы итеп яғылған ҡаймаҡ ашъяулыҡҡа бына-бына ағып төшә...
Юҡ инде, юҡ!.. Бөтөнләй икенсе кешеләр тураһында иҫтәлектәр: әбей менән бабай ихатала эскәмйәлә ултыралар: йән-яҡтарында - ҡаҙҙар, тауыҡтар, һыйыр быҙауы менән тора. Әбей итәгендә бесәйҙе һыйпап ултыра, бабайҙың алдына эт алғы аяҡтарын ҡуйып, телен һәлберәтеп, хужаһын ялап алырға самалай...
Әсәйем: "Кит туҙға яҙмағанды! Эт менән бесәй һыйпап ултырмағайы!- тиер ине.
"Сәнғәт белгестәре" юрамал минең эргәлә йөрөйҙәрме ни!
- Был етеш тормошто тасуирлау: әҙәм балаларының тәбиғәт менән гармонияла йәшәйеше...- тип картина тураһында һығымта яһайҙар.
Рәссам ҡыҙға яҡын килеп булманы ул көндө.
Художник икенсе аҙнала мөмкинлектәре сикләнгән мәктәп-интернат балаларына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүе тураһында күргәҙмәнең афишаһында иҫкәрмә
бар ине. Бушҡа баш ватып йөрөгәнсе, тип, рәссам ҡыҙҙың биографияһын интернеттан таптым, Гёлнарҙың ҡыҙының тыуған йылына бер нисек тә тура килмәй. Киноларҙа ғына шундай тап килеүҙәр булыуы мөмкин...
...Рәссам ҡыҙ мольберт, палитралар, урынлаштырып йөрөй, ҡәләм, бумалаларҙы барлай...
- Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ төпсөнгәнемә! Һеҙ рәсемдәрегеҙҙе башҡорт ауылында йәшәгән кеше һымаҡ яҙаһығыҙ...- тип ҡыҙыҡһыныуымды тыя алманым.
- Эйее! Ауылда булғаным бар, әлбиттә... Советтар Союзы тарҡалмағайны әле - 80-се йылдар аҙағында уҡ беҙҙең яҡтарҙа буталыштар башланды...
Ер тетрәүҙә туғандарыбыҙҙы юғалттыҡ...
Рәссам уҡыусы балаларға миҫал өсөн булһа кәрәк, һүрәттәр теҙмәһен урынлаштыра башланы: ҡәләм, мелки менән төшөрөлгән һүрәттәр, акварель техникаһында башҡарылғандары...
Мин ирекһеҙҙән: "Шемаханская царица... - тип ҡуйҙым, ҡәләм менән эшләнгән рәсемгә текәлеп...
- Эйе! Был минең әсәйемдең һеңлеһе! Бөйөк Пушкин һүрәтләгән Шемаха - ул бит Азербайджанда!
- Эйе...Беләм ул тарихты... Хатта һүрәттә төшөрөлгән һылыуҡайҙың исеме Гёлнар, тип уйлайым...
- Эйе, гранат сәскәһе! ...Туҡтағыҙ әле...Нисек инде!?- аудиторияға шау-гөр килеп балалар инә башлағайны. - Бына минең визитка!..
...80-се йылдарҙың аҙағында болғаныштар башланғас, Гёлнарҙың ире, ғаиләһен ҡурсалап, уларҙы үҙе менән Башҡортостанға алып килә.
"Советтар Союзы заманында милләт-ара никахтар беҙҙең яҡтарҙа ла байтаҡ инеләр, - тип һүҙен дауам итте минең яңы танышым. - Гёлнарҙың ата-әсәһе - тап шундай ғаилә ине, үтә лә ауырға тура килде уларға артабан да... Беҙҙең кейәү бригадаһы менән Спитакта ер тетрәүҙән емерелгән диуарҙар араһынан кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнашты... Бөтә ил халҡы ул ваҡытта берләшеп, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер ине. Гёлнарҙың ире, төҙөлөш техникумын тамамлап, ғүмерен йорттар һалыуға арнаны. "Һәр ғаиләгә йорт кәрәк!"- тип әйтергә ярата беҙҙең кейәү. Ә мин рәссам булараҡ, образлы итеп әйтер инем: "Бөтә ғүмеребеҙ буйына беҙ үҙебеҙгә "бәхет йортон" төҙөргә ынтылабыҙ!"...
Мин рәссам ҡыҙҙың фәлсәфәһен бүлергә уңайһыҙ икәнен аңлаһам да:
- Ә Гёлнар һуң!? Гёлнар тураһында һөйләгеҙ! - тип тиҙерәк һүҙ ҡыҫтырам.
- Гёлнар балалары менән туризм өлкәһендә эш башланы, инде ун йыллап барҙыр. Улы етәкләгән ҡунаҡ йорто "Шемаха батшалығында ҡунаҡта" тип атала. Ә һеҙ - Гёлнарға "Шемаханская царица" иллюстрацияһы менән Пушкиндың китабын бүләк иткән апай булаһығыҙҙыр!
- Эйе!!! - тип ихлас көлдөм мин ул ваҡиғаны иҫкә төшөрөп.- Мин пединститутҡа имтихандарға әҙерләнгәндә ауыл библиотекаһынан яҙҙырып, ваҡытлыса алып торғайным ул китапты Гёлнар өсөн, рус телен шымартһын, тип.
Рәссам ҡыҙ ҙа ихлас көлөп:
- Хәҙер ул рус телендә туристар менән һин дә мин аралаша! Халыҡ йолаларын сәхнәләштереп, ҡунаҡсыллыҡ традицияларын күрһәтеп, милли ризыҡтар менән һыйлайҙар. Ул һеҙҙең ғаиләне йылдар үтеү менән йышыраҡ иҫенә төшөрә! "Ҡасандыр йыл да емештәр ебәрермен, тип һүҙ биргәйнем бит, үҙемә..."- тип уфтанып та ала...
Ысынында, Башҡортостанды һүрәтләгән тәүге картиналарым - ул Гёлнарҙың һеҙҙең ил тураһында матур иҫтәлектәренән башланды!
Ул ашығыс рәүештә телефонын ҡабыҙып:
- Ғәфү итегеҙ! Саҡ ҡына! Гёлнарҙан һөйөнсө алайым әле!..
Мин "Гранат баҡсалары " картинаһына ҡарап, Гёлнарҙың тыуған яҡтарын күҙ алдыма килтерергә тырышам... Яҙған булһа, бәлки осрашырбыҙ... әсәйем әйтмештәй: "Иҫтәлектәр - үҙе бер ғүмер!.."
Асия Закиржанова.
08.01.2023 й.