Мин - ҡатын-ҡыҙ

Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн, Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған, Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам, Матурыраҡ булам, яҡтырам.   Әсе телдәр, бысраҡ уйҙар менән Ҡағылмағыҙ, күңел саң кеүек Мин ҡатын-ҡыҙ, бары яратығыҙ, Минең ваҡыт ҡыҫҡа таң кеүек.  

Мин - ҡатын-ҡыҙМин - ҡатын-ҡыҙ
Мин - ҡатын-ҡыҙ

Мин - ҡатын-ҡыҙ, әле шундай сағым:

Йырлы сағым, моңло, баһалы,

Күңел таңдай нурлы, ҡылдай нескә,

Әйтерһеңдә, бәллүр аһәңе.

 

Мин ҡатын-ҡыҙ, уҫал ҡағылмағыҙ,

Фани донъя һеҙгә тар кеүек,

Һаҡһыҙ һүҙҙән күңел кителмәһен,

Йәшен киҫкән йәшел тал кеүек.

 

Тупаҫлыҡтан мин ҡараям, көйәм,

Уҫалланам, ниңә ул һеҙгә?

Ир булығыҙ, мин тик ҡатын-ҡыҙмын,

Әйләндермәгеҙсе әрһеҙгә.

 

Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн,

Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған,

Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам,

Матурыраҡ булам, яҡтырам.

 

Әсе телдәр, бысраҡ уйҙар менән

Ҡағылмағыҙ, күңел саң кеүек

Мин ҡатын-ҡыҙ, бары яратығыҙ,

Минең ваҡыт ҡыҫҡа таң кеүек.

 

Х. Мөҙәрисова

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас